“Ҡыҙыл келәм” кемгә дан килтерер?29.11.2014
“Ҡыҙыл келәм” кемгә дан килтерер? Ҡыҙыл келәм буйлап үтеү – һәр кино фестиваленең йолаһы. Ана, Куба, Иран, Татарстан, Үзбәкстан вәкилдәре килә. Уларҙы Рәсәйҙең билдәле кино сәнғәте вәкилдәре алыштыра, Башҡортостан артис­тары мәртәбәле атлап уҙа. Шәп башланып китте “Аҡбуҙат” халыҡ-ара милли һәм этник фес­тивале: рух күтәренкелеге, профессиональ әҙерлек, халыҡ-ара кимәл тойолдо!

Башҡортостан Хөкүмәтенең Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғи­тов, кино фестивален асып, сарала ҡатна­шыусы­ларға Президент Рөстәм Хәмитов­тың ҡотлау һүҙҙә­рен еткер­ҙе. “Ҡанатлы ат Йыһан буй­лап донъя гиҙгән кеүек, беҙҙең “Аҡбуҙат” та юғары осһон, бейек­лектәр яулаһын!” – тине ул сығы­шында.
Салауат Тәлғәт улы исе­ме донъяға билдәле оператор, заманында Ю. Гага- рин­дың Йыһандан осоп ҡайтыуын, ядро ҡоралын тикшереүҙәрен киноға тө­шөр­гән Мәхмүт Мө­хәмтйән улы Ра­фиҡовҡа Салауат Юлаев орденын тап­шырҙы. Рәсәйҙең мәҙә­ниәт министры Владимир Мединскийҙың ҡотлау хаты ла уҡып ишеттерелде. Әйт­кәндәй, Мәхмүт Рафиҡов — беҙҙең яҡта­шы­быҙ, 1924 йылда Баш­ҡор­тостанда тыуған. Опера­торлыҡ хеҙмәте өсөн шулай уҡ “Ника” премия­һына ла лайыҡ булған шә­хес. Зал Мәхмүт Мөхә­­мәтйән улына аяғүрә тороп ҡул сапты!
Алып барыусыларҙың береһе Рәсәйҙә киң билдәле актриса Ольга Кабо була, тип гәзиттең йома һанында хәбәр иткәйнек инде. Башҡорт егете Таһир Вахитов менән улар тантананы бик дәртле, йәнле итеп алып барҙы. “Һәр халыҡ үҙенсә ҡунаҡ­сыл, ә бына башҡорт­тарҙың ҡунаҡсыллығы ха­ҡын­да легендалар яҙыр­лыҡ!” – тине Ольга хис-тойғоларын йәшермәй. Эйе, ул Азат Биксурин ҡырҡып алып уйнаған ҡурайға ла, “Мираҫ” ансамбленең сығышына ла таң ҡалды! Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры артиста­ры­ның, “Сураман” этно-төркөмө, “Шатлыҡ” бал бейеүҙәр халыҡ ансамбленең сығыштары – былар бары­һы ла тамашасыға иҫ киткес тәьҫир итте. Скрипкасы, 1996 йылда фильм-әкиәттә Аҡбуҙатты эҙләгән Сыңғыҙ Ханнанов үҙенең виртуоз­лығы менән залдағы­ларҙың күңелен яуланы.
“Ҡыҙыл келәм” кемгә дан килтерер?Ә инде сәхнәгә бер-бер артлы дан­лыҡлы жюри ағзалары күтәрелә баш­ла­ғас, сараның профессиональ кимәле тағы ла асыла төшкәндәй булды. Актер, режиссер Шәүҡәт Абдусә­лимов, актер, йәмәғәт эшмәкәре Давлат Худоназаров, артист, Европа киноака­демияһы ағза­һы Актан Арым Кубат, кинодраматург, профессор Одельша Агишев милли һәм этник кино фестиваленең әһәмиәте, халыҡтарҙың мәҙә­ниәт аша бер-бере­һе­нең рухи донъяһына юл һалыуы хаҡында һөйләне.
“Ҡыҙыл келәм” кемгә дан килтерер?Кисә М. Аҡмулла исемен­дәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты сту­дент­тары Шәүҡәт Абдусәлимов менән осрашты. Ошо уҡ көндә “Башҡортостан” киностудияһының фильм төшөрөү павильонын асыу тантанаһы булды.
Бөгөн “Аҡбуҙат” халыҡ-ара милли һәм этник фестивале ябыла. Еңеүселәр хаҡында киләһе һандарҙа уҡырһығыҙ.




Вернуться назад