Үҫерһеңме, ҡурайҡай?!28.11.2014
(А. Хәлилов, “Ҡырымда ҡурай үҫәсәк”,
2014 йыл, 12 ноябрь)
Ҡурайҙы милли символыбыҙ итеү өсөн тауыш биргән халыҡтың фекерен хөрмәт итмәй булмай, ләкин... Ҡурай – йәшәү шарттарына һайлансыҡ үлән, һәр ҡайҙа ла үҫеп бармай, күләгәле, дымлы, ҡараңғыраҡ ерҙе үҙ итә.
Йылайыр урмандарында көндәр буйы эҙләп тә, ҡурай тапмай ҡайтҡан бар. Ә Ҡырымда уның өсөн кәрәкле шарттар тыуҙыра алырҙармы икән? Был – бер.
Икенсенән, Севастополдең Еңеү паркында урынлашасаҡ Рәсәй аллеяһында Татарстандың ваҡ япраҡлы йүкәһе, удмурттарҙың италмасы, силәбеләрҙең иргаһы янында ҡурай сүп үләне булып күренмәҫме?
Өсөнсөнән, белеүемсә, ҡурай – бер йыллыҡ үлән (үҫемлек). Тимәк, уны йыл да сәсеп, сәсмәгән хәлдә лә, сығасаҡмы-юҡмы икәнен күҙәтеп торорға кәрәк буласаҡ. Был мәшәҡәтле эште кем үҙ өҫтөнә алыр икән?
Былар – минең шәхси фекер генә, ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ?