“Әле ямғыр яуа бит!”29.11.2014
Колхоздарға уполномоченный тип аталған кешеләр һәр кампания ваҡытында килеп тула ине. Уңыш йыйыу осоронда бер вәкилде Әлибай бабайымдарға фатирға ҡуялар.
Төшкө аш ваҡытында көслө ямғыр яуып, түбәнән һыу үтә башлай. Вәкил бабайҙан:
— Ниңә өйөңдөң башын япмайһың?— тип һорай.
Бабай аптырап ҡалмай:
— Бынау яуында ҡалайтып япмаҡ кәрәк,— ти.
— Аяҙ ваҡытта ябырға кәрәк ине.
— Ул ваҡытта һыу үтмәй бит,— тип яуап бирә бабайым.