Дуҫлыҡ ауыр осорҙа һынала29.11.2014
Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай йортонда республика парламенты Рәйесе Константин Толкачев Төркиәнең Бөйөк Милли Йыйылышы делегацияһы менән осрашты, яҡтар иҫтәлекле бүләктәр менән алмашты.
Константин Толкачев Башҡортостандың социаль-иҡтисади үҫеше тураһында һөйләне, 2015 йылда ШОС һәм БРИКС халыҡ-ара саммиттарын үткәреүгә әҙерлек барышы менән таныштырҙы.
— Башҡортостан ошондай юғары кимәлдәге сараны уҙғарыу урыны итеп тиккә генә һайланмаған. Республикабыҙ халыҡ-ара һәм тышҡы иҡтисади хеҙмәттәшлекте әүҙем үҫтерә, донъяның 90-дан ашыу иле менән сауҙа-иҡтисади бәйләнеш булдырған. 1996 йылдың июненән алып Башҡортостан Республикаһы һәм Төркиә Республикаһы Хөкүмәттәре араһында Сауҙа-иҡтисади, ғилми-техник һәм мәҙәни хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеү ғәмәлдә, — тип белдерҙе Константин Толкачев.
— Республикабыҙҙан яғыулыҡ-энергетика комплексы, органик химия продукцияһы, дизель яғыулығы, ашламалар, полиэтилен, синтетик каучук экспортлана. Төркиәнән машиналар һәм ҡорамалдар, резина, быяла ҡойоу өсөн формалар, экскаваторҙар, цистерналар, металдар, шулай уҡ аҙыҡ-түлек индерелә, — тине спикер.
Башҡортостанда Төркиә капиталы ҡатнашлығында ойошторолған 93 предприятие эшләй. Улар күмәртәләп һәм ваҡлап һатыуҙа, төҙөлөштә, аҙыҡ-түлек, йорт йыһазы, кейем, ҡорамалдар етештереүҙә, шулай уҡ кафе һәм ресторандар эшмәкәрлеге йүнәлешендә махсуслашҡан.
Үҙ сиратында, Бөйөк Милли Йыйылыш сенаторы Сәлих Капусуз сәфәрҙең әһәмиәтен билдәләне.
— Көнбайыштың күп кенә илдәре Рәсәйгә ҡаршы санкциялар индерҙе, шулай уҡ Төркиә тирәһендә лә бәхәс ҡуйыра. Илебеҙҙә мөһим сәйәси ваҡиғалар бара. Дуҫлыҡ тарихтың нәҡ ошондай ҡатмарлы осоронда һынала ла инде, – тине Төркиә делегацияһы башлығы.
Ул Башҡортостан менән Төркиә араһында сауҙа мөнәсәбәттәрен артабан да үҫтереү кәрәклеген билдәләне, Төркиәлә Башҡортостан илселеген ябыуға ризаһыҙлығын белдерҙе.