Кем донъяға кеше бүләк итә,
Ә кешегә — яҡты донъяны.
Ул, әлбиттә, йәшәү сығанағы,
Тормош ҡото — Әсә, ҡатын-ҡыҙ!Кем бар донъяла балалары тураһында Әсә кеүек ҡайғыртҡан, Әсә кеүек ҡайғырған? Тыуғас та, улар беҙҙе аҡ биләүгә биләп, аҡ бәхеттәр теләгән.
Әсә килә шат сабыйын ҡосоп-ҡыҫып,
Бәхетенән ҡанатланып китер
һымаҡ бына осоп.
Ә ҡаршыға, ҡаршыларға,
айыра баҫып атай килә,
Килеп еткәс, үҙе көлә, Әсә көлә,
сабый көлә...
Донъяның ошо гүзәл мәле, ошо хәле, ошо йәме тураһында образлы итеп әйтә алған шағирҙарҙың оҫталығына нисек һоҡланмайһың!.. Мәңге шулай осраштыр ҙа бәхетле ит кешеләрҙе — көлһөн Әсә, көлһөн ата, сабый ҡушылып шарҡылдаһын, көлә-көлә күҙҙәренән йәше тамһын шат донъяның!
Әсәйҙәр — өйҙөң йәме, тормошта оло терәк. Йығылып китеп имгәнгәндә беҙгә уларҙың аяуы кәрәк, ҡыйын саҡта һыйынырға ҡосағы кәрәк. Уларҙың теләге лә һулар һауалай, эсәр һыуҙай барыбыҙға бик кәрәк. Нисә йәштә булыуыбыҙға ҡарамаҫтан, улар беҙҙе һәр саҡ бәлә-ҡазанан араларға, һаҡларға әҙер, сабырлыҡтары ла, түҙемлектәре лә бары балалары хаҡына. Беҙҙең күңелдәрҙә ни барын ҡарашыбыҙҙан, тын алышыбыҙҙан белеп-һиҙеп тора улар. Балаларының шатлығынан улар бәхетле, кескенә бүләгебеҙгә лә рәхмәтле. Беҙ йылмайһаҡ — улар көлә, көйөнһәк — күҙ йәше аға, кейенһәк — уларға ла йылы, ашаһаҡ — улар ҙа туҡ. Мең сауаплы әсәйҙәрҙең ҡәҙерен ваҡытында беләйек!
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бер-беребеҙҙең баһаһын йылдар үткәс, ғүмер уҙғас, һуңлап ҡына аңлайбыҙ, бергәлектең ҡәҙерҙәрен белмәйбеҙ. Үҫеп, һәр ҡайһыбыҙ үҙ тормошо менән йәшәй башлағас, эш күплеккә, ваҡыт юҡлыҡҡа һылтанабыҙ, үкенестәр, һыҙланыуҙар беҙҙе аҙаҡ сыбыртҡылай.
Эй, Әсәйҙәр, ниндәй йөрәк һеҙҙә,
Ауырлыҡҡа сыҙам, түҙем һеҙ.
Ә шатлыҡтан күңелегеҙ тулып,
Мөлдөрәмә йәштә күҙегеҙ!
Әсәйебеҙ, һин беҙгә һәр саҡ, һәр яҡлап әҙәп өлгөһө булдың, тик беҙ, балаларың, һинең көҙгөң, сағылышың була алдыҡмы?
Һәр бер өйҙә көн «балам», «әсәй» һүҙенән башлана, ғүмерҙәр ҙә ошо һүҙ менән тамамлана. Барыбыҙға йәшәү һулышы өргән иң ғәзиз кешебеҙҙе, һөйөклө әсәйебеҙҙе юғалттыҡ. Беҙ — күҙ нурһыҙ, атайыбыҙ Ҡояшһыҙ ҡалды. Әле лә ошо ҡараңғылыҡҡа сумған донъяға һис күнегеп булмай.
Һинһеҙ үткән көндәрҙе,
Әсәй, һанап арыныҡ.
Үҙебеҙ менән бергә китер
Ҡайғыларға тарыныҡ.
Күпме һөйләр һүҙҙәр ҡалған,
Серҙәр ҡалған әйтелмәй.
Ниңә икән тереләргә
Ваҡыт тигәнең етмәй?!
Иҫкә төшмәгән көнөбөҙ юҡ, әсәй! Йәшлек сибәрлеген юймаған һөйкөмлө йөҙөңдө һағынабыҙ, һағыныуҙарыбыҙ ерҙән күктәргә ҡәҙәр. Ваҡытында ҡыйын тойолған эштәр, мәшәҡәттәр әле килеп һағындыра, танһыҡтар. Ауырһынған саҡтар өсөн хәҙер үкендерә. Сәстәрҙе ваҡыт та, нужа ла ағарта, ә беҙ ағартҡандары күберәктер барыбер. Битеңдәге йыйырсыҡтарың, йөрәк борсоуҙарыбыҙ, үҙебеҙ ҙә һиҙмәй рәнйеткәндәребеҙ өсөн кисерһәң ине.
Балалар үҫтергән сағығыҙҙа атайыбыҙ командировкалы эштә йөрөнө. Бер үҙеңә — алты бала, алты холоҡ, йорт-ҡура, ҡош-ҡорт, мал-тыуар мәшәҡәттәре. Бар ауырлыҡтарға ла түҙем, сыҙам булдың. Газ юҡ, утын яғып өй йылытыу, күмәк баланың өҫ-башын ҡарау, мәктәпкә әҙерләү, йыйылыштарға йөрөү — бер үҙеңә. Ҙур балаға эштең ҙуры, төпсөккә — төбө тигәндәй, оло бала булараҡ миңә лә һинең менән бергә тартыу тейҙе «Уф, Алла» арбаһын. Кискә тиклем икмәк килгәнен көтөп магазин тупһаһын һаҡлауҙар, көндәр буйы һағалап-көтөп тә икмәкһеҙ ҡалған саҡтар... Тормошта бер ни ҙә эҙһеҙ ҡалмай. Түҙеү — үҙе туҙыу, иртәрәк туҙҙың, әсәй.
Үҙегеҙ етемлекте иртә татып, күп ғазап сигеп, тормош сынығыуҙарын үткәнһегеҙ, әммә беҙҙе ас-яланғас итмәнегеҙ. Алтмышыма ҡәҙәр атайлы-әсәйле булдым, яҙмышыма мең рәхмәт, был бәхеттең дә бәхете түгелме?! Улар менән беҙ аяулы ла, яҡлаулы ла, көслө лә булдыҡ. Рәхмәт һеҙгә иң бәхетле көндәребеҙ өсөн! Йөҙөгөҙгә ҡыҙыллыҡ килтермәнек.
Атайыбыҙ әле лә һинең эҙҙәреңде тойоп, ҡасандыр бергә үткән һуҡмаҡ буйлап һинең ҡәбереңә сәскә ташый. Йыл буйы бер үк юлдан көнөнә икешәр мәртәбә үтә. Күптән инде яңы «Әмир — Миңлегөл» һуҡмағы һалынған. Элек сәй эскәндә атайым “Эс сәйеңде, әбей, һыуытмай» тигәндәй, әле лә ул һин ризыҡланған өҫтәл янына ултыра.
Рухыңа бағышлап уҡытҡан Ҡөрьән аяттары нурҙар булып күккә таралһын. Йәндәрең тыныслыҡта булһын, әсәй...