Йәмғиәттән йәшерер сер юҡ28.11.2014
Рәсәйҙең Үҙәк һайлау комиссияһы ҡарамағындағы сәйәси партиялар, йәмәғәт ойошмалары һәм киң мәғлүмәт саралары менән үҙ-ара эш итеү мәсьәләләре буйынса эксперт төркөмөнөң йомғаҡлау ултырышы булды.
Ултырышта ил төбәктәрендәге һайлау комиссиялары хеҙмәткәрҙәре, сәйәси партиялар вәкилдәре, киң мәғлүмәт саралары журналистары ҡатнашты.
Комиссия рәйесе Владимир Чуров комиссияларҙағы хәл иткес һәм кәңәш биреү тауышы хоҡуғына эйә булған ағзаларҙың, шулай уҡ күҙәтеүселәрҙең вәкә­ләттәрен тормошҡа ашырыу практикаһы хаҡында һөйләне. Кадрҙар мәсьәләләре күтәрелде. Илдең Үҙәк һайлау комиссияһы етәксеһе әйтеүенсә, Рәсәйҙә кандидаттарҙан һәм сәйәси партияларҙан, йәмәғәт ойошмаларынан, киң мәғлүмәт сараларынан күҙәтеү­селәр эшләй. Улар тәҡдим иткән мәғлүмәттәр бер-береһенә тап килмәй. Ялыуҙарҙы ҡарағанда был проблема айырыуса әһәмиәтле.
Владимир Чуров тауыш биреү көнөндә һәм һайлау комиссияларының эшен яҡтыртҡанда журналистар берләшмәһенең роле хаҡында һөйләне, киң мәғлүмәт сараларын һайлауҙы яҡтыртыу өсөн аккре­дитациялауға ҡаршы сыҡты. Уның фекеренсә, Үҙәк һайлау комиссияһы ултырыштарына ла журна­листарҙы индереүҙе сикләмәҫкә кәрәк. Шул уҡ ваҡытта билдәле бер хоҡуҡтарға эйә булған “дүртенсе власть” вәкиле бурыстарын ҡәтғи үтәргә тейеш, тигән ҡарашта Комиссия башлығы.



Вернуться назад