Ер мәсьәләһе көнүҙәк29.11.2014
Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты, Ер мөнәсәбәттәре һәм төҙөлөш комитеты ағзаһы Марсель Йосопов Дмитрий Медведевтың Өфөләге төбәк йәмәғәт башланғысында ҡабул итеү бүлмәһендә һайлаусылар менән осрашты.
Республика халҡы депутатҡа ер мөнәсәбәттәре өлкәһендәге, шулай уҡ торлаҡ шарттарын яҡшыртыу, ижади проекттарҙы тормошҡа ашырыу мәсьәләләре менән мөрәжәғәт итте. Өфөлә йәшәгән ҡатын ҡала халҡына шәхси торлаҡ төҙөү өсөн ер бүлеү тураһында мәғлүмәт биреүҙе үтенде. Өфө районынан килгән ир күп балалы ғаиләләргә бер тапҡыр бушлай ер участкаһы биреү мәсьәләһе буйынса мөрәжәғәт итте. Шәхси эшҡыуар ҡуртымға алған бина хужаһы менән бәхәс тыуыуына зарланды.
Ҡабул итеү сараһына шулай уҡ йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, ижади эшмәкәрҙәр килгәйне.