Башҡортостан ерле автономияһы нисек яуланды?29.11.2014
Башҡортостан ерле автономияһы нисек яуланды? 1917 йылдың 15 ноябрендә (яңы стиль буйынса 29 ноябрҙә) Ырымбур ҡалаһында башҡорт милли хәрәкәтен етәкләгән Үҙәк шура (совет) тарафынан Башҡортостан ерле мөхтәриәте иғлан ителә. Был ваҡиғаны үҙен “чын (ысын) башҡорт” тип йөрөткән башҡорт зыялыһы “Бөйөк тарихи күренеш” тип билдәләй. Ысынлап та, был тарихи аҙым башҡорт халҡының үҙбилдәләнешкә булған хоҡуғын тормошҡа ашырыу, уның дәүләтселегенә нигеҙ һалыу тип ҡабул ителергә тейеш. Был мәсьәләне тарихсы, профессор Билал Юлдашбаев һәм журналист Дәүләт Мәһәҙиев күтәреп тә сыҡҡайны.

Билдәле булыуынса, 1919 йылдың 23 марты — Башҡорт автономиялы республикаһының тыуған көнө. Бын­да Үҙәк Совет власы менән Башҡорт хөкүмәтенең Башҡорт Совет Автономия­һы тураһындағы килешеүе күҙ уңында тотола. Дөрөҫөн әйткәндә, был датаны ошоғаса йәшәп килгән Башҡорт ерле автономияһын Совет хөкүмәте тарафынан таныу көнө тип ҡабул итергә кәрәк.
Ғөмүмән, башҡорт милли хәрәкәтенең барлыҡҡа килеүе 1917 йылдың 1 — 10 майында Мәскәүҙә үткәрелгән Беренсе Бөтөн Рәсәй съезы менән бәйле. Унда ҡатнашҡан 50-нән ашыу башҡорт делегаты Сәғит Мерәҫов, Зәки Вәлиди, Аллабирҙе Йәғәфәров етәкселегендә “Башҡорт өлкә бюроһы” тигән ойошма төҙөй, һәм уға башҡорт ҡоролтайҙарын әҙерләү бурысы йөкмәтелә.
Башҡортостанда милли дәүләт төҙөү эше 1917 йылдың июль (Ырымбур) — август (Өфө) айҙарында уҙған Беренсе һәм Икенсе башҡорт ҡоролтайҙары менән башланып китә. Был съездарҙа тәү сиратта ерле автономия мәсьәләләре ҡа­рала. Ҡоролтайҙарҙы ойоштороу эшенә, төрлө ҡарарҙар ҡабул итеүгә Әхмәтзәки Вәлиди бик күп көс һала, башҡорт милли хәрәкәтенең етәксеһе, төп идеологы була. Шуға күрә 3. Вәлиди Рәсәйҙә федерализм идеяһына нигеҙ һалған шәхескә әйләнә. Хәҙерге Мәскәү публицистары уны юҡҡа ғына “рус федерализмының атаһы” тип яҙып сыҡманы.
Шуны ла билдәләргә кәрәк: берен­сенән, Совет тарих фәне 1917 йылғы башҡорт милли хәрәкәтен революцияға ҡаршы, реакцион булған тип нарыҡлай. Совет тикшеренеүселәре башҡорт хәрә­кәтен, халыҡ менән ныҡлы бәйләнеше булмаған һәм тик буржуаз-юғары ҡатлам мәнфәғәттәрендә ойош­торолған тип иҫбатларға тырыша. Был осраҡта улар башҡорт халҡының сәйәси һәм иҡтисади үҫеш кимәлен инҡар итеп, түбәнһетеп күрһәтергә маташа. Имеш, үҙбилдәләнеш идеяһы күсмә тормош алып барған башҡорттар өсөн буй етмәҫлек бейеклек булған. Шулай итеп башҡорт халҡының тарихи традицияһы, быуаттар дауамында ер һәм азатлыҡ өсөн, үҙенең хоҡуҡтарын яҡлап көрәшеүе бөтөнләй иҫәпкә алынмай. Икенсенән, башҡорт­тарға автономияны Октябрь революция­һы, большевиктар бирҙе тигән фекер алға һөрөлә. Был ҡараш ҡайһы бер тарихсылар һәм публицистар араһында хәҙерге көндә лә йәшәп килә. Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәтенең Февраль революцияһынан һуң барлыҡҡа килеүе, тәүге ҡоролтайҙар үтеүе һәм автономия, үҙбилдәләнеш мәсьәләләре Ваҡытлы хөкүмәт алдына ла ҡуйылыуы бындай фекерҙең ысынбарлыҡҡа тап килмәүен күрһәтә. Башҡорт автономиялы милли дәүләтселеген төҙөү тарихын объектив рәүештә һүрәтләү һәр төрлө уйҙырма­ларҙы фашларға төплө нигеҙ бирә.
Октябрь революцияһына тиклем башҡорт милли хәрәкәтенең етәксе органы — Башҡорт үҙәк шураһы (Советы), уның аныҡ программаһы, стратегик һәм тактик йүнәлеше төҙөлә. Шулай уҡ Башҡорт үҙәк шураһы халыҡ менән тығыҙ бәйләнеш булдыра.
Октябрь революцияһынан һуң, илдәге килеп тыуған сәйәси хәлгә ярашлы, Башҡорт милли шураһы бөтә башҡорт халҡына тәғәйенләнгән 1-се фарманды ҡабул итә (11 ноябрь, 1917 йыл). Унда Октябрь инҡилабына, бәреп төшөрөлгән Ваҡытлы хөкүмәткә баһа бирелә, автономия, ер һәм башҡа мәсьәләләргә ҙур иғтибар бүленә. Совет власының халыҡтарҙың үҙбилдәләнеш хоҡуғын яҡлап сығыш яһауына ҡарамаҫтан, большевиктар түңкәрелешенә лә, Ваҡытлы бәләкәй хөкүмәткә лә кире ҡараш белде­релә. Фарман буйынса, үрҙә күр­һәтелгән ике көстөң бәрелеше кисек­тергеһеҙ булыуына иғтибар йүнәлтелә. Был осраҡта башҡорттар, әгәр илдә граждандар һуғы­шы башланһа, бер яҡҡа ла ҡушылмая­сағын белдерә. “Беҙ большевик та, меньшевик та түгел, беҙ тик башҡорттар һәм бындай хәлдә үҙебеҙҙең мәнфәғәтте яҡларға тейешбеҙ”, тигән фекер алға һөрөлә. Ошо принципҡа нигеҙләнеп, Башҡорт шураһы автономия иғлан итеүҙе һәм милли ҡораллы көстәр төҙөүҙе көн үҙәгенә ҡуя. 1-се фарманға ярашлы, 15 ноябрҙә Ырымбурға атаман Дутовтың казак ғәскәрҙәре килеп ингәс, шул уҡ көндә Шура үҙенең исеменән 2-се фарманды ҡабул итә. Был фарман “Ырымбур губернаһының Щадринск, Екатеринбург өйәҙҙәре башҡорттарына, округ һәм район башҡорт шураларына” тип атала һәм Ырымбур, Өфө, Пермь, Һамар губерналары сиктәрендә Баш­ҡортостандың ерле автономияһын иғлан итә. Башҡорт халҡы автономия иғлан итеүҙе ҙур шатлыҡ, оло ҡыуаныс менән ҡаршы ала. Темәс, Мораптал, Борай һәм башҡа ҙур башҡорт ауылдарында, Бөрөлә ошо айҡанлы йыйылыштар ойошторола һәм Ырымбурға ҡотлау хаттары, телеграммалар ебәрелә. Халҡыбыҙҙың бөйөк шағиры, Үҙәк шураның сәркәтибе Шәйехзада Бабич ерле автономия иғлан итеүгә үҙенең “Олуғ шатлыҡ” шиғырын бағышлай:
Яңғырап шаулап сыҡҡан
шатлыҡ йырын
Фәрештәләр һөйөнөп тыңлаһын.
Шатландырҙың тәңрем,
һибеп нурың,
Башҡортостан халыҡ донъяһын.
Ябраил мәләк, елпеп ап-аҡ ҡанат,
Осоп йөрөһөн Башҡортостанда.
Хәбәр бирһен тиеп: “Булдың азат!
Сыҡтың йәмле гөллөбостанға”.
Азат булды ғәзиз Каруанһарай,
Азат булды барлыҡ ерҙәрең...
Йырлап ебәр һөйөнөп, уйнап ҡурай,
Сыҡһын тиҙерәк шатлыҡ йырҙарың.
Үләм... Ташам... Тормайым,
ашам күккә...
Үкенмәйем инде үлһәм дә...
Үкенмәйем инде тыуған йортҡа
Күкдин ҡарап көлөп торһам да...
(Ш. Бабичтың был шиғыры Башҡорт шураһының баҫма органы булған “Баш­ҡорт” гәзитендә 1917 йылдың 24 ноябрь һанында донъя күрә).
Ошо ваҡиғанан һуң башҡорт милли хәрәкәте етәкселәре шунда уҡ Бө­төн башҡорт ҡоролтайын саҡырыу буйынса әүҙем эш башлай. 1917 йылдың 8 – 20 декабрендә Ырымбурҙа үткән III Бөтөн башҡорт ҡоролтайы Башҡор­тос­тандың үҙбилдәләнеше, йәғни ерле авто­но­мияһы буйынса ҡарар ҡабул итә: “Ҡоролтай бер тауыштан 15 ноябрҙә Үҙәк башҡорт шураһы тарафынан иғлан ителгән Башкурдистан территориаль-милли автономияһын раҫлай” тип белдерелә. Ҡоролтайҙың “Бөтөн Рәсәй Федерацияһы һәм Башкурдистандың шул федерацияға мөнәсәбәте” исемле резолюцияһы менән ил кимәлендә бе­ренселәрҙән булып федерализм пробле­маһы күтәрелә. Уның буйынса Баш­ҡор­т- остан Рәсәй Федерацияһының автономиялы өлөшө булыуы таныла, һәм Үҙәк власть уны закон ни­геҙендә рәсми раҫларға тейеш була. Ойоштороу ҡорол­тайында автономияның биләмә­ләре туғыҙ кантонға бүленә, ул “Бәләкәй Башҡортостан” тип атала. Ни өсөн тигәндә, ул ваҡытта күпселек башҡорттар йәшәгән һәм большевиктар ҡулында булған Өфө губернаһы өйәҙҙәре ситтә ҡала. (Оло Башҡортостан 1922 йылда ғына барлыҡҡа килә). Ҡоролтайҙа шулай уҡ закондар сығарыусы һәм башҡарма власть органдары ла төҙөлә. “Кесе Ҡоролтай” тип аталған автономия предпарламенты ойошторолоп, ул закондар сығарыу вәкәләтенә эйә була.
Предпарламент беренсе Башҡорт хөкүмәтен төҙөй. Уның рәйесе итеп юғары белемле юрист Юныс Бикбов тәғәйенләнә. 3. Вәлиди, Хөкүмәт ағзаһы булараҡ, хәрби һәм эске эштәр бүлеген етәкләй, И. Мутин — финанс, Ғ. Айытбаев — ер эштәре, Ғ. Әҙеһәмов — халыҡ мәғарифы, X. Йомағолов иҡтисад бүлектәренә етәкселек итә. Ғ. Ҡыуатов һәм А. Йәғәфәров юстиция һәм эске эштәр бүлектәрендә урынбаҫар вазифа­һын башҡарырға тейеш була. Ҡоролтай­ҙың милли ғәскәр, дини идара төҙөүгә ҡағылышлы ҡарарҙары ла айырым иғти­барға лайыҡ. 1918 йылдың башында ”Бәләкәй Башҡортостандың автономия­һы тураһында положение” исеме аҫтын­да демократик принциптарға нигеҙләнгән Башҡортостандың беренсе Конституция­һы төҙөлә.
Әммә Дутов тарафынан баҫып алынған Ырымбурҙа иғлан ителгән автономия Үҙәктә танылыу тапмай. 1918 йылдың ғинуар-февралендә иһә Ырымбур губернаһында ҡайтанан Совет власы тергеҙелә. Ә Башҡорт хөкүмәте ағза­лары, шул иҫәптән 3. Вәлиди ҙә, Совет власына яҡшы мөнәсәбәттә булыуҙарын бер нисә тапҡыр белдереп ҡараһа ла, атаман Дутов менән хеҙмәттәшлек итеүҙә ғәйепләнеп, 1918 йылдың 18 февралендә ҡулға алына һәм төрмәгә ябыла. Уларҙы ҡулға алыуҙа Ырымбурҙағы мосолман хәрби-революцион комитеты етәкселәре Ғәли Шәмиғолов, Баһау Нуриманов, Кәрим Хәкимов, башҡорттарҙың үҙбил­дәләнешенә ҡаршы сығып, туранан-тура ҡатнаша. Шул уҡ ваҡытта Таналыҡ — Баймаҡта урындағы большевиктар мил­ли хәрәкәттә әүҙем ҡатнашҡан ике баш­ҡорт офицерын — Ғабдулла Иҙел­­баевты, Ғимран Мағазов­ты һәм ун баш­ҡорт һал­да­тын, биш поляк офицерын (башҡорт­тарға теләктәшлек белдергән өсөн) атып үлтерә.
Ошо мәлдән алып 1918 йылдың июль башына тиклем Башҡорт хөкүмәте үҙ эшмә­кәрлеген туҡтатырға мәж­бүр була.
Башҡорт милли хәрәкәте етәкселәренә ҡаршы алып барылған большевиктарҙың репрессив сәйәсәте башҡорт халҡының күпселегендә Совет власына ҡарата нәфрәт уята. 1918 йылдың апрель башында Ырымбур ҡалаһына Әмир Ҡарамышев төҙөгән башҡорт хәрби отряды һәм казактар һөжүм итеүенән файҙаланып, 3. Вәлиди һәм башҡа Башҡорт хөкүмәте ағзалары төрмәнән сығарыла. 1918 йылдың май аҙағында, чехословак корпусы һәм Һамар Комучы армияһының ҡораллы сығыштарынан һуң, башҡорт хәрәкәте лидерҙары Силәбе ҡалаһына килеп урынлашып, үҙ эшмәкәрлеген яңынан башлай. Хөкүмәт һәм Үҙәк шураны тергеҙәләр. 3. Вәлиди етәкләгән башҡорт хәрби шураһы ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә, башҡорт ир-егеттәренең илһөйәрлек рухына таянып, ике дивизиянан торған милли ғәскәр төҙөүгә өлгәшә.
Шуны билдәләп үтергә кәрәк: Башҡорт хөкүмәте (уны был ва­ҡытта Мстислав Ҡулаев етәкләй), аҡтар яғына күскәндән һуң, башҡорт ҡоролтайҙарының ҡарарҙарын тормошҡа ашырыу буйынса әүҙем эшкә тотона. Тиҙҙән урындарҙа Башҡорт хөкүмәтенә буйһонған идаралыҡ системаһы барлыҡ­ҡа килә. Урындарҙағы был башҡарма һәм суд властары ирекле отрядтарҙан, милициянан торған үҙ ҡораллы көстәренә таянып эш итә. Әлбиттә, һуғыш шарт­та- ­рында власть йыш үҙгәреп торған. Әммә шундай ҡыйынлыҡтар булыуына ҡара­маҫтан, Башҡорт хөкүмәте кантондарҙы һәм олоҫтарҙы (волость) мөмкин тиклем контролдә тотоу буйынса маҡсатлы һәм эҙмә-эҙлекле сәйәсәт алып барған. Шул уҡ ваҡытта аҡтар һүҙҙә (Һамарҙағы Комуч, Себер хөкүмәте) Башҡорт авто­номияһын таныған кеүек булһа ла, ғәмәл­дә нисек тә уның хоҡуҡтарын сикләргә тырыша, Башҡорт автономия­һының эске эштәренә ҡыҫыла.
Шулай ҙа Башҡорт хөкүмәте үҙ ниә­тендә ныҡ тора һәм, мәҫәлән, Колчактың билдәле түңкәрелешенән һуң да (1918 йыл, 18 ноябрь) үҙидара системаһын юҡҡа сығарыуға юл ҡуймай, милли ғәскәрҙәрҙе таратмай.
1918 йылдың 20 авгусында 4547-се бойороҡ менән Башҡорт автономия­һы­ның һәм милли ғәскәрҙәренең үҙаллылы­ғын белдереп торған өс төҫлө милли байраҡ ҡабул ителә. Тағы шуныһы мөһим: башҡорт хәрбиҙәренең үҙ хәрби формаһы була (күк мундир, ярым ай һәм йондоҙҙар төшөрөлгән шеврондар һ.б.). Аҙаҡтан да, Колчак түңкәрелешенән һуң, башҡорт корпусының Ҡыҙыл Армия һәм Совет власы яғына сығыуына ҡағылыш­лы һөйләшеүҙәр тик Башҡорт хөкүмәте исеменән алып барыла. Башҡорт Совет автономияһының проектын да шул уҡ Хөкүмәт әҙерләй. Ул проект 1919 йылдың 20 мартында төҙөлгән “Килешеү”ҙең нигеҙен тәшкил итә.
Бөгөн ҡайһы бер сәйәсмәндәр феке­ренсә, ил­дең милли-территориаль күр­һәт­кес буйын­­са бүленеүе, имеш, дәүләт- ­тең берҙәмлегенә һәм бөтөнлөгөнә ҡурҡыныс менән янай. Киреһенсә, милли респуб­ликаларҙы бөтөрөү, йәғни илде тик губер­наларға бүлеү милләт-ара низағтарҙы кө­сәйтергә мөмкин. Федераль үҙәк, әгәр хоҡуҡи демократик дәүләт төҙөргә теләй икән, федерализм принциптарын яҡлаған, тәрән фәнни нигеҙҙә эшләнгән милли сәйәсәткә таянырға тейеш.
Башҡортостан Республикаһының тө­ҙө­лөү тарихына иғтибар итһәк, ул Рә­сәйҙең федератив ҡоролошоноң нигеҙен тәшкил иткән субъект булды һәм була­саҡ. Рәсәйҙә ошо ҡоролошто нығытыу һәм үҫтереү, халыҡтарҙың үҙбилдә­ләнешкә булған хоҡуғын таныу барлыҡ милләттәргә үҫеш өсөн гарантия биргән берҙән-бер юл булыуын оноторға ярамай.

Марат ҠОЛШӘРИПОВ,
тарих фәндәре докторы, профессор.



Вернуться назад