Цивилизация төҫөн үҙгәртә02.02.2012
“Росстат”тың 2010 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса,
20 йыл әүәлге хәл менән сағыштырғанда, һөҙөмтәләр уйландырырлыҡ, хатта борсолорлоҡ дәрәжәлә ҡатмарлы.
Беренсенән, Рәсәйҙә халыҡ һаны кәмеү генә түгел, башҡа кире күренештәр ҙә күҙәтелә. Мәҫәлән, урбанизация тиҙлеге йәмғиәт өсөн хәүефле кимәлгә етте, кеше йәшәмәгән ауылдар күбәйә, илдең аҙыҡ-түлек именлегенә ҙур ҡурҡыныс янай. Икенсенән, Рәсәйгә элекке СССР-ҙың республикаларынан, сит илдәрҙән — мәҫәлән, Ҡытай, Корея, Вьетнамдан — туҡтауһыҙ ағылған мигранттар илдең этник составының, унан да бигерәк милли ғөрөф-ғәҙәттәр, йолаларҙың үҙгәрешенә килтерә, тимәк, милләт-ара ҡаршылыҡтарҙың көсәйеү ихтималлығы ла бар.
Өсөнсө мөһим проблема: халыҡтың ҡартайыуы (ил буйынса уртаса йәш — 39) дауам итә. Тыуымдың аҙайыуы менән бергә оло йәштәгеләрҙең һаны арта, һәм был киләсәктә эшсе ҡулдарҙың етешмәүенә килтерәсәк. Ә уны хәл итеүҙең берҙән-бер юлы — мигранттар, сөнки Азия һәм Африка илдәрендә тыуым юғары булып, уларҙың йәшерәк быуыны эш эҙләп беҙҙең яҡтарға килә. Ҡара һәм ҡыҙыл тәнлеләрҙең оҙаҡламай Париж йәки Лондонда ғына түгел, беҙҙең тарафтарҙа ла тулып йөрөүе менән килешергә тура киләсәк.
Әлбиттә, үҫеш күҙәтелеүе лә һөйөндөрмәйенсә ҡалмай. Ауыл ерендә көн иткән халыҡ айырыуса Өфө районында артҡан — 19 процент. Иглин районында үҫеш — 9,4, Стәрлетамаҡта — 7, Әбйәлилдә — 5,3, Дүртөйлөлә — 2,3 процент. Хәйбулла, Краснокама, Дәүләкән, Благовещен, Благовар, Бөрө райондарында ла халыҡтың артыуы күҙәтелә. Ләкин Әбйәлилдән башҡа райондарҙа үҫеш күсеп килеүсе халыҡ иҫәбенә бәйле, сөнки уларҙа эшкә яраҡлы йәшкә етмәгәндәрҙең артыуы күҙәтелмәй. Әбйәлилдә иһә ундайҙар һәр 1000 кешегә иҫәпләгәндә 253-кә етә, ә бына оло йәштәгеләр 144-тән артмай. Был йәһәттән Бөрйән, Баймаҡ, Ейәнсура, Хәйбулла кеүек райондарҙа ла хәл сағыштырмаса һәйбәт.
Ҡалаларҙан Стәрлетамаҡта йәшәүселәрҙең 3,5, Нефтекамала — 2,9, Сибайҙа — 6,1, Баймаҡта — 2,8, Бөрөлә — 9, Благовещенда — 3,8, Дүртөйлөлә 5,8 процентҡа артыуы күҙәтелә. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: ауыл халҡы кәмегән шарттарҙа район үҙәктәрендә йәшәүселәр күберәк теркәлгән. Мәҫәлән, Аҡъяр ауылында үҫеш — 25,1, Иглиндә — 20,7, Ҡариҙелдә — 15,6, Мәсәғүттә — 11,5, Ҡырмыҫҡалыла – 8,9 процент. Языковола, Бүздәктә, Борайҙа, Иҫке Собханғолда, Үрге Йәркәйҙә, Мораҡта, Оло Ыҡтамаҡта, Мишкәлә, Ҡыҙылъярҙа, Үрге Тәтешлелә, Федоровкала, Шаранда йәшәүселәр ҙә артҡан.
ХХI быуат цивилизацияһы йөкмәткеһенең ҡырҡа үҙгәреш кисереүе тураһында ҡала халҡының, айырыуса мегаполистарҙа көн итеүселәрҙең күбәйеүе асыҡ дәлилләй. Мәҫәлән, Мәскәү халҡы ике халыҡ иҫәбен алыу араһында 1,5 миллионға артҡан. Санкт-Петербургта, Новосибирскиҙа, Һамарҙа, Омскиҙа һ.б. миллионлы ҡалаларҙа йәшәүселәр ҙә күберәк теркәлгән. Шул иҫәптән Өфө лә 22,2 мең кешегә артҡан, йәғни уртаса ауыл районы халҡы кимәлендә. Башҡортостандың баш ҡалаһында республика халҡының 26,3 проценты төйәк тапҡан. Әммә был күренеште мегаполистарҙа тыуымдың артыуы менән аңлатырға ярамай, сөнки Өфөлә һәр 1000 кешегә иҫәпләгәндә 202 пенсионерға ни бары 154 хеҙмәткә яраҡлы йәшкә етмәгән кеше тура килә, йәғни уртаса республика кимәленән дә түбән. Был нисбәтте эш эҙләп килеүселәрҙең күбәйеүе менән генә аңлатырға мөмкин, һәм ул ҡасан да булһа туҡталасаҡ.
Ғөмүмән, мегаполистарҙың киләсәге көслө шик аҫтында, сөнки экологик, транспорт, коммуналь хужалыҡ селтәрҙәре проблемаларының ҡырҡыулашыу ихтималлығы көсәйә.
Ағиҙел, Межгорье, Ишембай, Белорет, Күмертау, Яңауыл, Салауат, Мәләүез ҡалаларында һәм Раевка ҡасабаһында йәшәүселәр шаҡтай кәмегән. Был шулай уҡ демографик көсөргәнешлек һәм эшһеҙлек мәсьәләһенә бәйле. Халҡы ике иҫәп араһында ныҡ һирәгәйгән райондарҙы бармаҡ менән дә һанап бөтөү мөмкин түгел. Миәкә, Асҡын, Йылайыр, Балтас, Борай, Баҡалы райондарында йәшәүселәр һигеҙ йылда 10 проценттан ашыуға аҙайған. Әлшәй, Ейәнсура, Ҡалтасы, Күгәрсен, Стәрлебаш, Учалы, Шаран һ.б. райондарҙа демографик хәл шул самаға етеп килә. Ошоноң эҙемтәһе булараҡ хеҙмәткә яраҡлы йәшкә етмәгәндәр аҙайып, оло йәштәгеләр, киреһенсә, күбәйә. Мәҫәлән, республика буйынса 1000 кешегә иҫәпләгәндә тәүгеләр 201 кешене тәшкил итһә, икенселәре — 182 генә. Был киләсәктә, әгәр ҙә хеҙмәтте ойоштороуҙа ниндәйҙер саралар күрелмәһә, эшсе ҡулдар өлкәһендә көсөргәнешлек барлыҡҡа киләсәк, тигән һүҙ. Ә бит Пенсия фонды бөгөн үк аҡсаға ҡытлыҡ кисерә. Дөрөҫ, был йәһәттән Башҡортостандың күпселек ҡалаларында — Ағиҙел, Нефтекама, Сибай, Баймаҡ, Бөрө, Благовещен, Дүртөйлө, Мәләүездә хәл насар түгел кеүек. Ләкин уларҙағы хеҙмәт урындарын ҡалаларға эш эҙләп ауылдан килгән эшсе ҡулдар тәшкил итеүе ихтимал. Был хәлдең оҙаҡҡа барасағы шикле, сөнки ошоғаса ҡалаларҙы эшсе ҡулдар менән тәьмин итеп килгән ауылдарҙа ла тыуым ҡотолғоһоҙ рәүештә кәмей. Мәҫәлән, Әбйәлил, Баймаҡ, Бөрйән, Ейәнсура, Ҡыйғы, Мәсетле, Салауат, Хәйбулла кеүек тиҫтәнән ашыу районда хеҙмәт йәшенә етмәгәндәр пенсионерҙарҙан күп булыуға ҡарамаҫтан, Күмертау, Октябрьский, Салауат, Стәрлетамаҡ, Белорет, Дәүләкән, Ишембай, Учалы ҡалаларында, күпселек ауыл райондарында хәл тап киреһенсә. Мәҫәлән, Борай районында хеҙмәт йәшенә етмәгән 170 кешегә 294 оло йәштәге кеше тура килә. Йәрмәкәйҙә был нисбәт 190/264, Балтаста — 194/264, Баҡалыла 198/254 тәшкил итә. Ауырғазы, Бишбүләк, Благовар, Бүздәк, Дәүләкән, Дүртөйлө һ.б. райондарҙа ла хәл маҡтанырлыҡ түгел.
Ғөмүмән, хәҙерге цивилизацияның үҫеше ҡала халҡының күбәйеүе, ауылдарҙың юҡҡа сыға барыуы менән аңлатыла. Рәсәй халҡының 73,7 проценты ҡалаларҙа көн итһә, 26,3 проценты ғына ауылдарҙа йәшәй. Иваново, Мәскәү, Ярославль, Һамар, Свердловск, Кемерово өлкәләре, Хабаровск крайы һәр бишенсе йәки алтынсы кешеһе генә ауылдарҙа көн иткән төбәктәргә әүерелгән.
1989 йылда Башҡортостанда кеше йәшәмәгән 96 ауыл теркәлһә, 2010 йылда уларға тағы ла 98 ауыл өҫтәлгән. Бынан тыш, 319 ауылда йәшәүсе халыҡтың һаны 10-ға ла етмәй. 734 ауылда 11-ҙән 50-гә тиклем, 612-һендә 51 — 100 кеше генә көн итә. Тимәк, был төйәктәрҙең дә яҡын арала юҡҡа сығыуы ихтимал.
Халыҡтың ҡартайыуы — цивилизация үҫешенең тағы ла бер аяныслы сағылышы. 1989 йылда республикала эшкә яраҡлы йәшкә етмәгәндәр 26,7 процент булһа, 2010 йылда ул 18,2 кимәлендә теркәлгән. Дөрөҫ, ошо осорҙа хеҙмәт йәшендәгеләр 5,6 процентҡа күбәйеп, 61,6 процент тәшкил иткән. Бөгөн Башҡортостанда йәшәүселәрҙең һәр бишенсеһе пенсионер, сөнки ике иҫәп араһында улар 3 процентҡа артҡан. Хеҙмәт йәшенә етмәгәндәр әлегә ауылда күберәк — 20,4 процент, ҡалаларҙа иһә ни бары — 16,8. Республика халҡының уртаса йәше һуңғы ун йылда 37,9-ға еткән, йәғни һигеҙ йылда 1,3-кә артҡан. Ауыл башлыса оло йәштәгеләр ғүмер кисергән төбәккә әүерелә бара. 2002 йылғы иҫәптә, мәҫәлән, унда эшкә яраҡлы йәшкә етмәгәндәр 28,7 процент тәшкил итһә, былтыр 20,4-кә генә ҡалған. Был күрһәткес буйынса ауыл ҡаланан (19,4) алда бара.
Цивилизацияның үҙгәреше Рәсәй Федерацияһы халҡының милли йөкмәткеһендә лә сағылыш таба. Мәҫәлән, ике иҫәп араһында урыҫтар (1989 йылда улар 85 процент ине) 80 проценттан 76-ға тиклем кәмегән. Башҡорттар ҙа аҙайған. Дөрөҫ, бындай күренеш башҡа халыҡтарҙа ла күҙәтелә. Шул уҡ ваҡытта Башҡортостанда милләтен күрһәтмәгәндәрҙең ике иҫәп араһында 4366-нан 97,5 меңгә (Рәсәйҙә — 5,6 миллион) етеүе лә күскенселәрҙең йылдам артыуы тураһында һөйләй. Иң ҙур диаспораларҙан әрмәндәр — 1,1 миллион, азербайжандар — 603 мең, үзбәктәр — 289,8 мең, тажиктар — 200 мең, кореялылар — 153,1 мең, грузиндар — 157,8 мең, ҡырғыҙҙар — 103,4 мең, төрөктәр 105 мең иҫәпләнеп, артыуын дауам итә.
Милли составтың тағы ла сыбарлана төшөүе айырыуса күрше өлкәләрҙә сағыу күренә. Мәҫәлән, Ырымбурҙа электән йәшәгән башҡорт, урыҫ, татар һәм ҡаҙаҡтар менән бергә 12 мең әрмән, 10,5 мең азербайжан теркәлгән. Тағы ла 28 мең кеше үҙенең милли сығышын атамаған. Татарстанда ла азербайжан диаспораһы 9,5 мең иҫәпләнә. Һамар өлкәһендә әрмәндәр — 23 мең, ҡаҙаҡтар — 15,6 мең, азербайжандар — 14 мең, үзбәктәр 11,2 меңгә тиклем артҡан. Ә бит ҡаҙаҡтан башҡа халыҡтарҙың был төбәктә күпләп йәшәүе тарихҡа билдәһеҙ. Рәсәйҙә, шул иҫәптән Башҡортостанда ла, өр-яңыларҙан американдар, ғәрәптәр, афғандар, вьетнамдар, монголдар һәм башҡа халыҡ вәкилдәре теркәлгән.
2010 йылғы халыҡ иҫәбен алыу йомғаҡтары буйынса Рәсәйҙә йәшәүселәр 2,3 миллионға аҙыраҡ булып сыҡты. Элекке СССР республикаларынан күсеп ҡайтҡан миллиондарса урыҫтарҙы иҫәпкә алған хәлдә лә, 1989 йылда Рәсәй халҡы 1,8 миллионға кәмегәйне. Белгестәр фекеренсә, әсәлек капиталы ла тыуым мәсьәләһен хәл итмәйәсәк. Ғөмүмән, үрҙә атап үтелгән проблемаларға яуаптың бер төрлө генә булыуы ихтимал: цивилизациялар быуаттар йоғонтоһонда үҙгәреш кисерә. Ниндәйҙер халыҡтар күтәрелеп, башҡаларын баҫып китә, ҡайһылары юғалыуға дусар ителә. Ер шары, моғайын, бөгөн ошондай хәл алдында торалыр ҙа инде.
Мәхмүт ХУЖИН.


Вернуться назад