һАҘЛЫҠТЫҢ ИСЕМЕ – КРЕДИТ...28.11.2014
һАҘЛЫҠТЫҢ ИСЕМЕ – КРЕДИТ... Республикабыҙҙың бер баҫмаһында “Кредит һине һынағанда… һин килем һана…“ тигән мәҡәләлә халыҡта ихтирам ҡаҙанған Ҡ.-ның кредитты яҡлаған “тос фекерҙәрен” уҡып сыҡҡас, уға тиҙ арала комментарий биреп, редакцияға яҙып ебәрҙем. Бында мин профессиональ иҡтисадсы булараҡ та, мосолман булараҡ та авторҙың позицияһына ҡарата ризаһыҙлығымды белгерткәйнем. Баҫма минең мәҡәләне һуңыраҡ сығарырға вәғәҙә биргәс, тыныс ҡына көтөп йөрөнөм. Әммә ошонда уҡ һуңғы һанда теге авторҙың ошо темаға бағышланған яңы мәҡәләһен күргәс (өс ай үткәс), был баҫмала минең фекерҙәрҙе баҫып сығармаясаҡтарын аңланым. Мәҡәләмдәге аңлатманың бөтә республика халҡы өсөн мөһим икәнен аңлау мине “Башҡортостан“ гәзитенә мөрәжәғәт итергә этәрҙе, сөнки авторҙың кредитты яҡлап сығыуы ябай кешене күрәләтә һаҙлыҡҡа батырыуға тиң, тип иҫәпләйем.

Был мәҡәләгә килгәндә, уның эстәлеген һөйләп биреү артыҡтыр. Мин авторҙың төп дәлилдәренә генә туҡтап китәм. Уның атаһы заманында балаларына 5 мең һум аҡса ҡалдырған булған, ә үҙе ҡартайғас, улының фекере буйынса, уға, йәнәһе, машинаның кәрәге ҡалмаған, һәм аҡсаны балалары бүлешеп алған. Хәҙер иһә йәш сағынан һәр кем был машинаны кредитҡа һатып ала. Кемгә нисектер, әммә үҙ балаларыңа ошо сумманы ҡалдыра алһаң, бик яҡшы инде ул. Хәҙерге атайҙар, кредит һаҙлығынан сыға алмай, йыш ҡына балаларына ошо суммаға бәрәбәр 500 мең һум бурыс ҡалдыра. Балалары өсөн беренсе атай яҡшыраҡ инде.
Автор, бөгөн 500 мең һумлыҡ машина алырға аҡса туплап булмай, тип әйтә – уның хаҡы даими артып барғас, һин ошо ярышта хаҡтарҙы ҡыуып етә алмайһың. Иҡтисадсы булараҡ, түбәндәге фекерҙе уҡыусыларға еткереп үтәм. Инфляция (хаҡтарҙы даими арттырыу сәйәсәте) башлыса ошо кредит аҡсаһына йәшәгән банк системаһы арҡа­һында булдырыла ла инде. Банктар өсөн хаҡтарҙың артып торғаны отошло: халыҡ, ҡиммәтләнмәҫ борон алып ҡалайым, тип уларға кредит артынан килергә мәж­бүр була. Кредит һаҙлығынан ҡотолоп булма­һын тип “ойошторола” ла инде инфляция тигән нәмә. Күҙ алдына килтереп кенә ҡарағыҙ: илдә инфляция юҡ, йәғни хаҡтар артмай. Икенсе көнгә үк банктарҙың күпсе­леге бөлгөнлөккә төшөр ине.
Ипотека өсөн 30 йыл эсендә фатир хаҡын өс тапҡырға арттырып түләгәнен автор инҡар итмәй. Әммә быны “ул тиклем ҡур­ҡыныс түгел һымаҡ” тип иҫәпләй. Ҡурҡыныс ҡына түгел, иҡтисади яҡтан ахмаҡлыҡ был. Йыбанмаһағыҙ, сағыштырып ҡарағыҙ: ошо түләнгән аҡсаны 30 йыл буйы фатирҙы ҡуртымға алып йәшәгән сумма менән. Айырма күпме килеп сығыр икән? Беренсе осраҡта ҡол хәлендә, көн дә үҙем менән берәй нәмә булып ҡуймаһын тип йәшәйһең, ә икенсе осраҡта йәнең теләгән фатирҙа тора алаһың. Юҡҡа ғына кредит ныҡ үҫеш­кән Көнбайыш дәүләттәрендә халыҡтың күпселегенең үҙ торлағы юҡ. Беҙҙең Рәсәй халҡы совет традицияһы буйынса һаман да “һәр ғаиләнең үҙ торлағы булырға тейеш” тип иҫәпләп йәшәй. Ошо фактор беҙҙә торлаҡтың ҡыйбатлығына булышлыҡ итә лә инде. Көнбайыш дәүләттәрендә халыҡтың күпселегенең үҙ йорто юҡ, уны ҡуртымға алыу отошлораҡ. Тиҙҙән беҙҙә лә ошо хәл нығынасаҡ.
Ҡ., ниндәй маҡсатталыр, үҙенең банк­тар­ҙы отоуына миҫалдар килтерә. Был осраҡ­тарҙың булыуы ла мөмкин. Әммә шуны оноторға ярамай: башлыса банктар ғына отошта ҡала. Белеүебеҙсә, унда юғары белемле профессионалдар эшләй. Ябай кеше барыбер уларҙың нисек “мутлашыуын” белеп бөтмәйәсәк. Шунлыҡтан дәүләт иҫәбенә үткәрелгән “Финанс грамотаһы” тигән курс­тарҙың да әллә ни мәғәнәһе юҡ. Банктар өсөн кредит таратыу табыштың төп сыға­нағы булып иҫәпләнә. Ябай кешенән кредит алдыртыу өсөн улар ҡылған мутлыҡтарҙың осо-ҡырыйына сығырлыҡ түгел. Тиккә генә ҡала-ҡасабаларҙа ямғырҙан һуң үҫеп сыҡ­ҡан бәшмәк кеүек иң күркәм биналар ошо банктарға ҡарамай.
Юҡҡа ғына беҙҙең автор һоҡланған Көн­байышта банкирҙарҙы гангстерға оҡшатып, банкстер тип атай башламанылар. Үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ: былтыр Рәсәй банктары 1 триллион һум табыш алған. Был сумманы күҙ алдына килтереү өсөн Башҡортостандың бер ҡаҙанышын билдәләп үтәм: былтыр беҙҙең эске тулайым продукт ошо суммаға барып етте. Рәсәй банктары Башҡортос­танда етештерелгән БӨТӘ продуктты процент формаһында беҙҙән “тартып алған” кеүек инде.
Бөгөн банктарҙың отошло хәлдә икәнен иҫбатлау өсөн кредит системаһына күҙ ташлау ҙа етә. Кешегә кредит биргәндә банк мотлаҡ рәүештә аманат, поручитель талап итә. Ә һин уға кредит бирһәң, йәғни артыҡ аҡсаңды депозитҡа һалһаң, бер банк та аманат та, поручитель дә, гарантия ла бирмәй. Банкрот хәлендә иһә дәүләт ҡаҙнаһы иҫә­бенә (йәғни беҙҙең аҡсаға) 700 мең һумды ғына ҡайтарып бирә. Вәссәләм! Бына кем хөрриәттә йәшәй! Иҡтисадта иң һәйбәт эш хаҡы кемдә? Ошо банкирҙарҙа түгелме ни? Был аҡсалар беҙ түләгән проценттарҙан килә лә инде. Кредитты яҡлап сығыу – ошо банкстерҙарҙы яҡлап сығыуға тиң.
Авторҙың үҙенең банктарҙы отҡанын бөтә кешегә таратып булмағанын аңларға кәрәк. Лотереяла ла айырым кешенең машина отоуы мөмкин, ләкин күпселектең хатта билет хаҡын да ҡайтара алмағанын онот­маҫҡа кәрәктер. Кредит, һис һүҙһеҙ, бөгөн матди хәл етмәгән әйберҙәрҙе алып, “тәмләп йәшәргә“ мөмкинлек бирә. Әммә уның был тәьҫирен алкоголь менән сағыштырып була: тәүҙә кәйеф бик шәп тә ул, тик бахмуры ауыр…




Вернуться назад