“Упалнамуш”тың ат ектергәне29.11.2014
Утын-бесән ташыу бик ҡыйын булған. Ирҙәр — һуғышта, ат — бер-ике кешелә генә.
Ире һуғышта хәбәрһеҙ юғалған Нәғимә исемле ҡатын, ҡайныһының атын бесән ташыу өсөн һорап ала алмаҫын белеп, күрше Нурмөхәмәттең һалдат шинелен кейә лә, ҡайныһының тәҙ­рәһенә туҡылдатып, тышҡа сығарып: ”Һинме, Әбәйтулла? Ғәбдүктә дила бар, тиҙ генә атыңды ек!” — тип ирҙәр тауышы менән бойорған. Ул за­манда НКВД-нан, төрлө “пал­на­муч”тарҙан халыҡ ныҡ ҡурҡҡан була. Әбәйтулла ҡарт тиҙ генә атын егеп бирә. Нәғимә апай төндә бар бе­сәнен ташып ала ла иртәнсәк, бер һүҙ өндәшмәй-нит­мәй, атын ҡайныһының урамына керетә лә ҡайтып китә.



Партияға “инмәгән”

Инйәр леспромхо­зының Ноҡат биләмәһендә коммунис­тарҙың йыйылышы бара. Йөйәктән Зиннәт исемле ағайға: ’’Атауллин! Һин – коммунист кеше, башҡаларға өлгө күрһәтеү өсөн иртәгәнән башлап йөгөңә утынды күберәк тейәргә те­йешһең”,— ти икән етәкселәр.
Зиннәт тора ла:
— Һуң, ағай-эне, мин коммунист булыу менән ала бейә коммунист түгел бит әле, — тигән, ти, аптырап.

Ринат ШӘЙБӘКОВ.




Вернуться назад