Күршеләр шәхестәрен күтәрә белә02.12.2014
Ошо көндәрҙә миңә Татарстандың Ғ. Туҡай исемендәге Арча педагогия колледжында ойошторолған Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһында ҡатнашырға тура килде. Сарала татарса “Әлифба”ның тарихына байҡау яһау, хәҙерге үҫеш мөмкинлектәрен барлау, авторҙары Сәләй Вәғизов менән Рәмзиә Вәлитованы хөрмәтләп иҫкә алыу, был шәхестәрҙең исемен мәңгеләштереү, әсбаптың музейы асылыуға 15 йыл тулыуҙы билдәләп үтеү, телде һаҡлауға бәйле шарттарҙы киңәйтеү кеүек изге маҡсаттар ҡуйылғайны.

Кәңәшмәлә Татарстандың Мәғариф ми­нис­тр­лығы, Мәғарифты үҫтереү институты белгес­тә­ре, Ҡазан федераль университеты ғалимдары, төрлө өлкә, республика педагогтары, ветеран уҡытыусылар ҡатнашты.
“Әлифба”ның тарихы тураһындағы сығыш айырыуса фәһемле, ҡыҙыҡлы булды. Әсбап тормош менән бергә үҙгәргән, камиллашҡан, авторҙары ла алмашынып торған. Ғәрәпсә яҙылған тәүге “Әлифба”лағы ябай һүрәттәр, яҙыуҙар айырым ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Унда уҡыу-яҙыуға өйрәтеү менән бергә әҙәп-әхлаҡ ҡағиҙәләре тураһында ла күп мәғлүмәт би­рел­гән. Ә авторҙары Сәләй Вәғизов һәм Рәмзиә Вәлитованың тормошонан, хеҙмәтенән һәр кем үрнәк алғандыр, моғайын. Ифрат ауыр мәл­дәрҙә лә улар эшенә тоғро ҡалған, бурысын тейешле кимәлдә үтәргә көс тапҡан.
Конференцияла ҡатнашҡан халыҡ колледж­да 1999 йылда ойошторолған музейҙы ла ҡа­ра­ны. Рухи мөйөштә 1 226 экспонат бар, улар­ҙың 265-ен төрлө илдәрҙән алынған “Әлифба” тәшкил итә. Бында донъялағы бихисап алфавит, уларҙың барлыҡҡа килеүе тураһында бай мәғлүмәт тупланған. Сәләй Вәғизов менән Рәм­зиә Вәлитованың тормошо, педагогик эш­мә­кәрлеге киң сағылдырылған. Улар 1965 йылдан алып татар мәктәптәре өсөн “Әлифба”, 43 дәреслек һәм методик әсбап сығарған. Рухи мөйөштә Төркиәнән, Финляндиянан, Германиянан, Һиндостандан, Швейцариянан, Американан, Бөйөк Британиянан, Белоруссиянан ту­рис­тар булған. Шуны әйтергә кәрәк: ул – Рәсәйҙә беренсе “Әлифба” музейы.
Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар башланғыс мәк­тәптәге проблемаларҙы хәл итеү, унда эшләгән уҡытыусыларҙың хеҙмәтен баһалау, дәрәжәһен күтәреү мөһимлеге хаҡында һөйләште, “Әлиф­ба” тураһында фекер алышып, уға һәйкәл ҡу­йыу зарурлығын билдәләне.
Колледждың матди-техник хәленең яҡшы­лығы, барлыҡ кабинеттарҙың, тамаша залының заманса биҙәлеше һәр кемде һоҡландыр­ған­дыр, моғайын. Ятаҡта ла йәшәү, белем алыу өсөн уңайлы мөхит тыуҙырылған. Конференцияла төп иғтибар татар телен уҡытыу өсөн яҡшы шарттар булдырыу мәсьәләһенә йүнәл­телде. Уның ифрат кәрәкле, мөһим булыуын билдәләнеләр. Ғөмүмән, Татарстанда телде, милләтте, илде һаҡлау, яҡлау, ҡурсалау йәһә­тенән аныҡ эш алып барыла.
“Башҡортостанда ҡасан телебеҙ ошондай юғарылыҡҡа күтәрелер? Арҙаҡлы шәхестәре­беҙҙе ваҡытында баһаларға өйрәнербеҙме?” тигән уйҙар тынғылыҡ бирмәне тыуған ергә ҡайт­ҡанда. Юғиһә, мәҫәлән, ошо сарала үҙ “Әлиф­ба”быҙ авторы Аб­драхман Ғәлләмов тураһында сығыш яһарға әҙерләнер өсөн күпме эҙләнергә тура килде! Камил Яйыҡбаевҡа рәхмәт: “Мәғри­фәтсе мө­ғәллимдәр, күренекле уҡытыусылар һәм мә­ға­риф эшмәкәрҙәре” тигән китап яҙып, халҡына ҙур хеҙмәт күрһәткән. Башҡа йүнле мәғлүмәт табырлыҡ түгел, хатта Интернет селтәрендә лә. Ә бит Баймаҡ районынан ғына бер түгел, өс әлифбасы сыҡҡан (А.Ә. Ғәлләмов, Т.Х. Аслаев, Ф.Ш. Сынбулатова)! Сибай педагогия колледжында улар тураһында мәғлүмәт бармы, шә­хестәрҙең исемен киң таратыу йәһәтенән ниндәй эштәр башҡарыла икән?
Динә АЙЫТҠОЛОВА,
Өфө күп профилле белем биреү колледжының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.



Вернуться назад