Сир быйыл аяуһыҙыраҡ02.12.2014
Уҙған аҙнала Башҡортостанда киҫкен респиратор вируслы инфекция йоҡторған 18 323 кеше теркәлгән, шуларҙың 79,4 процентын балалар тәшкил итә.
Элгәрге аҙна менән сағыштырғанда, сирләүселәр һаны 8,9 процентҡа артҡан. Әле республикала ОРВИ кимәле күп йыллыҡ күрһәткестәрҙән 15,3 процентҡа юғарыраҡ. Киҙеү осраҡтары теркәлмәгән. Вируслы инфекциянан уҙған аҙнала 5 809 кеше сирләгән.
21 ноябргә ҡарата Башҡортостанда 1 110 720 кеше киҙеүҙән прививка яһатҡан.



Вернуться назад