Хоҡуҡтарҙы белмәгәс ни...02.12.2014
Рәсәй Дәүләт Думаһының Торлаҡ сәйәсәте һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары Павел Качкаевҡа мөрәжәғәт менән байтаҡ кеше килгәйне.

Ҡабул итеүҙә улар бер-бер артлы депутатҡа үҙҙәренең аһ-зарын һөйләргә ашыҡты. Мәҫәлән, тәүгеләрҙән булып ингән ҡатын Өфөнөң Шота Руставели урамында шәхси йортта йәшәгән. 2010 йылда өйҙәре тәүге тапҡыр янған. Уны төҙөкләндереп ингәндәр, ләкин йорттарына йәнә “ҡыҙыл әтәс” ҡунған. Әле улар алты кеше – ире, ике балаһы һәм ике ейәне – бергә Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы ҡарамағындағы дөйөм ятаҡта бер бүлмәлә көн күрә. Быға тиклем йәшәгән йорттары иһә социаль яллауҙа булған, ғаилә таушалған торлаҡтан яңыға күсереү программаһы буйынса сиратта торған. Әммә бөгөн уларҙы исемлектән төшөрөп ҡалдырғандар, торлаҡ хосусилаштырылмағас, фатир бирелергә тейеш түгел, тигәндәр. Ғаилә ярҙам һорап ҡайҙа ғына мөрәжәғәт итмәгән, әммә яҡлау таба алмаған.
Павел Рюрикович был осраҡта ҡайһы бер чиновниктарҙың законды белеп етмәүенә үкенесен белдерҙе һәм мәсьәләне өйрәнеп, ауыр хәлдә ҡалған ғаиләгә ярҙам итәсәген әйтте.
Ул һәр кешегә йылы һүҙен тапты, мәсьәләне ыңғай хәл итеү маҡсатында туранан-тура урындағы чиновниктарға шылтыратты. Байтаҡ осраҡта һәр кемгә ябай, әммә үҙ өлкәһендә “балыҡ кеүек йөҙгән” абруйлы кешенең кәңәше етмәүе ярылып ята.


Вернуться назад