Рөстәм Хәмитов: “Мин һәр саҡ кешеләр яҡлымын”03.12.2014
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов күп фатирлы йорттарҙағы дөйөм мөлкәтте капиталь ремонтлауҙың республика программаһын тормошҡа ашырыу мәсьәләһе буйынса кәңәшмә үткәрҙе. Унда Башҡортостан Хөкүмәте ағзалары, профилле министрлыҡтар һәм ведомстволар етәкселәре, шулай уҡ муниципаль берәмек башлыҡтары ҡатнашты.

Республика етәксеһе әйтеүенсә, Рәсәй Хөкүмәте ултырышында Башҡортостандың йылытыу миҙгеленә әҙерлек йәһәтенән тағы ла иң һөҙөмтәле төбәктәр иҫәбенә инеүе билдәләнде. Бындай уңышҡа күп фатирлы йорттарҙа капиталь ремонт үткәреү мәсьәләләренә төбәктә ҙур иғтибар бирелеүе һөҙөмтәһендә өлгәшелә. 2008—2013 йылдарҙа Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалауға булышлыҡ итеү фонды, республика, муниципалитет ҡаҙналары, шулай уҡ халыҡтың түләүҙәре иҫәбенә тупланған 10 миллиард һум ошо маҡсатҡа йүнәлтелгән. Шул уҡ ваҡытта торлаҡ милекселәре түләгән аҡса әллә ни ҙур булмаған.
Федераль ҡануниәттәге үҙгәрештәргә ярашлы, хәҙер капиталь ремонтты милекселәр финанслаясаҡ. Ошо аҡсаны туплау, уларҙың маҡсатҡа ярашлы тотонолоуын тәьмин итеү өсөн төбәк операторҙары булдырылды. Үткән айҙан башлап күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәргә яңы квитанциялар килде һәм өр-яңы структура менән килешеү төҙөргә тәҡдим ителде. Ошоға бәйле һорауҙар бик күп.
Башҡортостан Президенты идарасы компанияларҙың эш сифатына ҡарата етди дәғүәләрҙең һаҡланып ҡалыуын билдәләне.
– Күрһәтелгән хеҙмәттәр өсөн хаҡтың нигеҙһеҙ арттырылыуына бәйле, шул иҫәптән капиталь ремонт буйынса ла, мөрәжәғәттәр бик күп килә. Дөйөм йыйылыштарҙағы прото­колдарға ялған мәғлүмәттәр индерелеүе хаҡында ла яҙалар. Бындай хәлгә юл ҡуйырға ярамай. Идарасы компанияларға, торлаҡ-коммуналь хужалыҡта эшләгән структураларға ҡәтғи контроль буласаҡ, — тине республика етәксеһе. — Йортто ремонтлауға күпме аҡса йыйылыуын кешеләр белергә тейеш. Мин һәр саҡ халыҡ яҡлымын. Аҡса йыйыу түгел, ә ошо алымдың дөрөҫлөгөнә граждандарҙы инандырыу мөһим.
Капиталь ремонттың сифатын яҡшыртыуға килгәндә, Башҡортостан Президенты был өлкәлә тәртип булдырырға саҡырҙы.



Вернуться назад