Илһамды Ватанында туплар03.12.2014
Өфөлә тыуып үҫкән билдәле рәссам Ян Крыжевский ошо көндәрҙә Рәсәйгә ҡайтты. Был аҙнала ул баш ҡалабыҙға киләсәк.

Яҡташыбыҙ оҙаҡ йылдар АҠШ-та йәшәгән. Һуңғы осорҙа уның ауыр хәлгә тарығанын, документтарһыҙ һәм аҡсаһыҙ тороп ҡалғанын хәбәр иткәйнек инде. Был хаҡта Башҡортостан Президентына уның ҡыҙы хат яҙғайны. Рөстәм Хәмитов Рәсәйҙең сит ил эштәре министры Сергей Лавров исеменә тейешле документтар тултырыуҙа булышлыҡ итеү үтенесе менән мөрәжәғәт ебәрҙе. Аҙна-ун көндә был мәшәҡәттәр тамамланды, һәм рәссам тыуған иленә аяҡ баҫты.
– Беҙҙең өсөн был – бик ҡыуаныслы ваҡиға. Уның картиналары заманса һулыш менән һуғарылған, эштәрен яҡшы хәтерләйем. Өфөлә, Нестеров исемендәге музейҙа, күргәҙмәһе лә үткәйне. Ян Юлианович – һәләтле рәссам, үҙ эшенең оҫтаһы, – тип билдәләне Президент.
Төбәк етәксеһе рәссам өсөн республикала бөтөн шарттар булдырылыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Эшләр өсөн уға оҫтахана тәҡдим ителәсәк, күргәҙмәһен үткәреү ҙә күҙаллана. Бынан тыш, сит илдәрҙә һәм Рәсәй төбәктәрендәге төрлө музейҙарҙа торған картиналарын Башҡортостанға ҡайтарыу мәсьәләһе хәл ителәсәк.
– Тыуған илендә Ян Юлиановичтың яңы ижади һулышы асылыр, тулы мәғәнәле тормошо башланыр, ә беҙ ҡулдан килгәнсә ярҙам итербеҙ, – тине Рөстәм Зәки улы.




Вернуться назад