Ҡаланың үҙенсәлеге нимәлә?28.11.2014
Күптән түгел Стәрлетамаҡтың үҙ бренды булдырылды. Һеҙ һүрәттә күргән матур һындар киләсәктә ҡаланың йөҙөн билдәләйәсәк. Ә уларҙың нимәне аңлатҡанын журналистарға бренд авторҙарының береһе Максим Алимкин төшөндөрҙө.
Сара онлайн-конференция рәүешендә үтте, Максим бәйләнешкә Мәскәү ҡалаһынан сыҡты. Осрашыуҙы Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Геннадий Крупинов алып барҙы.
Конференцияға йыйылған журналистарҙы барыһы ла ҡыҙыҡһындырҙы. Коллегалар бигерәк тә брендтың төп мәғәнәһе һәм уның киләсәге тураһында һорашты.
— Ҡаланың тарихы, үҫеше 3 һаны менән тығыҙ бәйләнгән: өс осор, өс зона һ.б. Шуға ла иң башта брендты ошо һанға бәйләү зарур тигән һығымтаға килдек, — тип аңлатма бирҙе Геннадий Васильевич. – Ҡала үҫеш йәһәтенән төрлө яҡлап, төрлө йүнәлештә алға атларға тейеш.
– Был һындарҙа шулай уҡ Башҡортостан флагы һәм ҡала гербы сағылыш тапҡан. Улар, төрлө төҫтә булыуына ҡарамаҫтан, берҙәм булып, бер ҡаланың йөҙөн күҙ алдына баҫтыра, — тип өҫтәне Максим Алимкин.
Шуныһын да өҫтәп китеү кәрәктер: Стәрлетамаҡтың брендын булдырыусылар, баҡтиһәң, бындай эшкә тәүге тапҡыр тотонмай. Краснокамск, Кировоград, Минск ҡалаларының брендын булдырыусылар ҙа – улар. Әйткәндәй, егеттәрҙең эштәре төрлө конкурстарҙа ҙур баһаға лайыҡ булған.