Һорауҙар илһөйәрлек рухында булһын...03.12.2014
– Һатып алған фатирыбыҙҙа инде ете йыл йәшәйбеҙ. Елләтеү ҡоролмаһы эшләмәй, һауа насар, кафелдәр ҡупҡан... Ҡайҙа ғына яҙып ҡараманым, бөтөн ерҙән “отписка”лар килә, ә хәл үҙгәрмәй. Ни эшләп шулай һуң ул? Кем миңә ярҙам итер? – Дәүләт Думаһы депутаты Рөстәм Ишмөхәмәтовты Бөрө ҡалаһынан килгән Александр Морозов шундай һорауҙарға күмеп ташланы.
Бер ҡараһаң, ваҡ ҡына мәсьәлә кеүек: бер нисә плитә кафель ал да йәбештер, перфоратор тот та вентиляция торбаһына стенала яңы юл эшлә... Ләкин тормоштоң үҙ ҡанундары: айына 6 мең һумдан саҡ ҡына күберәк пенсия алыусы инвалидтың матди мөмкинлектәре лә, эшләү һәләте лә сикләнгән. Йорт муниципаль милектә булһа бер хәл, ләкин уны Морозовҡа апаһы Торлаҡ төҙөлөшө фонды аша һатып алып биргән икән. Рөстәм Рифат улы мөрәжәғәт итеүсене иғтибар менән тыңланы, Бөрө ҡалаһына шылтыратты һәм йомоштоң үтәлеше контролдә буласағын вәғәҙә итте.
Люция Камаева әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендә Мәжит Ғафури исемендәге премия булдырыу тәҡдиме менән килгән. Ул депутатҡа ошо әҙип исемендәге фонд сығарған китаптарҙы күрһәтте, үткәрелгән саралар хаҡында һөйләне. Ҡыҫҡаһы, фонд шундай башланғыс менән сығыш яһау хоҡуғын күптән яулаған. Дөрөҫ, бындай премия булдырыу өсөн аҡсаһы ла кәрәк, тимәк, республикабыҙ Хөкүмәтенең дә ярҙамы талап ителә. Рөстәм Ишмөхәмәтов тәҡдимде хупланы, мәсьәләне ыңғай хәл итеү өсөн тырышырға вәғәҙә итте.
– Ошондай илһөйәрлек рухындағы тәҡдимдәрҙе хуплайым, улар – ысынлап та, Дәүләт Думаһы депутаты кимәлендә хәл ителергә тейешле мәсьәләләр, – тине Рөстәм Рифат улы. – Юғиһә, фатир ремонтлау кеүек ваҡ-төйәк менән шөғөлләнергә тура килә. Ни эшләйһең, уларын да яйға һалырға кәрәк, торлаҡ-коммуналь хужалыҡтың һаман да заманға яраҡлаша алмауында оло кешеләр ғәйепле түгел бит...