Күҙгә-күҙ осрашыу — һөҙөмтәле алым03.12.2014
Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев “Берҙәм Рәсәй” партияһы рәйесе Дмитрий Медведевтың Өфөләге төбәк йәмәғәт башланғысында ҡабул итеү бүлмәһендә граждандар менән осрашты.

Берҙәм ҡабул итеү көнөндә республика парламенты спикерына мөрәжәғәт менән алты кеше килде. Шишмә районы вәкилдәре эшселәр ҡасабаһын урап үтә торған юл һалыу мәсьәләһен күтәрҙе. Тимер юл аша сығыу урындарындағы тығындарға, автомобиль хәрәкәтенең көсөргәнешлелегенә зар­ланды улар.
Өфө районының Булгаков ауылы кешеләре яңы төҙөлгән балалар баҡсаһы эргәһендәге юлды асыуҙы үтенде. Тағы ла бер кеше ағас эшкәртеүҙең өр-яңы технологияһын, шулай уҡ интерактив түләүҙәр идеяһын тәҡдим итте. Уның әйтеүенсә, автомобиле булған һәр кешегә махсус иҫәп асырға кәрәк. Һалымдар, шулай уҡ юл ҡағиҙәһен боҙған өсөн штрафтар тап ошо иҫәптән алыныр ине. Ҡабул итеү барышында күтәрелгән бөтә мәсьәләләр контролгә алынды.


Вернуться назад