Уға тигәне юҡ29.11.2014
Ауылдағы күп ирҙәр яу яланында ғәзиз башын һала. Хәҙисә инәйҙең дә ире, батырҙарса һәләк булып, тыуған яҡтарына ҡайта алмай. Береһенән-береһе бәләкәй ба­лалар менән инәй тол ҡала.
Әйтеүе генә анһат, алты балаһы була уның. Үҙе атай, үҙе әсәй ролен үтәп, бар хәленсә балаларын ас-яланғас итмәҫкә тырыша. 15 йәшлек ҡыҙы Ишһылыуға ауылда иң беренселәрҙән булып күн итек һатып ала. Быға аҡсаны ҡайҙан, ни­сек тапҡандыр инде, уныһы беҙгә ҡараңғы. Атаһы булған ҡыҙҙар ҙа бындайҙы кейгәндәре булмаған әле ул ваҡытта.
Бер ваҡыт магазинда байтаҡ кешенең нимәгәлер сиратта тор­ғанын күреп, килеп инә лә (әллә ҡыҙына шундай итек алыуына ғорурланып, әллә ке­шеләр ҙә белһен тип инде) һатыусынан:
— Мөждәбә! Ишһылыуҙың ите­генә крем бармы? — тип ҡысҡырып һораған.
— Әй, Хәҙисә апай! Крем барлы­ғын бар ҙа ул, тик Ишһылыуҙың итегенә тип яҙылғаны юҡ шул, — тигән көлөп һатыусы.
Ошонан һуң ауылда байтаҡ йылдар буйы, берәйһе мага­зиндан крем алырға булһа, «Ишһылыуҙың итегенә крем бармы?» йәки фәлән-фәләндең итегенә крем кәрәк ине, тип һорар ине.





Вернуться назад