Тату: файҙағамы?28.11.2014
Тату: файҙағамы? Тәбиғи матурлыҡ Хоҙайҙан бирелгән. Уны һаҡлау һәм тышҡы ҡиәфәтеңде каммиллаштырыу – һәр кемдең үҙ ҡулында. Бөгөн заманса технологиялар ярҙамында матурлыҡты һаҡлап ҡалыу өсөн ниндәй генә саралар юҡ! Әлбиттә, уның асылын һәр кем үҙенсә аңлай: ябай буяныу, ыҫпай кейенеү, пластик операциялар һ.б. Һуңғы ваҡытта йәштәр араһында тату, пирсинг кеүек күренештәргә иғтибар бермә-бер артты. Тату эшләгән белгестәр ҙә күбәйҙе. Косметологияла ла татуаж эшләүҙе әүҙем ҡуллана башланылар. Ысынлап та, уңайлы процедура: күҙ ҡабаҡтарына һөрмә тартып, ҡәләм менән һыҙыу, иренде буяу һәм башҡаһын эшләтеү бер яҡтан сыҙамлылыҡ талап итһә, икенсе яҡтан дүрт-биш йылға ҡатын-ҡыҙҙы иртән биҙәнеү кеүек процедуранан ҡотҡара. Хатта мунсаға барғанда ла хан ҡыҙы кеүек матур булаһың. Уңайлымы? Әлбиттә. Ә зарары бармы һуң был сараның? Бергәләп ошо һорауға яуап эҙләп ҡарайыҡ.

Татуировка – урындағы тирене йәрә­хәтләү ысулы менән тире аҫтындағы күҙә­нәктәргә буяй торған пигмент индереү, тәнгә пергаментлы һүрәт төшөрөү ул. Тату полинезий теленән «һүрәт» тигәнде аңла­та, ә донъяға был һүҙ сәйәхәтсе Джеймс Кук тарафынан таралған. Башлыса тәндә декор, матурлыҡ өсөн эшләнелә. Тату эш­ләү урынын, төрөн һәр кем үҙе билдәләй, шулай уҡ көнкүреш шарттарын, ниндәй социаль төркөмгә ҡарауыңды ла иҫәпкә алырға мөмкин. Уның үҙенсәлекле билдә­ләре, төрҙәре һәм стилдәре була.
Тату төрлө өлкәлә ҡулланыла. Мәҙә­ниәттә ул боди-арт сәнғәтенең бер тармағы. Ошо сәнғәтте башҡаларҙан өҫтөн тип иҫәпләгән кешеләр тәндәренә татуировка кеүек төрлө һүрәт эшләй. Әйтергә кәрәк, улар тәнде тулыһынса биләй, һәм тәне һүрәт менән ҡапланған кеше, баш­ҡаларға маҡтанып, мөмкин тиклем шәрә йөрөргә тырыша. Иркенән мәхрүм ителеү­селәр араһында тату – криминаль төркөм­дәрҙең үҙҙәренең иерархияһын билдәләү ысулы. Йәштәр уны үҙ-үҙенә баһаһын арттырыу өсөн эшләтә.
Бөгөн тату бер ҙур сәнғәт төрөнә әйлән­гән, уның да үҙенең оҫталары һәм уға өҫтөнлөк биреүселәр бар. Күптәр тату төшөрөп аҡса эшләй, хатта билдәле компаниялар ҙа бар.
Ғөмүмән, тату кешенең үҙ-үҙен таныу, йәғни шәхесенең сағылышын тәнгә төшө­рөү күренеше кеүек ҡабул ителгән. Ул уңыш килтереүсе ниндәйҙер һүрәт йәки символ булыуы мөмкин. Һүрәттең мәғәнә­һе тураһында мәғлүмәт бихисап, ҡайһылай булһа ла тәненә тату төшөрөлгән кеше үҙен «билдәләнгән» йәки башҡаларҙан айырылған тип иҫәпләй. Был күренешкә ҡарата борондан төрлө ҡараш йәшәгән.
Татуҙарҙың оҙаҡ ваҡыт һаҡланғандары һәм бер нисә йыл ғына торғандары бар. Ғүмерлеккә ниндәйҙер һүрәт эшләтер алдынан ныҡлап уйлау кәрәк, шулай уҡ сифатлы буяу ҡулланылыуы ла шарт. Шулай уҡ татуҙарҙы йөй эҙҙәрен күрһәтмәү йәки ирендең, ҡаштың, күҙҙең төҫөн сағыулан­дырыу маҡсатында эшләйҙәр. Ул бөгөн татуаж исемен алған. Татуажды 1-5 йылға тиклем һаҡланырлыҡ итеп яһатырға ла мөмкин.
Оҙайлы ваҡытҡа эшләнгән татуҙарҙы юйып та була, ләкин был процедура тик лазер ярҙамында эшләнә, һәм унан һуң тәндә булған татуға ҡарағанда ла ҙурыраҡ йөйҙәр ҡала. Шулай уҡ уны юйыуҙың химик ысулдары ла билдәле, тик был аллергия сиренә йәки экземаға алып килеүе ихтимал.
Пирсинг инглиз телендә «тишеү» ти­гәнде аңлата. Шулай уҡ тәнде йәрәхәтләү ысулы менән тишеп, унда үҙенә күрә бер биҙәк йөрөтөү. Пирсинг эшләтеүҙең сәбәптәре төрлө булыуы мөмкин: дин йәки йола ҡушыуы буйынса тәнде тишеү, ниндәйҙер бер мәҙәниәткә эйә йәки ҡаршы булғаныңды күрһәтергә теләү, матурлыҡ өсөн тәнеңдә «алҡа»лар йөрөтөү. Был күренештең башланғыстары быуаттар төпкөлөнә барып тоташа. Беҙҙең эраға тиклем үк Һиндостанда Лакшми аллаһына табы­нып, ҡатын-ҡыҙҙың танауҙарын, ҡо­лаҡ­тарын тишеү күренеше дини ки­тап­тарҙа һаҡланып ҡалған. Ацтек, Майя ҡәби­ләләрендә был күренеш ир-егеттәрҙең көслө, батыр булыуҙарын аңлатҡан. Америка һәм Африка ҡәбиләләрендә ҡатын­дарҙың матурлыҡ, нәзәкәтлелек билдәһе – ирендәренә бала саҡтан уҡ беркетелеп, ҡартайғансы йөрөтөп ҙурайтылған пластиналар. Уларҙың диаметры 15-20 санти­метрға тиклем еткән. Был шулай уҡ ҡатын биләгән юғары статусты аңлатҡан.
Пирсингтың бер төрө – туннелдәр. Исе­менән үк аңлашылып тороуынса, улар – ҡолаҡта беҙ күреп өйрәнгән тишектәр урынына йөҙөк формаһындағы алҡалар. Был күренеш шулай уҡ боронғо йолаларға, Африка ҡәбиләләренә бәйле, ләкин бөгөн унда ябай матурлыҡты күреүселәр ҙә бар.
Донъяла бөгөн пирсинг төрҙәре күп. Баҡһаң, уны ҡайһы ергә генә эшләмәйҙәр... Иң билдәлеләре: ҡолаҡ, танау, ҡаш, кендек һәм башҡалар. Ул ғына ла түгел, тән өлөштәренә сылбыр, арҡаларына корсет йөҙөктәре лә тағып йөрөүселәр бар.
Беҙ тату, пирсингтарҙың асылына төшө­нөргә тырыштыҡ. Шулай ҙа матурлыҡтың төп асылы – тәбиғилек, бер ниндәй һүрәт­һеҙ, тимерһеҙ гүзәллек.
* Бөтә тәне тулыһынса татуировка ме­нән ҡапланған кеше – Лаки Даймонд Рич. Уның ҡолаҡтарының эсенә, бармаҡта­рының араһына тиклем һүрәт төшөрөлгән.
* Моряктарҙың ҡолаҡ тиштереүе – күреү һәләтен яҡшырта тип ышанғандар. Шулай уҡ ярлы моряктар ҡолаҡтарына ҙурыраҡ алҡа тағырға тырышҡан, сөнки карап батып, улар мәрхүм булһа, диңгеҙ кәүҙәләрен ниндәй генә ил ярына сығарһа ла, шул ил халҡы, алҡаһын һатып, үлгән морякты яҡшылап һуңғы юлға оҙатыр, тип уйлағандар.
* Татуҙарҙы күп эшләтеүҙең тату-бәйлелеккә алып килеүе ихтимал.
* 1987 йылда Англияла пирсинг эшлә­теүселәр һәм пирсингка ҡаршы булыусылар араһында суд була. Суд матурлыҡ өсөн эшләнгән пирсингты яҡлай, ләкин ҡай­һы бер тән өлөштәренә уны эшләүҙе тыя.

Л. ҒАФАРОВА әҙерләне.



Вернуться назад