Әсәләр мәнфәғәтен кем нығыраҡ ҡайғырта?02.12.2014
Башҡортостанда “Эшләгән әсәләр өсөн иң яҡшы предприятие” V республика конкурсына йомғаҡ яһалды. Бәйгене республиканың Профсоюздар федерацияһы, Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, Сауҙа-сәнәғәт палатаһы ойошторғайны.
Йыл һайын ярышта республиканан бик күп хеҙмәт коллективы ҡатнаша. Улар араһында сәнәғәттең химия тармағы предприятиеларын, дәүләт һәм йәмәғәт туҡланыуы учреждениеларын, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, һаулыҡ һаҡлау ойошмаларын айырып билдәләргә кәрәк. Бәйге комиссияһы ҡарарына ярашлы, бюджет өлкәһе учреждениелары араһында Өфөнөң 52-се поликлиникаһы еңеп сыҡты. Иҡтисадтың бюджеттан тыш секторындағы 5 меңгә тиклем кеше эшләгән ойошмалар категорияһында республикалағы Нефтте химик эшкәртеү институты алдынғылыҡты бирмәне. Хеҙмәткәрҙәр һаны 5 меңдән ашыу булған предприятиелар араһында “Газпром трансгаз Өфө” йәмғиәте еңеүгә өлгәште.