Баланы компьютерҙан аралағыҙ28.11.2014
Баланы компьютерҙан аралағыҙ Балалар баҡсаһына ата-әсә сабыйҙы иртәнсәк үк килтерә. Йоҡонан да йүнләп уянып бөтмәгән булалар әле, барыһы ла ихлас, эскерһеҙ һәм һөйкөмлө. Тәү ҡарашҡа бөтәһе лә бер төрлө кеүек. Әммә педагогика өлкәһендә тәжрибәгә эйә кеше һис яңылышмай айыра ала – бына был ҡыҙыҡай ата-әсәһенең наҙ һәм иғтибарына ҡойоноп үҫә, кисә үҙ ваҡытында карауатҡа һалып, тыныс шарттарҙа йоҡлатҡандар, ә был сабый төнгә тиклем компьютерҙа уйнап ултырған…

Һәм һуңғылары йылдан-йыл күбәйә бара! Күҙ­ҙәре ҡыҙармаған осраҡта ла, ундайҙарҙы таныуы ҡыйын түгел – тиҙ генә ҡабынып, кинәт һүрелеп баралар, иғтибарҙы туплау ҡыйыныраҡ бирелә, һу­ғыш-үпкәләшкә лә нығыраҡ тартымдар.
Нур һәм йылылыҡ бөркөлгән әкиәттәргә әүрәп, хыялдарға бирелеп, донъяның тик яҡшы яҡтарын ғына белеп үҫә торған саҡтары бит әле! Насар уйындар сибек кенә яҙғы үҫентеләрҙе һуҡҡан ҡырау кеүек, юҡҡамы ни белгестәр «видеоуйын эпилеп­сияһы синдромы» таралыу тураһында һүҙ ҡуйырта башланы… Әлбиттә, ата-әсәләр менән был хаҡта һөйләшәбеҙ, кәңәштәребеҙҙе бирәбеҙ. Тик бәғзе­ләре бик оҫта аҡланырға өйрәнеп алды – йәнәһе лә, хәҙер компьютер заманы, кескәй саҡтан күнекһен­дәр.
Тик, беренсенән, был дәлил күпселек осраҡта ата-әсәнең үҙҙәренә уңайлыраҡ булһын өсөн килтерелә – баланы уйнатыуға, файҙалы эшкә өй­рәтеүгә, туҡтауһыҙ һорауҙарына яуап биреүгә ҡа­рағанда компьютер алдына ултыртып ҡуйыу са­ғыш­тырғыһыҙ дәрәжәлә еңел бит. Үҙең, әйҙә, туйғансы телевизор ҡара, әхирәттәрең менән ләстит һат, йоҡо һимерт – бер кем дә ҡамасаулап йөрө­мәйәсәк. Икенсенән, компьютер донъяһында аң-зиһен үҫеше өсөн бик файҙалы, күңелле сайттар менән бер рәттән Хоҙай ҡушмаған уйындар ҙа күп. «Атыш-үлтереш» менән генә мауыҡҡан баланың компьютер, мәғлүмәт технологиялары серҙәренә төшөнөүе бик тә икеле! Билл Гейтс заманында компьютер уйындары ғына уйнап ултырһа, бар донъяға билдәле программисҡа әйләнә алмаҫ, быға ваҡыты ла, теләге лә ҡалмаҫ ине.
Компьютерҙан айырыла алмау хәҙер психик сир тип таныла башланы бит. Фәҡәт ата-әсә компьютер даръяһында ла балаға юл күрһәтеүсе булырға тейеш. Һәм, өсөнсөнән, саманан тыш оҙаҡ ултырыу баланың сәләмәтлегенә үтә ауыр зыян яһай. Төрлө сығанаҡтарҙа төрлө күрһәткестәр бирелә, шуға ла яҡынса ғына әйтә алабыҙ: 5 йәшкә тиклемге балалар иң күп тигәндә лә көнөнә 35 минутҡа ҡәҙәр, 7 йәшкә тиклемгеләр 40-45 минутҡа тиклем телевизор-компьютерҙа ултыра ала.
Күҙ арымаһын өсөн был ваҡытты ла икегә бүлеп файҙаланыу, мотлаҡ рәүештә күҙ гимнастикаһы яһатыу кәңәш ителә. Иң ҡәтғи талаптарҙың бере­һе – йоҡо алдынан ултыртмау, юғиһә йоҡо тыныс һәм сәләмәт булмаясаҡ. Күҙе, нервы системаһы менән саҡ ҡына проблема булған балаларҙы бөтөнләй аҙнаһына ике тапҡыр ғына 10-ар минут ултырталар.
Ҡәҙерле ата-әсәләр, баланың сабый сағы күҙ асып йомған арала тиҙ генә үтә лә китә. Ошо ҡыҫҡа ғына мәлде файҙалы һәм күңелле итеп үткәреп ебәрәйек!

Асия МӨСЛИМОВА,
тәрбиәсе.
Өфө районы.



Вернуться назад