Ер ҡатламы сер һаҡлай02.12.2014
Ер ҡатламы сер һаҡлай Быйыл йәй улым Азамат Хәсәнов Ҡырмыҫҡалы районының Түбәнге Төкөн ауылынан йорт һалыу өсөн ер алғайны. Төҙөлөштө башлағанға тиклем үк ҡоҙоҡ эшләп ҡуйырға булды. Ерҙе ҡаҙалар, бер үк ваҡытта тимер-бетон ҡулсаларҙы төшөрә баралар. Унынсы ҡулсаның бер яғы ниндәйҙер ҙур, ҡаты нәмәгә терәлә. Лом алып, ташты онтарға тотоналар. Ер өҫтөнә сығарғас, уның ниндәйҙер хайуандың һөйәге булыуы асыҡлана. Тупраҡ күп төрлө ҡатламдарҙан тора ине. Был табышҡа 27 ноябрҙә юлыҡтыҡ.

Планетала бер мең, хатта бер миллион йыл элек йәшәгән йән эйәһенең һөйәктәрелер был, тигән уй килде башыма. Улым уны музейға тапшырырға тәҡдим итте. Иртәгеһенә Археология музейының ҡабул итеү бүлмәһенә шылтыраттым, тик директор урынында юҡ ине. Беҙҙең табыш хаҡында телевидение хеҙмәткәрҙәре ишеткән, шунда уҡ килеп еттеләр, яңылыҡты эфирға сығарҙылар.
Археолог Марсель Шәмсетдиновтың фаразына ҡарағанда, был һөйәктәр палеолит дәүерендә йәшәгән мамонттыҡы, бизондыҡы йәки йөнтәҫ мөгөҙморондоҡо булыуы ихтимал. Эре хайуандың ҡабырға, быуын һөйәктәре араһында шулай уҡ бәләкәйерәк йәнлектең умыртҡалығы ла бар. Табышты тотош өҫкә сығарыу мөмкинлеге булманы, сөнки һөйәктәр бик күп ине. Уларҙы экспертизаға оҙаттыҡ.
Нисек кенә булмаһын, ҡыҙыҡ­һыныу­сылар иғтибарына табылдыҡ төшөрөлгән фотоны тәҡдим итергә ҡарар ҡылдым.




Вернуться назад