Ҡашғари “Фортуна” яҡлы!02.12.2014
Ҡашғари “Фортуна” яҡлы!
Ошо көндәрҙә “Башинформ” мәғлүмәт агентлығының матбуғат конференцияһында Ҡашғари исемендәге III халыҡ-ара төрки телле хикәйәләр бәйгеһенең төбәк этабына йомғаҡ яһалды. Сарала Евразия Яҙыусылар союзы рәйесе Яҡуб Омероғлы, Төркиәнең Иҫкешәһәр ҡалаһы губернаторы Гюнгер Азим Туна, Башҡортостандың Яҙыусылар союзы рәйесе Наил Ғәйетбаев, “Ағиҙел” һәм “Башҡортостан ҡыҙы” журналдарының баш мөхәррирҙәре Әмир Әминев менән Гөлназ Ҡотоева ҡатнашты.



– Евразия Яҙыусылар союзы, “Ағиҙел” һәм “Баш­ҡорт­остан ҡыҙы” журналдары менән берлектә ойошторған конкурс төрки донъяла, шул иҫәптән Башҡортостанда өсөнсө тапҡыр уҙғарыла. Бәйгенең әһәмиәте йылдан-йыл арта барыуы ҡыуаныслы. Быға тиклем башҡорт әҙә­биәтендә билдәле булмаған бик күп исемдәр асыла, – тип билдәләне Гөлназ Ҡо­тоева.
Әмир Әминев әйтеүенсә, уҙған йылдарҙа ойошто­рол­ған конкурстарҙа Гөлсирә Ғиззәтуллина һәм Тәскирә Даянова лауреат булған. Уларҙың хикәйәләре төрөк теленә тәржемә ителгән һәм төрки журналдарында ба­ҫыл­ған. Быйыл жюри хөкө­мөнә башҡорт авторҙарынан 33 эш ҡабул ителгән, шулар араһынан Ишембай ҡала­һындағы Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге гим­назия-интернатының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөл­нур Аҙна­баеваның “Фортуна” хикәйәһе иң яҡшыһы тип табылған.
– Быға тиклем ҙур күләмле хикәйәләргә тотонғаным юҡ ине. ”Фортуна” чечен һуғы­шын­да батырҙарса һәләк бул­ған яҡташтарыма ба­ғыш­лана. Киләсәктә лә был юҫыҡта эшләүемде дауам итермен, тим. Еңеүем бер этәргес көс булды. Ижадымды баһалағандары өсөн ҙур рәхмәт, – тип шатлығы менән уртаҡлашты еңеүсебеҙ.
2-се урынға – Миләүшә Ҡаһарманова, 3-гә Тамара Ғәниева лайыҡ булды. Конкурстың шарттары буйынса өс еңеүсе хикәйә авторҙары аҡсалата премия менән дә бүләкләнде. Турҙа ҡатнашҡан Спартак Ильясов менән Зөһрә Бәшәрова “Ағиҙел” һәм “Башҡортостан ҡыҙы” журналдарының дәртләндереү призына лайыҡ булды.
Гөлнур Аҙнабаеваның “Фортуна“ хикәйәһе киләһе турға Төркиәгә ебәреләсәк.
– XI-XII быуаттың атаҡлы төрөк филологы һәм һүҙ­лексеһе исемен йөрөткән конкурста төрки телле 25 ил ҡатнаша. Бындай саралар төрки донъяһы өсөн бик әһәмиәтле, – тип һүҙен тамамланы Евразия Яҙыусылар союзы рәйесе Яҡуб Омероғлы.



Вернуться назад