Күҙ уңында – рухи ҡеүәт28.11.2014
Күҙ уңында – рухи ҡеүәт Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш федераль инспектор Андрей Чечеватов Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдин менән осрашты.
Сарала һүҙ йәмғиәтте рухи яҡтан тергеҙеү, экстремизмға ҡаршы көрәш алып барыу өлкәһендәге хеҙмәттәшлекте дауам итеү хаҡында барҙы. Тәлғәт Тажетдин федераль инспекторға Рәсәйҙәге Исламдың православие менән яҡын булыуы, төрлө дин вәкилдәренең үҙ-ара татыу йәшәүе, Үҙәк назараттың эш һөҙөмтәләре тураһында бәйән итте. Ватандың рухи һәм иҡтисади ҡеүәтен арттырыу мәсьәләһе лә күҙ уңында булды. Андрей Викторович киләсәктә бындай осрашыуҙарҙың йышыраҡ үткәреләсәгенә ышаныс белдерҙе.


Вернуться назад