Троллейбустар тарихта ғына ҡалырмы?28.11.2014
Күптән түгел ҡалаға үҙйөрөшлө троллейбустар ҡайтасаҡ тип һөйөнгәйнек. Бөгөн килеп Стәрлетамаҡтағы ике троллейбус депоһынан берәү генә ҡалыуы ихтимал тигән шау-шыу ҡупты. Был мәсьәләгә асыҡлыҡ индереү маҡсатында беҙ троллейбуссыларҙың үҙҙәренә йүнәлдек.

«Стәрлетамаҡ троллейбус идаралығы» начальнигы Александр Матвеев менән ойош­торолған матбуғат конференцияһында бөгөнгә 391 эшсенең, шул иҫәптән 92 троллейбус водителе, 72 кондуктор, 100 пенсионер һәм 74 слесарь-йүнәтеүсенең ҡул­да­­ры­на “ҡыҫҡартыу ҡағыҙҙары” алыуы мәғлүм бул­ды. Ул ғына түгел, троллейбус гаражда­рының һаны ла ҡыҫҡар­тыла, мәҫәлән, 2-се депо консервацияға күсере­леп­, ҡуртымға тапшырыласаҡ. Был күренеш, әлбиттә, ки­ләсәктә маршруттарҙың аҙайтылы­уын да күҙаллай.
Әле ҡалала 16 маршрут булһа, киләсәктә 13 ҡа­ласаҡ. Туҡталыштарҙа 1-се, 3-сө трол­лейбус­тарҙы ла оҙағыраҡ көтөргә тура килә­сәк. Ә бына 5, 6, 17-се йүнәлештәгеләр, ки­ре­һенсә, аралары яҡынайып, бер-бер арт­лы килеп-китеп торасаҡ. Бындай үҙгәрештәр ҡаланың үҙәк урындары шылыуға бәйле. Элек троллейбустар күбеһенсә эшселәрҙе заводтарға ташыу өсөн ҡулланылһа, хәҙер уҡыу йорттарының артыуы, яңы сауҙа үҙәк­тәренең барлыҡҡа килеүе сәбәпле, халыҡ ҡаланың башҡа яҡтарына ла барырға мәж­бүр. Шуға күрә ҡайһы бер маршруттарға ихтыяж кәмей, ә икенселәренә арта ғына. Троллейбус идаралығы, “пик сәғәттәр”ен дә иҫтә тота, ул ваҡытта техниканы йышай­тырға вәғәҙәләй.
Үҙйөрөшлө троллейбустар хаҡында хә­бәр­ҙәр һаман да тынмай. Коммунистик урамынан Артем урамы аша яңы һалынып ятҡан Төҙөүселәр урамындағы юлға тиклем әлегә бер троллейбус та йөрөмәй. Киләсәктә был өлөштә яңы маршрут асыласаҡ, тап ошонда автоном йөрөшлө троллейбусты ҡулланырға уйлайҙар ҙа. Шул уҡ ваҡытта ябай троллейбустар өсөн дә электр юлы һалыныуын күҙ уңынан ысҡындырмайҙар.
Хәтерләйһегеҙҙер, ҡасандыр йәнең телә­гән маршрут буйынса ҡаланың төрлө яғына троллейбуста бушлай йөрөй торғайныҡ. Бер заман юл хаҡы 50 тин булып китте. Аҡса һаман да етмәне: 1, 5, …10 һумға тиклем күтәрҙеләр. Инде килеп “Троллейбустар ҡалаһы” даны бөтөнләй файҙаһыҙ булып сыҡты – экологик транспорттан өлөшләтә булһа ла баш тарта башланыҡ. Әлбиттә, бер-ике мең пенсионер һәм мәктәп уҡыу­сыһы түләгән аҡсаға ғына депоны яңыртып та, кон­дукторҙарға эш хаҡы түләп тә булмай­ҙыр. Өҫтәүенә, ҡырмыҫҡа иләүен хәтерлә­теп, маршрут таксиҙары күбәйә, ҡыйбатыраҡ, шулай ҙа кәрәк урынға “һә” тигәнсе барып етә­һең. Әйтелгәндәр генә троллейбустарҙы аҙай­тыуға сәбәп булырға тейешме икән ни? Сер түгел, илдә бюджет аҡсаһы аҙая, социаль проекттар артҡы планға күсә, сығымдар ҡыҫҡар­тыла. Күрәһең, троллейбус парктары тотоу ҙа – артыҡ баш бәләһе. Тик һуңынан ни булыр һуң? Хәйер, яуапты үҙегеҙ ҙә беләһегеҙҙер. Бер генә миҫал: троллейбус­тар аҙайыу менән маршрут таксиҙары хаҡты күпмегә күтәрер икән?! Баяғы пенсионер менән мәктәп уҡыусыһы кәрәкле еренә йәйәү йөрөргә мәжбүр булмағайы тағы…
Әйткәндәй, троллейбуста йөрөү хаҡы һуңғы тапҡыр 2012 йылдың 9 ғинуарында үҙгәреп, әлегә тиклем һаҡланды. Был ваҡыт эсендә электр энергияһына хаҡ бермә-бер артты. Күптән түгел ҡала Советы депутаттары алдына хаҡтарҙы арттырыу тураһында һорау барып ятҡан. Унда троллейбус идаралығы түбәндәге тарифтарҙы тәҡдим итә: ҡулаҡса менән түләгәндә – 14 һум; ойошмаларға – 12 һум; пенсионер, студенттар һәм уҡыусыларға – 9 һум; электрон транспорт карталары буйынса – 12 һум.
Хаҡтар үҙгәрерме-юҡмы – депутаттар кәңәшләшкәндән һуң билдәле буласаҡ.
Троллейбус идаралығына байтаҡ ҡыйынлыҡ­тарға ҡаршы көрәшергә кәрәк. 2017 йылға тиклем кондукторһыҙ троллей­бус­тар булдырыу планлаштырыла. Яңы “кондуктор”, автомат рәүешендә эшләп, кеҫә телефоны, банк карталары һәм башҡа түләү системаларына яраҡлаштырылып, байтаҡ эш урынын юҡ итәсәк.





Вернуться назад