Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда Мәҙәниәт йылы тамамланыуға табан бара. Ошо уңайҙан илдә, республикала ниндәй эштәр атҡарылған, был өлкәне алға әйҙәр күренештәр бармы? Мәҙәниәт сәхнә тормошо, гастролдәр, йыр-моң менән генә сикләнмәй, ә дөйөм халыҡтың мәҙәни торошо ниндәй кимәлдә? Киләһе йылдың, мәҙәниәттең дауамы булып, әҙәбиәткә арналыуын да иҫәпкә алып, “Башҡортостан” гәзите “Тура бәйләнеш” ойошторорға булды.
8 декабрҙә көндөҙгө сәғәт 3-тән киске 5-кә тиклем үткәреләсәк сарала Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты, мәҙәниәт буйынса комитет рәйесе урынбаҫары, философия фәндәре докторы Зөһрә Йыһанур ҡыҙы РӘХМӘТУЛЛИНА гәзит уҡыусыларыбыҙҙы ҡыҙыҡһындырған һәм борсоған һорауҙарға яуап бирәсәк.
Һорауҙарығыҙҙы алдан гәзиттең электрон почтаһына (
[email protected]) ебәрә йәки 272-16-24 телефонына шылтыратып әйтә алаһығыҙ. Ә инде “Тура бәйләнеш” уҙғарылған көндә һәр кем Зөһрә Рәхмәтуллина менән ошо телефон аша аралаша ала: 272-75-30.