Васыят29.11.2014
Быуындары нығып та өлгөрмәгән Хәмзә ығыш үгеҙен егеп, сатлама һыуыҡта яланда ҡалған бесәнен алып ҡайтырға юллана.
Кисә бар­ғанда ныҡ өшөгән егет был юлы ике ҡат һырылған салбар кейеп ала. Ҡалын көрттө йырып, үгеҙ кәрәкле урынға алып барып ет­керә. Хәмзә баҫылған бесәнде йолҡҡолай башлай. Ә тиҫкәре үгеҙ, шуны ғына көтөп торған тиерһең, ҡайтыу яғына ыңғайлай.
“Трр” ҙа “трр!” тип үгеҙ артынан ынтыла Хәмзә, тик ҡар ҡалын, өҫтәүенә, ике ҡат һырылған салбар шәп атларға ирек бирмәй. Йәнтәслим ынтылып ҡарай егет, булмай. Ығыш үгеҙ еткермәй бит! Шулай алйый-алйый көскә ҡыуып етә.
Ауылға ҡайтҡас:
— Минән васыят шул: ике ҡат һырылған салбар кейеп бесәнгә бармағыҙ, — ти икән Хәмзә.
Шунан бирле беҙҙә “минән васыят шул” тигән лаҡап йөрөй.




Вернуться назад