Ветерандар өмөтөн өҙмәһен02.12.2014
Дәүләт Думаһы депутаты Иршат Фәхретдиновҡа үҙ проблемалары менән 16 кеше мөрәжәғәт итте.
– Нигеҙҙә, торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға бәйле мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ярҙам һорап, хәрби хәрәкәттәр ветерандары килә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күптәр үҙ хоҡуғын белмәй, район хакимиәттәрендә торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға сиратҡа ваҡытында баҫмай. Иҫәпкә ҡуйыуҙан нигеҙһеҙ баш тартыу осраҡтары ла юҡ түгел. Һөҙөмтәлә ветерандар мәсьәләнең ыңғай хәл ителеүенә бөтөнләй өмөтөн өҙә, — тине Иршат Фәхретдинов.
Парламентарий әйтеүенсә, әле хәрби хәрәкәт инвалидтарына һәм ветерандарына, һәләк булғандарҙың ғаилә ағзаларына федераль ҡаҙна иҫәбенә торлаҡ менән тәьмин ителеү хоҡуғы тураһындағы закон проекты Дәүләт Думаһына индерелгән. Документта торлаҡ майҙанының күләмен арттырыу хаҡында ла һүҙ бара, тине ул.