Хаҡы – ни бары ете һум!02.12.2014
Һөйөнсө: “Башҡортостан” гәзитенең сайтында уны PDF форматында уҡып барыу мөмкинлеге булдырылды. Гәзит сыҡҡан көндә үк!
Бының өсөн түбәндәгеләрҙе эшләргә кәрәк: 1) www. bash.bashgazet.ru сайтын асырға; 2) уң яҡ ситтә гәзиттең беренсе бите һүрәте (PDF) аҫтындағы ҡыҙыл төҫтәге “Һатып алырға” тигән яҙыуға баҫырға; 3) артабан асылған биттә “оплатить доступ” тигән һүҙҙәргә төртөргә; 4) шунан һуң нисек түләргә икәне аңлатып яҙылған текст аҫтындағы “оплатить” тигәнгә баҫырға; 5) шунан һеҙҙең алда түләү ысулын һайлау бурысы баҫа: әйтәйек, мин кеҫә телефоны аша түләр өсөн “Сотовые операторы” исемле тамғаға баҫам; 6) сираттағы асылған биттә кеҫә телефонының номерын яҙам да “Перейти к оплате” тигәнгә төртәм. Бер нисә секундтан телефонға һеҙҙең 7 һум аҡса түләүегеҙ хаҡында смс-хәбәр киләсәк. Электрон почтағыҙға килгән гәзитте уҡырға ғына ҡала. Үҙенсәлеге шунда: ул сайттағы “таҫма” һымаҡ түгел, ә гәзит бите рәүешендә асыла.
Был ысул менән “Башҡортостан”дың бөгөнгө һанын ғына түгел, алдағыларын да уҡып була. Бының өсөн сайтты асырға, әлеге уң яҡ бағаналағы “Башҡортостан” гәзитенең беренсе бите һүрәтенә (PDF форматында) баҫырға кәрәк, артабан ул айырым асыласаҡ, шунан өҫтөндә ҡыҙыл хәрефтәр менән яҙылған “PDF Башкортостан Газета “Башкортостан” тип яҙылған юлға төртөгөҙ. Һеҙҙең алда гәзиттең алдағы һандарынан торған тотош бер теҙмә хасил буласаҡ, рәхәтләнеп уҡығыҙ, милләттәштәр!


Вернуться назад