Ҡырғыҙ йыры29.11.2014
Ул мәлдә беҙҙең яҡтарҙа ҡырғыҙҙар байтаҡ була. Асығып, өйҙән- өйгә һоранып йөрөгән берәүһенә Һылыубикә өләсәйем бер бөтөн икмәк бирә.
Быға күңеле булған ҡырғыҙ башта доға ҡыла. Шунан һуң, хужаның күңелен күрер өсөн, йырлай башлай. Бер башлағас, күрәһең, үҙе лә онотолоп киткәндер инде, туҡтамай йырлай ҙа йырлай икән. Тиҙҙән өләсәйем ҡурҡыуға ҡала. Туҡтарға ҡушып ҡарай, тик тегенеһе уның һайын ярһый бара. Аптырағас, өләсәйем илай башлай. Ә ҡырғыҙ, минең йырымды аңлап, мине йәлләп илай икән тип, тағы ла дәртләнеберәк дауам итә. Бәхеткә күрә, өләсәйем тәҙрәнән Шәрифулла бабайҙың урамдан үтеп барғанын күреп ҡала ла саҡыра һала. «Шәрифулла, туҡтат әле ошо бәндәне, ике сәғәт йырлай инде, үлә бит», — ти икән.
Тегене көскә туҡтатып, өйҙән сығарып ебәрәләр. Баҡтиһәң, ҡырғыҙҙарҙа үҙҙәренең яҙмышын тотош йырға һалып йырлау ғәҙәте бар икән, ул үҙе тураһында шулай «һөйләгән».
Хәҙер беҙҙең яҡта шундай лаҡап бар: биҙҙергән кешене «ҡырғыҙ йырлай башланы» тиҙәр.