Хеҙмәттәшлек нығына29.11.2014
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың Италияға эш сәфәре тамамланды. Ике көн дауамында республика башлығы машиналар эшләү, еңел сәнәғәт, медицина өлкәһендәге 20-нән ашыу компания етәкселеге һәм вәкилдәре менән һөйләшеү үткәрҙе.

Осрашыуҙар барышында Рөстәм Хәмитов республиканың әҙер тауар һатып алыуға түгел, ә Башҡортостанда берлектәге предприятиелар асыуға, яңы эш урындары булдырыуға өҫтөнлөк биреүен билдәләне. Италияның эшлекле даирәләре республиканың инвестиция ҡеүәтен юғары баһаланы, хеҙмәттәшлеккә әҙер булыуын белдерҙе. Рөстәм Хәмитовтың саҡырыуы буйынса ҡайһы бер компаниялар етәкселеге республикаға килеү мөмкинлеген ҡарай.
Әйткәндәй, ошо көндәрҙә Миланда Башҡортостан менән таныштырыу сараһы ойошторолдо. Республика башлығы Италия эшҡыуарҙарын 2015 йылда Өфөлә үтәсәк ШОС һәм БРИКС илдәре саммиттарының эшлекле советтарында ҡатнашырға саҡырҙы.
Италия — Башҡортостандың төп партнерҙарының береһе. Тышҡы сауҙа әйләнеше күләме буйынса ул дүртенсе урынды биләй. Былтыр был күрһәткес 1,2 миллиард доллар тәшкил иткән. Ошо күләмдең 90 проценттан ашыуы экспорт тауарҙарына тура килә. Башҡортостан Италияға, нигеҙҙә, нефть һәм нефть продукттары һата, ә республикабыҙға машиналар эшләү, химия һәм металлургия сәнәғәте продукцияһы индерелә. Республика иҡтисадында 2013 йыл аҙағына 1,9 миллион доллар Италия инвестицияһы тупланған. Әле 13 берлектәге предприятие эшләй.



Вернуться назад