Нимә алырыңды алдан уйла28.11.2014
Нимә алырыңды алдан уйла Төҙөлөш һәр ваҡыт күп мәшәҡәт тыуҙыра. Кәрәкле материал алыу ҙа ваҡыт талап итә. Бөгөн баҙарҙа тәҡдим ителгән күп төрлө төҙөлөш әйберҙәре араһында иң сифатлыһын табыу, отҡор һатыусыларҙан алданмаҫ өсөн дә нимә эшләргә һуң?

Экологик яҡтан ҡарағанда буяу – иң зарарлы төҙөлөш материалы. Уның аллергия ғына түгел, бөйөр һәм бауыр ауырыу­ҙарына килтереүе, нервы системаһын ҡаҡшатыуы ихтимал. Шуға ла белгестәр бина эсендә ремонт эштәре алып барыу өсөн эмульсиялы буяу ҡулланырға кәңәш итә.
Баҙар һәм киң билдәле төҙөлөш магазиндарында әле ниндәй генә обой юҡ. Шулай ҙа осһоҙ ҡағыҙ обойҙар экологик яҡтан иң таҙаһы икән. Улар һауаны яҡшы үткәрә, стеналарға тын алырға бирә.
Керамик плитәләр тәбиғи материалдан етештерелһә лә, йәбештереү өсөн ҡулланылған елем кеше сәләмәтлегенә зарарлы булыуы ихтимал. Уның составында организмға кире тәьҫир итеүсе толуол йә фенол булырға мөмкин. Шуның өсөн елемде һайлағанда составын ентекләп өйрәнегеҙ.
Иҙән һалғанда ағас ҡулланыу хәйерлерәк, сөнки ул – таҙа материал. Тик сифатын лак боҙа – буяғанда ул организм өсөн зарарлы ацетон һәм толуол бүлеп сығара. Шуға күрә лак һайлағанда уның составына иғтибар итергә һәм бик осһоҙон алмаҫҡа кәрәк.
Иҙән йәйгәндә осһоҙ линолеумдан да баш тартырға кәңәш итәбеҙ. Ҡояш нурҙары аҫтында йылынғанда ул насар еҫ тарата, һауаға зарарлы матдәләр бүлеп сығара. Ә ламинат һайлағанда бина өсөн яраҡлылығына иғтибар итегеҙ. Зарарлы ламинаттың аллергияға, баш ауыртыуына, хәтер юғалыуға килтереүе ихтимал.
Ковролин химик составы буйынса шикле булмаһа ла, ул һеңдергән туҙан һәм еҫ зарарлы. Аллергиянан һәм тын юлы ауырыуҙарынан яфаланыусыларға кәңәш ителмәй.
Эшкәртеү материалдарының зарар килтереү дәрәжәһен билдәләү өсөн төргәк тышындағы “Е” күрһәткесенә күҙ һалығыҙ.
Е1 – материал балалар бүлмәһе өсөн яраҡлы;
Е2 – төҙөлөш материалын өйҙөң бүлмәләрен эшләгәндә ҡулланырға мөмкин;
Е3 – тауар фатир ремонтлау өсөн бармай.
Тауарҙы төҙөлөш материалдары баҙарында һатып алһағыҙ, мотлаҡ гигиена таныҡлығын тикшерегеҙ, сөнки унда материалдан ниндәй зыянлы матдәләр бүленеп сығыуы билдәләнә. Зарарлыҡ кимәле биштән күберәк булһа, был тауарҙан баш тартыу хәйерле.


Вернуться назад