Ҡаҙмаштарға кемдәр ҡушылыр?02.12.2014
Ҡаҙмаштарға кемдәр ҡушылыр? Ауыр саҡта таяныр кешең булыу – үҙе ҙур бәхет. Шулай булмаһа, гәзит-журналға яҙылыуҙың иң ҡыҙыу осоронда ышаныслы дуҫтарыбыҙға мөрәжәғәт итер инекме?! Ә улар күп арабыҙҙа, бигерәк тә Әбйәлил тарафтарында.


Ҡаҙмаш урта мәктәбе коллективынан: “Гәзиткә дәррәү яҙылдыҡ, килегеҙ”, – тигән хәбәр алғас, яңы дуҫтарыбыҙ менән осрашырға ашыҡтыҡ. Районда иң алдынғыларҙан һаналған белем усағы, ысынлап та, милли матбуғатты таратыуға ҙур өлөш индерә. Коллективтары менән “Башҡортостан”, “Йәшлек” гәзиттәренә яҙылһалар, уҡыусылар “Йәншишмә”, “Аманат” кеүек баҫ­маларҙы алдыра.
Мәктәп директоры Юлай Фәхрис­ламов әйтеүенсә, “Башҡортостан” гәзите – белем биреү һәм тәрбиә эшендә ҙур ярҙамсы.
– Гәзиттәге мәҡәләләрҙе уҡы­тыусылар кластан тыш сараларҙа, ата-әсәләр йыйылышында ла файҙалана. Балалар өсөн тәғәйенләнгән “Тубырсыҡ”, “Йәштәр донъяһы” махсус биттәрен яратып ҡабул итәбеҙ. Шулай уҡ районыбыҙ тураһында яҙылған мәҡәләләрҙе йыш ҡулланабыҙ, – ти ул.
Етәксенең һүҙҙәрен урынбаҫары, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлназ Абдрахманова ла ҡеүәтләй. Гөлназ Рәжәп ҡыҙы әйтеүенсә, баҫма биттәрендә әҙәбиәт, мәҙәниәт һәм сәнғәткә ҙур урын бирелә, яңы әҫәрҙәр ҙә донъя күрә. Ауыл мәктәбе тормошон яҡтыртҡан ҡыйыу аналитик яҙмалар күберәк булһын ине, ти ул.
Педагогик коллективта – 25 уҡытыусы, шуның бишәүһе юғары категориялы. Нигеҙҙә, йәштәр эшләй. Уҡытыусыларҙан Хәлил Фәттәхов, Зифа Билалова, Рәйлә Ҡадирова һәм Азамат Әхтәмов “Башҡортостандың мәғариф отличнигы” исеменә эйә. Алдынғы белем усағында, сифатлы белем биреүгә ынтылыш менән бер рәттән, балаларҙың сәләмәт тормошона ҙур иғтибар бүленә. Мәктәп уҡыусылары район олимпиадаларында, хатта республика күләмендә призлы урындар яулай. Ҡаҙмашта урта белем алғандарҙың күпселеге техник йүнәлешле юғары уҡыу йорттарына инә.
Мәктәп эргәһендәге баҡсала үҫтерелгән уңыш йыл әйләнәһенә етә. Йәшелсә-емеш ашханала ҡулланыла, артып ҡалғаны ауыл халҡына тәҡдим ителә.
Өлгөлө белем усағы, рухлылығын да күрһәтеп, районда тәүгеләрҙән булып “Коллектив менән – “Башҡортостан”ға!” акцияһына ҡушылды. Ҡаҙмаштарға артабан кем иш булыр? Ашығайыҡ, дуҫтар!


Вернуться назад