“Бөгөн бирерме, иртәгәме?”29.11.2014
Һуғыш ваҡытында колхоз рәйесенә Нәбирә инәй ниндәйҙер йомошҡа ингән.
«Юҡ, еңгә, шундай положение — йомошоңдо үтәй алмайым», — тигән колхоз рәйесе. Нәбирә инәй үҙенсә көйәләнә икән: «Һин положениәлә булһаң, мин дә — положениәлә!»
Икенсе ваҡыт инәй уға ат һорап килгән. Рәйестең асыулы ваҡытына тура килгәндер инде, инәйҙе, «на черт сдался, Нәбирә еңгә», тип тиргәп ташлаған.
Конторанан сыҡҡанда инәй һөйләнә ти: «Сдался тип әйтте былай, бөгөн бирер микән, иртәгә микән?..»