Матбуғат баҫмаларына яҙылыуҙағы һәм уларҙы таратыуҙағы ҡыйынлыҡтар бөтәбеҙгә лә билдәле. Заман тыуҙырған был шарттар кемгәлер аҡланыу өсөн сәбәп кенә – улар яҙылыу хаҡтарының йылдың-йылы артыуына һәм почтаның теүәл эшләмәүенә һылтанырға ярата. Бөгөнгө баҙар иҡтисадының ҡырыҫлығы беҙҙең кем икәнлекте һынай түгелме? Милләттең ниндәй булыуы һүҙҙә түгел, ә тап шундай аныҡ эштәрҙә күренә лә инде. Милләт кенә түгел, ә беҙҙең – муниципаль власть органдарында эшләүселәрҙең – өлгөргәнлегенә лә имтихан ул.
Үҙебеҙҙең туған телдәге “Башҡортостан” гәзите лә беҙҙең яҡлауға мохтаж. Ул 97 йыл халҡыбыҙҙың уңыштары һәм көйөнөстәре менән йәшәй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн, күберәк аҡса эшләргә генә ынтылып, башҡорт халҡының рухи хазиналарының береһе булған бай йөкмәткеле “Башҡортостан” гәзитен онотоп барабыҙ түгелме? Шуны иҫәпкә алып, Учалы районы хакимиәтенең ҙур булмаған коллективы ошо көндәрҙә “Башҡортостан”ға дәррәү яҙылды һәм гәзитте өйҙә ғаилә ағзалары менән бергә уҡып барасаҡ! Әйткәндәй, хакимиәт башлығы Фәрит Фәтих улы Дәүләтгәрәев “Башҡортостан”ға иң беренсе булып яҙылды. Төп баҫманы үҙебеҙ алдырмаһаҡ, башҡаларҙы нисек өгөтләрбеҙ?
Республикабыҙҙың башҡа район һәм ҡала хакимиәттәрен дә беҙҙең өлгөгә эйәрергә саҡырам.
Әлмира КОВАЛЕВСКАЯ,
Учалы районы хакимиәтенең
мәғлүмәт бүлеге етәксеһе.