Өфө районының Волков ауылынан алыҫ түгел Беренсе донъя һуғышында һәләк булғандарға мемориал асылды. Тап ошо тирәләге ауылдарҙан 1914 йылда яугирҙәр фронтҡа киткән. Беренсе донъя һуғышына Өфө һәм Ырымбур губерналарынан 500 меңгә яҡын кеше саҡырылған. Һәйкәлде эшләү өсөн Учалы районынан һигеҙ тоннаға яҡын төҫлө таш килтерелгән. Мемориал ҡуйыу идеяһын урындағы ауылдарҙың береһендә тыуып үҫкән Вадим Гәрәев тәҡдим иткән. Был һәйкәл Башҡортостанда Беренсе донъя һуғышы йылдарында һәләк булғандарға арналған берҙән-бере әлегә. Эшкә урындағы халыҡ ҙур көс һалған.
Беренсе донъя һуғышы яугирҙәренә Өфөлә лә һәйкәл асырға ниәтләйҙәр. Скульптура Еңеүҙең 50 йыллығы исемендәге сквер биләмәһендә урынлашасаҡ.