Хәйерле сәғәттә башланды28.11.2014
Хәйерле сәғәттә башланды – Мин дә ҡәләмдәш­тә­рем­дән һәм фекер­ҙәштәрем­дән ҡа­лыш­маҫҡа булдым, редакцияла ла яҙылып була тигәй­неләр, – тип көр тауы­шы ме­нән дәрт­ләнеп килеп инде Әсләм Арыҫланов. Ниәте – ар­ҙаҡлы шәхесебеҙ Аб­дулхаҡ Игебаев­тың из­ге башлан­­ғы­­с­ын күтә­реп алыу.
– “Башҡортостан” гәзите­нең тыуған яғымда аҙ таралыуына күптән көйөнә, ха­лыҡ­тың битараф­лығына аптырай инем. Мәҫәлән, быйылғы тәүге ярты йыллыҡта Балаҡатай районының Билән ауылында ни бары биш кеше яҙылғанын белгәс, ныҡ ғәжәп­ләндем. Ә ул боронғо башҡорт ауылы бит. Милли телдәге баҫманы уҡый белеүселәр юҡмы икән ни?
Мин дә туғандарыма һәм яҡындарыма биш дана “Башҡортостан”ды бүләк итеп яҙҙырырға ҡарар иттем. Бәлки, яҡташтарым араһынан был изге эшкә ҡушылыр шәхестәр ҙә булыр, – тип өмөтөн дә белдерҙе Әсләм Ислам улы.



Вернуться назад