“Ҡатын-ҡыҙ — милләт әсәһе” республика конкурсының еңеүселәрен баш ҡаланың “Ирәмәл” сауҙа-күңел асыу комплексындағы “Театро” клубында тәбрикләйәсәктәре тураһында ишеткәс, был яңылыҡты икеләнеберәк ҡабул иттем. Нимә-нимә, ә бындай сараларҙың башлыса йәштәр йөрөргә яратҡан урында үткәрелгәне юҡ ине әле. Театр, филармония сәхнәһенә күптән күнегелгән дә. Ғәҙәти мөхит, таныш йөҙҙәр тигәндәй. Тулҡынланыуым юҡҡа булған. Тантана ысын мәғәнәһендә ҙур байрамға әүерелде. Ойоштороу оҫталығы, юғары профессионаллек, ижади ҡараш берлеге, режиссура... Тәү ҡарашҡа ябай ғына тойолған бүләкләү тантанаһы сәнғәт бейеклегенә күтәрелде, гүзәл заттарыбыҙҙың фиҙакәр хеҙмәте, тырышлығы лайыҡлы баһаланды, тамашасы йыр-моңға, аһәңле сығыштарға сорналды. Хәйер, серлелек, мөғжизә, гүзәллек тантана иткән ерҙә башҡаса булыуы мөмкин дә түгел ине. Байрамда күп нәмә тәүгә башҡарылғандай тойолдо: республика ҡатын-ҡыҙҙары араһында ойошторолған беренсе конкурс, яңы мөхит, заманса һулыш, яңылыҡ... Хатта күптән көткән ҡар ҙа нәҡ ошо көндө ябалаҡлап яуырға кереште.
“Ҡоймаҡ”тары уңдыҒәҙәттә, тәүгә үткән саралар тураһында “беренсе ҡоймаҡ төйөрлө була инде ул” тип, үҙебеҙҙе әллә дәртләндерергә, әллә йыуатырға күнеккәнбеҙ. “Ҡатын-ҡыҙ — милләт әсәһе” конкурсы бындай “комплимент”ҡа мохтаж түгел. Бәйгене ойоштороусыларҙың “ҡоймағы” уңасағын тантана алдынан проект етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина менән ҡорған әңгәмә барышында уҡ һиҙемләгәйнем.
— Ауылда йәшәгән гүзәл заттарыбыҙҙы оноторға тейеш түгелбеҙ. Унда былай ҙа тормош еңел түгел: үҙ хужалығыңды алып барыу, ғаиләңде ҡарау, дәүләт эштәрендә ҡатнашыу... Ҡыҫҡаһы, эш етерлек. Шул уҡ ваҡытта, ошо тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫ мәшәҡәттәр менән бер рәттән, йәмәғәт эшен дә алып бара алған, халыҡты туплап, берләштереп, төрлө ярҙам күрһәтеп, янып йәшәгән бөтмөр ҡатындарыбыҙ ҙа бихисап. Ошондай гүзәл заттарыбыҙҙы күрһәтергә, уларҙан өлгө алырға ине. Конкурстың асылы ана шул теләктән яралды ла инде, — тигәйне Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы.
Әйткән һүҙ — атҡан уҡ. Тантанаға республикабыҙҙың иң аҫыл, бөтмөр, аҡыллы, булдыҡлы әсәйҙәре, ағинәйҙәре, ғалимәләре, эшҡыуарҙары, уҡытыусылары, йәмәғәт эшмәкәрҙәре саҡырылғайны.
А
лдан уҡ шуны билдәләп үтеү кәрәк: конкурс Рәсәй Федерацияһының Дәүләт Думаһы депутаты Марсель Йосоповтың ярҙамы менән ойошторолдо. Әйткәндәй, Марсель Харис улы спортты, атап әйткәндә, милли көрәште үҫтереүҙә, ошо йүнәлештә төрлө кимәлдәге турнирҙар үткәреүҙә һәр саҡ ныҡлы терәк булып тора. Бөгөн иһә милләттәшебеҙҙең “Ҡатын-ҡыҙ — милләт әсәһе” I республика конкурсына булышлыҡ итеүе лә осраҡлы түгел.
— Ожмах — әсәләрҙең аяҡ аҫтында, тиҙәр. Ниндәй генә эштәр башҡарып, ниндәй генә үрҙәр яулаһаҡ та әсәйҙәргә рәхмәтле була беләйек. Республикала әсәлекте яҡлау йәһәтенән бик күп эштәр башҡарыла, әлбиттә. Әммә конкурстарға килгәндә ниңәлер уларҙың күбеһе спортҡа, мәғариф, мәҙәниәт өлкәһенә генә ҡайтып ҡала. Бөгөн беҙҙә ҡатын-ҡыҙҙың тәбиғәтен, булмышын, асылын сағылдырған, уның хеҙмәтен баһалаған бәйгеләр юҡ кимәлдә. Шуға ла әлеге тәҡдимде ҙур кинәнес менән хупланым, — тине Марсель Харис улы.
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, конкурстың тәүге этабы ҡала һәм район хакимиәттәре, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтенең урындағы ойошмалары (филиалдары) һәм конкурсҡа битараф булмаған әүҙемселәр тарафынан ойошторолдо. Тәүге этапта билдәләнгән 150-гә яҡын ҡатын-ҡыҙҙың портфолиоһын комиссия ағзалары ҡарағандан һуң, ун номинация буйынса еңеүселәр билдәләнде. Әйтергә кәрәк, бәйгеселәрҙең барыһы ла тиерлек — йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡан уңған ҡатын-ҡыҙ. Улар уҡытыусымы, мәҙәниәт хеҙмәткәреме, сәйәсмәнме — кем генә булып эшләһә лә, асылда йәмәғәт эшен дә ихлас алып бара.
Иң яуаплы,
иң бәхетле ғәмәлТәүгеләрҙән булып сәхнәгә “Ҡатын-ҡыҙ — әсәй” номинацияһы еңеүселәре күтәрелде. Ғөмүмән, был номинацияны һәр саҡ оло ихтирам менән ҡабул итәм, сөнки тормошта әсәй булыуҙан да яуаплыраҡ, изгерәк ғәмәл юҡтыр. Бала тәрбиәләүгә намыҫлы ҡарашы менән йәмәғәт тарафынан хөрмәткә лайыҡ булған ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙы сәхнә түренә алҡышлап оҙаттылар. Еңеүсене билдәләгәндә ғаиләнең өлгөлө булыуына, татыулығына, балаларының, иренең уңыштарына өҫтөнлөк бирелеүен иҫәпкә алғанда, баһалама ағзаларына иң-иңдәрҙе һайлап алыуы ни тиклем ауыр икәнен фаразларға була. Сөнки “Ҡатын-ҡыҙ — әсәй” номинацияһына тәҡдим иткән һәр бәйгесе тураһында әллә күпме матур һүҙҙәр һөйләргә, маҡтау ишетергә мөмкин булыр ине. Әммә бәйге еңеүсеһеҙ булмай. Һөҙөмтәлә өсөнсө урынды Әбйәлил районының Озерный ауылынан Лилиә Ғайсина менән Учалының Наурыҙ ауылынан Гөлнур Заһирова бүлешһә, икенсе баҫҡысҡа Федоровка районынан Фирҙәүес Солтанғолова күтәрелде. Ә был номинацияла Учалы районынан Ғәзимә Мөхәмәтйәрова еңеүсе исеменә лайыҡ булды.
Әйткәндәй, Ғәзимә Ҡатип ҡыҙы дүрт батырға ғүмер бүләк иткән. Уртансыһын — Салауатын – республика халҡы һәләтле йырсы булараҡ танып өлгөрҙө лә инде.
— Их, ҡыҙым юҡ тип үкенгән саҡтарығыҙ булманымы һуң? — тип һорайбыҙ бәхетле әсәйҙән.
— Үкенмәнем, шулай ҙа дүрт малайымды ла ҡыҙ тип көттөм. Йәшермәйем, ҡыҙ үҫтергем бик тә килгәйне лә... Беҙҙең заманда хәҙерге кеүек УЗИ булманы. Өсөнсөгә бала табыу йортона йыйынғас, әсәйем: “Малайым тыуҙы тип илап ятма, балаңдың бәхетен телә”, — тип оҙатып ҡалғайны. Әсәйемдең фатихаһын әле булһа онотмайым.
— Бөгөнгө лайыҡлы еңеүегеҙҙә уларҙың да өлөшө юҡ түгел.
— Улдарыбыҙ — ышанысыбыҙ ҙа, өмөтөбөҙ ҙә. Әле кесеһе Азаматтың армиянан ҡайтыуын түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ. Салауатым үҙе атай инде, Рамаҙан исемле ул үҫтерә. Ололары эшләп йөрөй.
— Бәйгелә үҙегеҙҙе һынап ҡарарға нисек йөрьәт иттегеҙ?
— Конкурста ҡатнашырға дәртләндергән ауыл хакимиәтенә рәхмәт. Беҙ ни, йорт мәшәҡәттәре менән булып, бындай бәйгеләр тураһында ғәҙәттә “поезд” үтеп киткәс кенә ишетеп ҡалабыҙ. Шуға ла ойоштороусыларҙың ана шулай беҙгә, ауыл ҡатын-ҡыҙҙарына, ихтирам, иғтибар күрһәтеүе үҙе үк маҡтауға лайыҡ, — тине Ғәзимә Ҡатип ҡыҙы.
Бәхетле әсәнең уй-кисерештәре хаҡында тәфсирләп яҙып тороу ҙа урынһыҙ. Ҡыуанысы, шатлығы йөҙөнә яҙылғайны. Ул арала күңелдәрҙе һиҫкәндереп, көй ағылды. Сәхнәгә Салауат Мөхәмәтйәров күтәрелде. Ғәзимә Ҡатип ҡыҙының икенсе еңеүе ине был...
Ал да нур сәс халҡыңа!Дәртле, тырыш, әүҙем ханым Наилә Буранғолова – гәзитебеҙҙең күптәнге дуҫы. Ул бөтөн булмышын иң изге һөнәргә — уҡытыусылыҡҡа — арнаған, әммә тормошо мәғариф өлкәһе менән генә сикләнмәй, йәмәғәт эшмәкәрлеге, үҙешмәкәр сәхнә менән үрелеп бара. Шуға ла Наилә Дамир ҡыҙының “Ҡатын-ҡыҙ — уҡытыусы” номинацияһында еңеү яулауын хеҙмәтенә лайыҡлы баһа тип ҡабул иттек.
Наилә Буранғолова бөгөн Өфөнөң Дим районындағы Миңлеғәле Шайморатов исемендәге 104-се мәктәптә эшләй. Унда башҡорт телен тәүгеләрҙән булып уҡыта башлай. Урыҫса һөйләшкән балаларға башҡортса белем биреү ысулдары буйынса ғилми хеҙмәттәр менән таныша һәм сит телдәрҙе өйрәнеү методикаһын үҙләштереүҙе маҡсат итеп ҡуя. Биҫтәлә башҡорт телен өйрәнеү тап ошо мәктәптән башлана ла инде. Наилә Дамир ҡыҙы туған телебеҙҙе өйрәтеүҙе тәүҙә факультатив, түңәрәк формаһында ойоштора, аҙаҡ дәрес рәүешендә үткәрергә керешә.
Педагогик эшмәкәрлек уның тормошонда ҙур урын биләй, тик йәмғиәт өсөн үтә файҙалы тағы бер эше бар: Наилә Буранғолова — Дим районы башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе.
Өфөлә, айырыуса баш ҡаланың төп өлөшөнән ситтәрәк ятҡан Дим районында йәшәгән башҡорттарҙы табып, бер ҡорға туплау һис тә еңел эш түгел. Наилә Дамир ҡыҙы һәр саҡ милли сараларҙың уртаһында йөрөй.
— Районда башҡорттар күп түгел, шулай ҙа уларҙың ҙур өлөшөн туплауға өлгәштек. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейы хеҙмәткәрҙәре лә беҙгә ярҙамға килә. Унда хәрби-ватансылыҡ тәрбиә биреү менән генә сикләнмәйҙәр, музей — район башҡорттарының милли-мәҙәни үҙәге лә, — ти Наилә Буранғолова. — Мин мәктәп менән ҡоролтай эшен айырып ҡарамайым, улар бер-береһенә шул тиклем бәйләнгән. Балалар менән дә эшләйбеҙ, ата-әсәләрен дә йәлеп итәбеҙ. Нисек кенә булмаһын, телгә һөйөү, милли рухҡа нигеҙ ғаиләлә һалынырға тейеш.
Мәғариф, йәмәғәт тормошон бер бөтөн итеп алып барған, уҡыусыларына шәхес итеп ҡараған уҡытыусылар һәр саҡ һоҡланыу уята. Ошо уҡ номинацияла икенсе һәм өсөнсө урындарға лайыҡ тип табылған Әҡлимә Ибәтуллина (Стәрлетамаҡ районы) менән Тәскирә Ғәлинаға ла (Федоровка районы) ҡайтарып ҡалыр инем был һүҙҙәрҙе. Улар кеүек уҡытыусылар булғанда телебеҙ, әҙәбиәтебеҙ киләсәге – ышаныслы ҡулдарҙа.
Йырлап ҡына йәшәмәйМәҙәниәт йылында “Ҡатын-ҡыҙ — милләт әсәһе” республика конкурсының “Ҡатын-ҡыҙ — мәҙәниәт” номинацияһында еңеү яулау икеләтә ҡыуаныс та, яуаплылыҡ та, минеңсә. Сөнки, нимә генә тиһәләр ҙә, сәнғәт кешеһе һәр саҡ халыҡ араһында. Бәйге һөҙөмтәләре буйынса әлеге миссия “Урал” төбәк-ара башҡорт халыҡ үҙәгенең Нефтекама филиалы етәксеһе, Нефтекама дәүләт филармонияһының әҙәбиәт һәм эстрада бүлеге етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Зилә Аҙнабаеваға “йөкмәтелде”.
Мәктәп йылдарында уҡ Зилә һәр яҡлап иң әүҙем уҡыусыларҙың береһе була. Гәзит сығарыу, концерт ҡуйыу, спорт бәйгеләрендә ҡатнашыу, пионер, комсомол тормошонда ҡайнау, оло йәштәгеләргә ярҙам тиһеңме — етеҙ ҡыҙ гел беренселәр рәтендә йөрөй.
— Эштә ҡайнап, сынығып үҫтем, ул осорҙағы йәшәү шарттары бөгөнгө менән сағыштырырлыҡ булмаһа ла, төшөнкөлөккә урын юҡ ине, — тип хәтерләй Зилә Рамазан ҡыҙы. — Ышаныуы ла ҡыйын, ә бит тыуған ауылым Йөйәктә (Белорет районы) электр уты уҙған быуаттың һикһәненсе йылдарында ғына ҡабынды. Мәктәптә дәрестәр кәрәсин һәм май шәме яҡтыһында уҙғарылды. Тормошҡа һөйөү, маҡсатлы йәшәргә өйрәткәне өсөн атайым Рамазан Бирғәли улы менән һөйөклө әсәйем Факия Ситдиҡ ҡыҙына ҙур рәхмәтлемен. Улар икеһе лә мәрхәмәтле, егәрле кеше ине. Бөгөнгө тормошҡа күҙ һалһаң, ғаилә ҡиммәттәренең һүнә барғаны күренә. Күптәр балаларҙы тәрбиәләү бурысын йәмғиәткә, мәктәп елкәһенә генә йөкмәтергә тора, хәҙер ул бөтөнләй баһаланмай тиһәм, һис тә хаталанмамдыр. Граждан никахы, “бер-береңде һынау” тигән булып рәсми теркәүһеҙ йәшәү арҡаһында “ваҡытлы ғаиләләр” барлыҡҡа килде. Ә бит тулы ғаиләлә генә бала бәхетле. Ошолар хаҡында уйлағанда йәнә атай-әсәйемде иҫкә төшөрәм. Улар миңә намыҫ төшөнсәһен һеңдерҙе, халҡымды, еремде яратырға, кеселекле, кешелекле булырға өйрәтте. Атай-әсәй фатихаһы менән Белорет педагогия училищеһын тамамланым. Ошонда уҡыған осорҙа халыҡ театрында шөғөлләндем, йыр ансамбленә йөрөнөм, үҙемә яңы офоҡ — сәнғәткә юл астым, спорт менән дуҫлаштым. Күңелемдә һәр саҡ белемгә, яҡтылыҡҡа ынтылыш йәшәне һәм йәшәй...
— Уҡытыусы булыу ниәтенән баш тартып, сәнғәткә тартылыуығыҙҙы нисек аңлатырһығыҙ?
— Минең уйымса, Аллаһ Тәғәлә был яҡты донъяла һәр кешегә билдәле бер маҡсат, бурыс йөкмәтә. Әгәр ҙә әҙәм балаһы ошо төшөнсәләрҙе аңлап, бойомға ашырһа, ул — бик бәхетле. Миңә лә Хоҙай, һинең кешеләр өсөн хеҙмәтең сәнғәт аша ята, тип билдә һалғандыр, ахырыһы. Өфө дәүләт сәнғәт институтында уҡый башлағас, был хәҡиҡәткә тамам инандым. Ә сәнғәткә “юлламаны” миңә Белорет башҡорт үҙешмәкәр театры бирҙе, ғөмүмән, сәнғәт донъяһында үҙ юлымды табыуыма бик һөйөнәм.
— Зилә Рамазан ҡыҙы, Мәҙәниәт йылын ниндәй тәьҫораттар менән оҙатаһығыҙ?
— Мәҙәниәт йылын етәкселектең иғтибар, ихтирам билдәһе кеүек ҡабул иткәйнек. Шөкөр, өмөттәребеҙ аҡланды. Беренсенән, хеҙмәт хаҡыбыҙ артты. Нефтекама филиалында, мәҫәлән, ике хеҙмәткәргә фатир, бер нисә йәш белгескә дөйөм ятаҡтан бүлмә бирҙеләр. Театр, мәҙәниәт көндәрендә төрлө ведомство, министрлыҡтарҙың рәхмәт хаттарын, почет грамоталарын алып һөйөндөк. Сәнғәт кешеһенә күп кәрәкме ни инде?! Бер йылы һүҙ етә, тигәндәй. Иң мөһиме – Мәҙәниәт йылының “көсө” ҡалабыҙ тормошонда ла сағылыш тапты: “Мираҫ” галереяһы төҙөкләндерелде, тыуған яҡты өйрәнеү музейы яңы экспонаттар менән тулыланды. Мәҙәниәт йылын юғары кәйефтә оҙатабыҙ, киләһе Әҙәбиәт йылында ла уның шауҡымы бөтмәҫ әле тип ышанабыҙ.
Ҡатын-ҡыҙҙы
зиһен биҙәй
— “Ҡатын-ҡыҙ — ғалимә” номинацияһында еңеүсе — БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы профессоры, педагогия фәндәре докторы Вилә Баймырҙина!
Сәхнәгә Вилә Искәндәр ҡыҙы күтәрелә. Фән, ғилем үҫешенә мөһим өлөш индергән, матбуғатта әүҙем сығыш яһаған ханымдың хеҙмәтен бер гәзит битендә генә сағылдырыу мөмкин түгел. Бөгөн ул Башҡортостан уҡытыусылары менән әүҙем эш алып бара. Филиалдың педагогика һәм психология кафедраһы профессоры Вилә Искәндәр ҡыҙының 130-лап ғилми хеҙмәте, шул иҫәптән монографиялары, уҡыу әсбаптары, методик ҡулланмалары донъя күргән. Ул 19 педагогия фәндәре кандидаты әҙерләгән, араларында Новосибирск, Сочи, Мәскәү, Монголия, Ҡытай белгестәре лә бар. Әле Вилә Искәндәр ҡыҙы башлыса магистранттар һәм аспиранттар менән эшләй. Ул — “Вестник Башкирского университета”, “Педагогический журнал Башкортостана”, Санкт-Петербургта сыҡҡан “Российский гуманитарный журнал” кеүек абруйлы баҫмаларҙың мөхәрририәт ағзаһы. Ғалимәнең әҙәбиәт өлкәһендә лә үҙ уҡыусылары бар — әле ул “Ете юл сатында” психологик роман һәм “Их, был ирҙәрҙе!” исемле комедия яҙа.
— Ҡатын-ҡыҙ ҡайҙа ла һәм ниндәй генә хәлдә лә үҙ асылында ҡалырға тейеш. Тыйнаҡ, әммә урыны менән аҡыллы, хатта уҫал булыу ҙа кәрәк. Шуны ла оноторға ярамай: һүҙ әйтеүҙең, эште башҡарыуҙың, нимәнелер талап итеүҙең һәм үҙеңде күрһәтеүҙең урыны һәм ваҡыты була. Ҡатын-ҡыҙҙы мөләйемлек, эскерһеҙ ихласлыҡ биҙәй. Кәрәкмәгән хәрәкәттәр яһау, ҡапыл ғына сәбәпһеҙгә тоҡанып китеү, түҙемһеҙлек һис килешмәй. Коллективта ихтирамлы була белергә кәрәк, шунда ғына үҙеңә ҡарата матур мөғәмәлә талап итә алаһың. Йәнә лә күпте өмөт итеп, аҙынан да тороп ҡалырға ярамай. Беҙҙең халыҡҡа кемгәлер яҡшылыҡ эшләү, кемделер шатландырыу өсөн оҙаҡ уйлау хас. Хистәребеҙҙе, матур һүҙҙәребеҙҙе күп осраҡта йәшереп ҡалдырабыҙ. Ихлас тойғоларҙан оялырға ярамай. Ә ғүмер тигәнең бит тиҙ тәгәрләй, — тине ғалимә.
Вилә Баймырҙинаны күптәр Стәрлетамаҡ ҡалаһының ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәте рәйесе булараҡ та белә. Был юҫыҡтағы эшен барлап: “Хәҙерге көндә йәмәғәт эшен алып барыуы еңел түгел, әлбиттә. Бағыусылар табыуы ауырлаша, ә беҙгә күптәр нәҡ матди ярҙам һорап мөрәжәғәт итә”, — тине ул.
Вилә Искәндәр ҡыҙы менән бер рәттән сәхнә түренә Өфө ҡалаһынан ғалимә Гөлнур Хөсәйенова (икенсе урын) менән Нефтекаманан Гөлфирә Байбулатова ла (өсөнсө урын) күтәрелде. Кем белә, бәлки, киләсәктә был ханымдарҙы ла конкурстың иң юғары баҫҡысында күрергә насип булыр.
Гөлинурҙы
“Gulinur”ы таныттыКонкурстан үҙҙәрен эшҡыуарлыҡ өлкәһендә тапҡан гүзәл заттарыбыҙ ҙа ситтә ҡалманы. Ғөмүмән, заман ҡатыны ҡайҙа ла һынатмай. Иҡтисадсы булһынмы, һауынсы, крансы һөнәрен үҙләштерһенме... “Ҡатын-ҡыҙ — бизнес-леди” номинацияһына килгәндә, иң-иңдәрҙе һайлап алыу үтә ауыр булды, ти ойоштороусылар. Бәхеткә тип әйтәйекме, бизнес шөғөлөн республика кимәлендә юғары баҫҡысҡа күтәргән, мәрхәмәтлек ярҙамын алдынғы күрһәткес итеп танытҡан эшҡыуар ҡатын-ҡыҙ күп арабыҙҙа. Шулай ҙа Стәрлетамаҡ ҡалаһынан Гөлинур Янсаеваға тиңләшеүсе табылманы. Әбйәлилдән Лена Зарипованы, Мәләүез районынан Гүзәл Суслованы артта ҡалдырып, уңған ҡатын беренселеккә сыҡты.
...Туғыҙ йыл буйы Гөлинур Янсаева тауарын баҙарҙа һата, ә 2002 йылда Стәрлетамаҡта тәүгеләрҙән булып күн һәм тире тундары салоны аса. Бөгөн магазины гөрләп тора. Тик уны гөрләтер өсөн ниндәй ауырлыҡтар кисерергә, күпме сабыр итергә тура килгәнен Гөлинур Мәжит ҡыҙы үҙе генә белә: бухгалтер ҙа, моданы күҙәтеп барыусы менеджер ҙа, кәрәк икән, һатыусы ла булып китә ҡайһы саҡ. Бынан тыш, Мәскәүгә айына өс-дүрт тапҡыр тауар юллап барырға кәрәк (әйткәндәй, инде 21 йыл дауамында), һалым түләү, бөтмәҫ-төкәнмәҫ документтар тултырыу. Башҡаһына шулай тейеш, тип ҡараһа ла, бәләкәй эшҡыуарлыҡ буйынса ҡануниәттәге етешһеҙлектәргә әсенә ул, әле саҡ үҙ эшенә тотонғандар өсөн борсола.
– Беҙҙе ҙур заводтарға тиңләйҙәр. Шул арҡала бер туҡтауһыҙ кәрәкһеҙ ҡағыҙ мәшәҡәте баҫа. Пенсия фондына түләүҙәр, һалым системаһы аптырата. Айырыуса бер көнлөк күргәҙмәләр шаңҡыта. Беренсенән, йүнселдәрҙән айырмалы рәүештә, улар ҡала бюджетын тулыландырмай. Икенсенән, күптәр шундай күргәҙмәлә сифатһыҙ тауар (тун) алып алдана. Аҙаҡ осон-ҡырыйын да тапмайҙар, – тип әсенә эшҡыуар ҡатын.
Әле бынан ун йыл элек үк уңғанлығын күреп, Мәскәүҙә бизнес асырға тәҡдим иткәндәрен иҫәпкә алмағанда ла, бөгөн Гөлинур Янсаеваны аяғында ныҡлы баҫып торған эшҡыуар тип әйтеп була.
— Үҙемде һис кенә лә “Ҡатын-ҡыҙ — бизнес-леди” номинацияһы еңеүсеһе тип күҙ алдына килтерә алмайым. Ҡулымдан килһә, был исемде эшҡыуарлыҡҡа йөрьәт иткән һәр ханымға тапшырыр инем. Шулай ҙа, йәшермәйем, ҡәнәғәтмен. Беренселеккә сығырмын тип һис уйламағайным, — ти Гөлинур Мәжит ҡыҙы.
Йөрәктәре һаман йәш“Өлкән йәштәге ҡатын-ҡыҙ” номинацияһы еңеүселәрен билдәләү конкурстың иң тулҡынландырғыс минуттары булғандыр. Йәш, дәртле гүзәл заттарыбыҙ янында ағинәйҙәребеҙҙе лә күреү — үҙе бер һөйөнөс, ғорурлыҡ. Илле биш йәштән өлкән, үҙ халҡының яҡты киләсәге, рухи ныҡлығы хаҡына йәмәғәт эшен әүҙем алып барған, халыҡ араһында ихтирам яулаған инәйҙәребеҙ сәхнә түренә күтәрелгәндә, һәр кем аяғүрә баҫып ҡул сапты. Әлбиттә, был номинацияла кемделер айырым күрһәтеү ауыр. Һәр бәйгесе оло ихтирамға, иғтибарға лайыҡ. Конкурста ҡатнашырға теләк белдереүҙәре генә лә еңеүгә бәрәбәр. Әммә конкурс ҡағиҙәләрен инҡар итеп булмай. Шулай итеп, “Өлкән йәштәге ҡатын-ҡыҙ” номинацияһында беренсе урынға Стәрлебаш районынан Зифа Ҡолһарина лайыҡ булды.
Әйткәндәй, Зифа Хөсәйен ҡыҙын яҡташтары бер ҙә генә хаҡлы ялдағылар исемлегендә күрергә теләмәй, саялығы, тынғыһыҙ холҡо өсөн хөрмәт итә. Оҙаҡ йылдар һаулыҡ һаҡлау, мәғариф өлкәләрендә эшләп, ауыл хакимиәте биләмәһе башлығы вазифаһын да үтәгән, егерме йыл дауамында ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе “дилбегәһен” тартҡан ханымға яҡташтарының һәр тын алышы, һәр ғаиләнең көнитмеше таныш. Халыҡ менән шунса ғүмер эшләгән тәжрибәле йәмәғәтсе булараҡ, ул матди хәлдән бигерәк, кешеләрҙең рухын һаҡлау, нығытыу барыһынан мөһим икәнен яҡшы белә. Зифа ханым “Өндәшмәү – алтын”, “Сабырлыҡ – алтын” тигән әйтем менән килешә алмай. Яҡташтары ғүмер буйы тураһын әйтеп өйрәнгән ҡатындың талаптарына һис үпкәләмәй: ауыҙынан сыҡҡан һәр һүҙе изге ниәттән икәнен белеп торалар.
Борон-борондан ғаилә ҡәҙерен белгән тоҡомдан сыҡҡан Ҡолһарина үҙ ҡарамағындағы биләмәлә ғаилә ҡиммәттәрен нығытыусы сараларға ғәйәт ҙур иғтибар бирә. Мәҫәлән, күп балалы ғаиләләрҙе бар ғәм алдында ололау матур ғәҙәткә әйләнгән. Уларға, шулай уҡ яңғыҙ йәшәүсе әсәләргә, тыл ветерандарына, инвалид бала тәрбиәләүселәргә социаль яҡлау идаралығы аша матди ярҙам хәстәрләп, тормоштарын еңеләйтергә тырыша – йылы һүҙгә, терәккә мохтаж бер кем күҙ уңынан ысҡынмай.
Зифа Хөсәйен ҡыҙы Аллағыуаттың “Айыҡ ауыл” республика акцияһына ҡушылып, хәмерҙән баш тартыусылар сафына баҫыуына ғорурлана. Ғөмүмән, ул – халыҡ тормошонда яҡтылыҡты күреп, һәммәһен дә шуға көйләүсе ағинәйҙәрҙән.
“Өлкән йәштәге ҡатын-ҡыҙ” номинацияһында икенсе һәм өсөнсө урындарға сыҡҡан Илеш районынан Фирҙәүес Маликова менән Белорет районынан Тәнзилә Йомаҙиловаларҙы ла тамашасы йылы ҡабул итте. “Ҡатын-ҡыҙ — милләт әсәһе” исеменә ысын мәғәнәһендә лайыҡ был ағинәйҙәр!
Конкурс дауам итәсәкҒөмүмән, тантана йылы шарттарҙа үтте. “Ҡатын-ҡыҙ — лидер” Лира Батыргәрева (Благовещен районы), “Иң йәш йәмәғәт эшмәкәре” Юлиә Дәүләтгәрәева (Нефтекама ҡалаһы), “Ҡатын-ҡыҙ — һөнәр оҫтаһы” номинацияһы еңеүсеһе Гөлсөм Әбдрәхимова (Өфө ҡалаһы), “Ҡатын-ҡыҙ — йыл үрнәге”ндә берҙән-бер гүзәл зат Гөлшат Лавренова ла (Әбйәлил районы) маҡтау ҡағыҙҙары, бүләктәр менән билдәләнде. Хәйер, был көндө бер гүзәл зат та иғтибарҙан ситтә ҡалмағандыр. Ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың һәр ҡайһыһы төрлө министрлыҡтарҙың маҡтау грамоталарын, рәхмәт хаттарын алып һөйөндө, махсус приздарға лайыҡ булды. Шулай ҙа тантананың тағы ла бер тулҡынландырғыс мәле хаҡында әйтеп үтмәһәк яҙыҡ булыр — был көндө бер төркөм еңеүселәргә, йәмәғәт эшмәкәрҙәренә, әүҙемселәргә Ағинәй статусы бирелде. Сәсәниә, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе Розалия Солтангәрәеваның был йоланы шартына тура килтереп башҡарыуы, гүзәл заттарыбыҙға яулыҡтар ябып, тыуған төйәгебеҙгә изгелек-именлек теләп, зәм-зәм һыуы менән һыйлауы бер кемде лә битараф ҡалдырманы.
— Бөгөн ағинәйҙәребеҙҙең, оло инәйҙәребеҙҙең һүҙе, фатихаһы илебеҙгә бик кәрәк, — тине Розалия Әсфәндийәр ҡыҙы.
Ғөмүмән, тантана әллә күпме һөнәр эйәһен, бер нисә быуын вәкилен берләштерҙе. Гүйә ҡатын-ҡыҙҙарға ғына хас саялыҡ, тәүәккәллек, зиһен уларҙы бер бөтөн итте, йөрәктәренән урғылып сыҡҡан дәрт-дарман яҡынайтты, илгә, телгә, милләткә булған һөйөү дуҫлаштырҙы. “Ҡатын-ҡыҙ — милләт әсәһе” конкурсы киләсәктә лә дауам итәсәк. Тимәк, йәмәғәт эштәрендә арыу-талыу белмәй эшләгән, республикабыҙҙың ижтимағи-сәйәси тормошонда әүҙем ҡатнашҡан апайҙарыбыҙҙың, ағинәйҙәребеҙҙең исемдәрен ишетәсәкбеҙ әле. Ә мәҡәләмде билдәле йәмәғәт эшмәкәре, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһына нигеҙ һалған гүзәл ханым Рабиға Ҡушаеваның һүҙҙәре менән тамамлар инем: “Ҡатын-ҡыҙ — милләт әсәһе. Милләтте тәрбиәләүсе лә, милләттең киләсәген билдәләүсе лә, уның бөгөнгө тормошонда ҙур роль уйнаусы ла ул — ҡатын-ҡыҙ”.