Рөстәм Хәмитов — Италияла28.11.2014
Башҡортостан Президенты рәсми сәфәр менән Италияла сағында сит ил халҡын республиканың иҡтисади һәм инвестиция ҡеүәте менән таныштырҙы.
Миландағы сығышында Рөстәм Хәмитов Башҡортостандың Рәсәйҙә индустриаль йәһәттән алға киткән төбәктәр тиҫтәһенә инеүен билдәләне. “Яғыулыҡ-энергетика комплексы, машиналар эшләү, ауыл хужалығы республика иҡтисадының инвестиция йәһәтенән ылыҡтырғыс йүнәлештәре булып тора. Әле Башҡортостанда фармацевтика, мәғлүмәт технологиялары, наноматериалдар, биохимия һәм радиоэлектроника кеүек өлкәләрҙә 15-кә яҡын кластер ойошторола”, — тине ул.
Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, төбәктә яҡшы эш шарттары тыуҙырылған. Халыҡ-ара рейтинг агентлыҡтарының юғары баһалары ла ошоно раҫлай. Төбәк ҡануниәтендә инвесторҙар өсөн яҡшы шарттар билдәләнгән.
Башҡортостан Президенты “R2R” — “Region to Region” моделен Италия төбәктәре менән хеҙмәттәшлектең иң ҡулай алымы тип атаны. Был модель башҡа илдәр менән үҙ-ара бәйләнеш осоронда һөҙөмтәлелеген раҫлап өлгөрҙө лә инде. Рөстәм Хәмитов ошондай хеҙмәттәшлекте көсәйтергә тәҡдим итте һәм Италия эшҡыуарҙарын 2015 йылда Өфөлә үтәсәк ШОС һәм БРИКС саммиттарының эшлекле советтарында ҡатнашырға саҡырҙы.
Таныштырыу сараһынан һуң төбәк етәксеһе Италияның эшлекле даирәләре менән осрашты.