Еләк кеүек ете ҡыҙ02.12.2014
Еләк кеүек ете ҡыҙ Баҫҡынсыларҙың ҡоллоҡҡа алып китәсәген төшөнгәс, бер туған ете ҡыҙ урманға ҡаса, тик ҡыуа төшкән атлыларҙан ҡотолоу сараһын таба алмайынса, һыуға ташлана. Халҡыбыҙҙың “Ете ҡыҙ” йыры нигеҙендә ошо тетрәндергес тарих ята. Был легенда бейеү сәнғәтендә, әҙәбиәт өлкәһендә лә сағылыш тапҡан.


Әбйәлил районының Үтәгән ауылында йәшәгән Хәфизә менән Сәлмән Ғәлләмовтар ҙа ҡыйыу рухлы, һылыу ете ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергән. Бөгөн уларҙың һәр ҡайһыһы үҙ ғаиләһен ҡорған, тормош асылын тапҡан. Ете ҡыҙҙың үҙ-ара ғәжәп татыу йәшәүе, йыр-моңға, ҡул эшенә, аш-һыуға маһир булыуы һоҡландыра, ысын өлгө күрһәтә.
– Әсәй һәр беребеҙҙе йылы һүҙ менән иркәләп уята ине. Йортта һис бер ҡасан тауыш күтәреү, кемделер яманлап һөйләү булманы. Атайыбыҙға ҡарата оло хөрмәт тәрбиәләнде ғаиләлә. Уның һүҙе барыһынан юғары ине, – тип хәтер ебен һүтә ҡыҙҙар.
– Бала саҡтан эшләп үҫтек. Беҙҙең өсөн ҡыҙҙар йә малайҙар эше булманы, барыһын да емертеп башҡарҙыҡ: бесән дә саптыҡ, утын да әҙерләнек, һыу ҙа ташыныҡ, аш-һыу ҙа яраштырҙыҡ, – ти етәүҙең иң олоһо Гөлсәсәк Фәхрисламова. Ул тыуған ауылында төпләнеп, 30 йылға яҡын Үтәгән урта мәктәбендә директор вазифаһын башҡарған һәм бөгөн дә, хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, ветерандар советы рәйесе, ағинәйҙәр клубы ағзаһы булып тора. 26 йәшендә генә тол ҡалғас, бер үҙе өс баланы тәрбиәләп, аяҡҡа баҫтырған. Улы Юлай әсәһенең юлын дауам итә, хәҙер – Ҡаҙмаш урта мәктәбе директоры.
Рәсәй Федерацияһының мәғариф отличнигы, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Фәүҡинур Сафина Амангилде ауылында йәшәй. Тормош иптәше Истамғол менән баһадирҙай өс улға ғүмер биргәндәр. Тынғыһыҙ ханым “Сәсмәүер” фольклор ансамбленә йөрөй, таҡмаҡ, шиғыр сығарыуға оҫта, милли биҙәүестәр яһау менән шөғөлләнә. Мәктәптә музей ойоштороу хәстәре менән яна: тарихи документтар барлай, боронғо әйберҙәр йыя, ололарҙан мәғлүмәт туплай.
Атай нигеҙенә тоғро ҡалған Ғәйнур Нурғәлина оҙаҡ йылдар дауамында бухгалтер, һатыусы булып эшләгән. Дүрт бала үҫтерә. Халыҡ йырҙарын оҫта башҡара, әсәһенең яратҡан йырҙарын йәштәргә лә өйрәтә. Әйткәндәй, уның ҡыҙы Гөлгөнә Баймырҙина – Республика халыҡ ижады үҙәгенең фольклор белгесе, ул да халҡыбыҙҙың аҫыл йыр өлгөләрен өйрәнә.
Йәлембәт ауылында йәшәгән Шәрифә Иҙрисова 25 йыл урындағы башланғыс мәктәптә директор ва­зифаһын үтәй. Ауылдаштары араһында оло ихтирам яулаған ханым күп тапҡыр ауыл Советына депутат итеп һайланған. Тормош иптәше Ғабдулла ағай менән өс бала тәрбиәләп үҫтергәндәр. Ҡыҙҙары Миләүшә балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләһә, улдары Ғаян һәм Ғаяз эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә.
Асҡар дауаханаһының лаборатория мөдире Нәзирә Ирғәлина ла апай­ҙарынан һис ҡалышмаған. Уның баһадирҙай дүрт ул тәрбиәләнгән ғаиләһенә һоҡланмау мөмкин түгел. Тормош иптәше Ислам Әсҡәт улы, Әбйәлил районының тормош-көн­күрешен, яңылыҡтарын тиҙ арала видеоға төшөрөп, Башҡортостан юлдаш телевидениеһына ебәрә, үҙ хәбәрсе булып эшләй. Күптән түгел Нәзирә Сәлмән ҡыҙы халыҡ медицинаһын өйрәнеп, һөлөк һалыу буйынса белемен камиллаштырған.
Медицинаны үҙ иткән Нурия Ус­манованың Ишкилде ауылында фельдшер булып эшләүенә 30 йыл. Ул – Башҡортостан Республикаһының һау­лыҡ һаҡлау отличнигы. Тормош иптәше Мансур менән ике бала үҫтергән.
Ете ҡыҙҙың иң кесеһе Сулпан Мө­хәмәтдинова – Ташбулат урта мәктә­бендә сит телдәр уҡытыусыһы. Уның тормош иптәше Лоҡман Кәбир улы ла мәктәптә белем бирә, ғаиләләрендә ике бала тәрбиәләнә.
Күреүегеҙсә, ҡыҙҙар атайҙары әйтеп ҡалдырған “Үҙебеҙ уҡымағанға күрә, һеҙ уҡығыҙ, кеше булығыҙ!” тигән һүҙгә тоғро ҡалғандар. Әсәләренең дә изге теләктәре тормошҡа ашҡан – “Бергәләр, берҙәмдәр, татыуҙар, ярҙамсылдар, сәмлеләр, дәртлеләр”. Һәм дә рухлылар. Шулай булмаһа, барыһы ла бергәләп “Башҡортостан” гәзитенә яҙылырға теләк белдерер инеме, халҡым, телем тип яныр инеме?! Юҡтыр, моғайын.
Эйе, һоҡланғыс ғаиләлә матур ете ҡыҙ донъяға килеп, Әбйәлилдең ете тарафында ете сағыу йондоҙҙай балҡып, нур сәсеп йәшәй.


Вернуться назад