Беҙ бала саҡта Һаҡмар йылғаһы мул һыулы булды, шуға ла яҙ көндәре ныҡ таша торғайны. Яҙғы сәсеү етмәҫ элек бар техниканы арғы ярға сығарып ҡуялар. Боҙ ағып бөткәс, һал менән халыҡ та теге ярға йүнәлә.
Шулай бер көндө Сабирйән бабайҙы үгеҙе менән аръяҡҡа сәсергә орлоҡ алып сығырға ҡушалар. “Хәҙрәт кисеүе”ндә һал көтөп тора. Сабирйән үгеҙен шунда мендерә. Ҡуҙғала былар. Һаҡмар уртаһына еткәс, үгеҙе ниҙәндер өркөп ситкә тайшана. Һалдағы йөк, бабай, егеүле үгеҙ бер-бер артлы һыуға сума. Ул да булмай, бабайыбыҙ ярға ҡарай йөҙә башлай. Ә ярҙа торған түрәләрҙең береһе: «Үгеҙеңде туғар! Үгеҙҙе ҡотҡар! Үлтерәһең бит!» — тип ҡысҡыра. Ә Сабирйән бабайыбыҙ: «Үлһен! Үгеҙ үлһә, мин түләйем, ә мин үлһәм, кем түләй?!» — тип яуап биргән.
Р. АМАНҒОЛОВА.Һынып торғандыр...Яңы ғына һуғыштан ҡайтҡан Зәкир ағайҙы Мәфтуха еңгәй һыйыр йығышырға саҡыра. Һыйырҙы тартҡан ыңғайы уныһы ағайҙың аяғына ауа. ‘‘Эй, килен, аяҡ һынды шикелле”, — ти был. Силғауын тағатһа, Зәкир ағайҙың енсеге ысынлап та һынған була. Мәфтүхә еңгәй аяҡты күреп: “Эй, ҡайнаға, ул аяғың элек үк һынып торғандыр ул, яңы ғына булмаҫ”, — тигән, ти.
Миҙхәт БАЙРАМҒОЛОВ.