Барыбер түләргә тура киләсәк28.11.2014
Ҡатыным менән айырылыштыҡ, улым әсәһе янында ҡалды. Єммә баланы өләсәһе һәм олатаһы тәрбиәләй. Шуға мин алиментҡа тип түләнгән аҡсаның улым өсөн файҙаланылыуына бик шикләнәм. Билдәләнгән сумманы түләүҙән туҡтап, улымдың мәнфәғәтендә, мәҫәлән, киләсәктә уның белем алыуы өсөн, аҡса йыйып барырға мөмкинме икән?

Рөстәм.

Белорет районы.

Әгәр үрҙә әйтелгән хәл һеҙгә оҡшамаһа, улығыҙҙы үҙегеҙгә алып бергә йәшәү хоҡуғынан файҙалана алаһы­ғыҙ. Был осраҡта ҡатынығыҙ һеҙгә алимент түләргә тейеш. Єгәр балағыҙ әсәһе менән бергә йәшәүен дауам итһә, алиментты түләргә бурыслы­һығыҙ. Элекке ҡатынығыҙҙың аҡсаны тәғәйенләнеш буйын­са файҙаланмауын иҫбат­лау­ға ирешһәгеҙ, судҡа мө­рә­жәғәт итеп, алименттың 50 процентын улығыҙ исеменә асыл­ған иҫәпкә күсерә ала­һығыҙ. Єм­мә сумманың ҡал­ған ярты­һын барыбер элекке ҡа­ты­ны­ғыҙға түләргә тура киләсәк.


Эшкә һуңлаған өсөн штраф ҡаралғанмы?

Бер мәл эшкә сәғәт ярымға һуңланым. Өҫтәүенә алдан иҫкәртә лә алманым. Ћөҙөмтәлә штраф түләргә ҡуштылар һәм, бындай хәл тағы ҡабатланһа, эштән ҡыуасаҡтары хаҡында белдерҙеләр. Етәкселек хаҡлымы?

Зәлиә.
Бөрө ҡалаһы.


Етәксе хеҙмәт тәртибен боҙған өсөн иҫкәртеү, шелтә биреү, эштән бушатыу кеүек дисциплинар яза сараларын ҡулланырға хоҡуҡлы. Ћуңғы­һының эшкә тағы бер тапҡыр ваҡытында килмәү өсөн дә тәғәйенләнеүе ихтимал. Шуға һеҙгә әйтелгән һүҙҙәр бер ҙә нигеҙһеҙ түгел. Є бына, за­кон­дарға ярашлы, үрҙәге ос­раҡта бер ниндәй ҙә штраф ҡаралмаған. Эш биреүсенең уны яза кеүек файҙаланыуы хеҙмәт тураһындағы закон­дарҙы боҙоу тип һанала. Ћүҙ, бәлки, премия күләмен кәме­теү тураһында баралыр? Єгәр хеҙмәт коллективы тарафынан ҡабул ителгән эске норматив акттарҙа эш тәрти­бен боҙмаған осраҡта ғына премия биреү тураһында әйтелһә, был хәлдең дә булыуы мөмкин.

Рубриканы Айһылыу НИЗАМОВА алып бара.



Вернуться назад