Үксәләре йондоҙ сәсә26.11.2014
Үксәләре йондоҙ сәсә Ҡурай өсөн тын кәрәк,
Бейеү өсөн һын кәрәк.
(Әйтем).

Аҫылғужа ни өсөндөр бер ваҡытта ла яҙыусыларҙан көнләшмәне. “Эй, шул шағир иҫ китмәле шиғыр яҙған, ниңә минең башҡа алдан шул уй килмәне икән?” – тигән ыуаланыуҙарын ишетмәнем. “Маҡтап яҙаһың да баһа, исмаһам, береһе һинең сәмеңә теймәйме?” – тип һораным бер мәл. “Беҙҙең халыҡтың ғәҙәти тормошонан килә ул шиғыр яҙыу, бәлки, бик борон улар йырлап һөйләшкәндер әле. Шиғри халыҡ бит. Боронғо оҙон көйҙәребеҙҙәге арнау, эске монолог кеүек мотивтар тап шуға миҫалдыр ул. Башҡорт булып башҡортлоҡтан көнләшеп булмай. Йырлай белмәү эсте бошора-бошороуын: күңелдән шул тиклем матур килеп сыҡҡандай, ауыҙҙы асһаң, моң юҡ. Мин йырсыларға һоҡланам, әммә көнләшмәйем. Ә бына Риф Ғәбитовтан дуҫтарса көнләшәм. Хоҙай бирһә бирә бит кешегә талантты: үҙе ҡурайсы, үҙе бейеүсе, үҙе ҡәләм тота белә, ә төҫ һуң ҡайһылай! Ҡара ҡашлы, ут ҡарашлы, ғәйрәтле башҡорт бит ул. Нисек өҙә баҫа бит, сәхнәләр дерелдәп тора!” – тигәйне.


Башҡорт дәүләт университетында ул беҙҙән түбән курс­та уҡыны, әммә ундағы һәр бер мәҙәни сарала ҡатнашып йөрөгәнгәме икән, бәлки, рухи берлек уларҙы яҡынайтҡандыр. Әлбиттә, тыуған райондарының – Белорет менән Баймаҡтың яҡын булыуы ла уларҙы ҡорҙаш итеүе бар. Риф гел йомшаҡ ҡына баҫып йөрөй. Әй­тер­һең, сәхнәлә ҡойон уйнатып, зәһәр дәрт менән осоп-ҡу­нып бейеүсе ул түгел. Марк Твен яҙғанса, бейемәгәс, беҙ ҡартаябыҙ, ә ул һаман да шул көйө матур, дәртле ҡала килә. Уның ижади оҫталығы, моғайын, башҡорт халҡына, уның тарихына, мәҙәниәтенә һәм сәнғәтенә оло һөйөүен тән тотошо, йөҙ-ҡиәфәте, һәр хәрәкәтенең һығылмалы­лы­ғы һәм образлылығы аша йөрәкһеп сағылдыра һәм киң тамашасыға еткерә белеүендәлер, минеңсә. Ул бе­йегәндә тыныс ҡалып булмай, Аҫылғужа әйтмешләй, баш осонда бер ҡулды болғап, “Их!” тип яр һалып, әйләнә килеп, иҙәнгә бер емерә баҫҡы килә. Бейеүенең энергетикаһы ифрат көслө.
Риф 1952 йылдың 5 декабрендә иҫ китмәле гүзәл тәбиғәтле Белорет районының Аҙналы ауылында тыу­ған. Ҡатай башҡорто. Риф: “Ышанаһығыҙмы, мин рес­пуб­ликаның 1-се мәктәп интернатында ғына бейергә өйрәндем. Фәрит ағайым ошо һөнәргә юл күрһәтте”, – тип әйтергә ярата. Әммә мин ижади инеш башы нәҫеленән киләлер тим: Фәрит ағаһының данлыҡлы артистар ме­нән көс һынашырлыҡ итеп өҙә баҫҡанын күргәнем бар, атаһы ла бик маһир бейеүсе һәм ҡурайсы булған. Ошондай мөхиттә тыуып үҫкән кеше генә ярһыу аттай сәнғәт үрҙәренә сабып менәлер.
Белорет халҡы бәхетле. Арыҫлан Мөбәрәков, Заһир Исмәғилев кеүек сәнғәт әһелдәрен биргән Сермәндә Ғә­битов тигән тағы бер яҡты йондоҙ ҡабынды, сөнки Риф Фәтих улы тап ошонда белем эстәй башлай. Яҡташтары уны оло хөрмәт менән райондың почетлы граждандары исемлегенә индерҙе.
Башҡорт дәүләт университетында уҡығанда бер ва­ҡытта ла егет бейеүҙән айырылмай, шунлыҡтан, өсөнсө курстан һуң, ҡапыл юҡҡа сыҡҡан кеүек тойолдо беҙгә. Баҡһаң, үҙенең ныҡышмалылығы, һәләте арҡаһында яҙмышын Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле менән бәйләгән икән. Сәхнә оҫталығына Ән­үәр Фәхретдинов менән Екатерина Варламоваларҙан өйрәнгән егет үҙ өҫтөндә лә тырышып эшләй, оҫта ҡурай­сылар, композиторҙар менән тығыҙ аралаша. Ансамблдең төп бейеүселәренең береһенә әүерелә.
Данлыҡлы бейеүсе, уникаль хореографтың “Бейеүҙә – бар тормошом” тип аталған юбилей кисәһендә уны “штучный товар” тип шаярттылар, ысынлап та, Фәйзи Ғәскәров кеүек хореографтар бик һирәк, шулар ара­һын­да башҡорт сәнғәтен байытҡан, уны тотош бер ғәжәйеп күренешкә әүерелдергән Риф тә бар. Юбилярға хореография сәнғәтенә ҙур өлөш индергәне өсөн көмөш миҙал – Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының “Ал да нур сәс халҡыңа” тип аталған миҙалы – тапшырылды. Ер шарында ул аяҡ баҫмаған ил ҡалма­ғандыр. Элек ансамбль сит илдәргә йыш гастролгә сыға, ә халыҡ уны көтөп ала алмай интегә торғайны. Донъяны айҡап йөрөп ҡайтҡандан һуң, Риф Ғәбитов үҙ халҡы алдында тағы ла нығыраҡ баҫып, ҡотороп бейей һымаҡ күренә. “Өс туған” бейеүендәге “уртансы” роленә ул үҙен­сә­лекле һыҙат өҫтәне: тархандарҙың хәрби ол­пат­лылығын, аҡыл дә­рәжәһен, донъя күргән ир-уҙамандың тормош­ҡа булған сикһеҙ мөхәб­бәтен бик оҫта сәх­нәләштерҙе. Күмәк бейеү­селәр араһын­да ла ул бик ныҡ күҙгә салынып барҙы. “Нисек күренмәһен, уның сәсе лә, хатта мыйығы ла бейей”, – тип шаярта дуҫтары.
Башҡорт бейеүенең милли тарихы­быҙ­ҙан айырылғыһыҙ икәнен тап ул ҡуйған бейеүҙәр ҡеүәтләй. Риф үҙе: “Художест­волы сәнғәт менән шөғөллән­гән һәр ке­ше ситтән тороп булһа ла филология фа­культетын тамамларға бурыслы, сөн­ки унда та­рих, мәҙәниәт, ауыҙ-тел ижа­ды, эстетика һәм башҡа шундай фәндәр өйрәнелә. Ижад кешеһенә быны мотлаҡ белергә кәрәк”, – тип һанай. Екатерина Варламова уҡыусыһының ижадына: ”Риф Ғәбитов – башҡорт ир-егеттәре бе­йеүенә нигеҙ һалыусы”, – тигән юғары баһа биргән. Юбилей концертын ҡарағандан һуң быға тағы бер ышанып ҡыуана­һың. Сая, ғорур, азатлыҡ юлында дан-шөһрәт яулаған башҡорт егете, уның саптар аты, бөркөт – уның бейеүҙә­рендә­ге сағыу образдар. Заманында Мәғәфүр Хисмәтуллин Баш­ҡорт дәүләт опера һәм балет театры сәх­нәһенә Салауат образында һыбай сыҡ­ҡайны. Әле килеп, юбилей кисәһендә Риф Фәтих улын ҡара ат өҫтөндә күреү беҙҙе шаҡ ҡатырҙы, аңын саҡ йыйған тамашасы алҡышынан зал ярылыр сиккә етте. Алдыбыҙҙа ысын башҡорт батыры ат өҫтөндә ултыра, уҡ-һаҙағы — янында, бөркөтө — ҡулында. Ғәбитовтың бөтә ижади фантазияһы ҡыйыу, үлем ал­дында ла ажар­лығын ташламаған башҡорт халҡына дан йырлауға, уны ҙурлауға ҡоролған.
Бейеү — Риф Ғәбитов өсөн йән һәм тән ихтыяжы, шуға күрә лә ансамблдең репертуарындағы бер төрлөлөктән ҡотолоу юлдарын эҙләй, үҙе бейеүҙәр һала башлай. Иң беренсе бейеү менән ҡурайҙы бергә сәхнәгә сығара. Йәшлек дәрте, тән хәрәкәтенең камиллығы, ҡул, кәүҙә тотошоноң байлығы менән “Көтөүсе моңо” бейеүе шунда уҡ йәшел-бәрхәт үләнле Урал тауы битләүендә көтөү көтөп йөрөгән егетте күҙ алдына баҫтыра. Бына ул тыуған яғы менән хозурланып, ғорур баҫып, тирә-яғын­дағы тау битләүҙәрен ҡаплап ашап йөрөгән мал­дарға үткер ҡарашын ташлай ҙа хозурланыуҙан ҡурай уйнай башлай, моңдан ашҡынған йөрәген баҫыр өсөн бейеп китә. Бейеү ритмының көсәйеүе, көтөүсенең сыбыртҡы шартлатып алыуы — дәртенең самаһыҙ ташып сығы­уына дәлил.
Юбилярҙың хыял ҡошо образы “Тауис ҡош бейеүе”н­дә (алып барыусылар бутаны, буғай) сағылыш тапҡан. Дөрөҫөрәге, “Һомай ҡош бейеүе” булырға тейеш. Тауис — көньяҡ ҡошо, ә Һомай башҡорт ышаныуҙарында бәхет ҡошо һанала: уны күргән кешегә, хатта ҡоштоң күләгәһе төшһә йә үҙе яурынына ултырһа, бәхет килә. “Урал батыр”, “Аҡбуҙат” эпостарында ул ҡоштар батшаһы Самрау менән Ҡояштың аҡҡош йә ҡатын-ҡыҙ сүрәтенә инә алған алтын сәсле ҡыҙы. Үлемһеҙ зат: күктә лә, ерҙә лә йәшәй. Ер кешеһе Уралдың ҡатыны, Иҙел батырҙың әсәһе Һомай, Урал батыр үлгәс, уның иленә аҡҡош рәүешендә ҡош-ҡорт, мал-тыуар эйәртеп, халҡын ҡурсалаусы, һаҡлаусы булып ҡайта. Ниндәй ҙә тәрән образ! Иҙел башында урынлашҡан Белорет районын, башҡорт тип йән атҡан Рифтең үҙенең сикһеҙ хыялын, башҡорт халҡының үлемһеҙ тарихын һаҡлаусы, рухи ҡомартҡыларын байытып балҡытыусы сәнғәтенең бәхет ҡошо бит ул был бейеү. Бейеүсенең йылҡылдап күҙ яуын алған кейеме, күккә лә осмай, ергә лә теймәй йөҙөп бейеп йөрөүе ана шул хаҡта һөйләй. Быуаттар төпкөлөнән һаҡланып килгән бейеү өл­гө­ләрен өйрәнеү, уларға яңы һулыш, яңы һыҙаттар өҫтәү арҡаһында тағы ла бер иҫ китмәле бейеү тыуа. Үҙе аңла­ты­уынса, Ғата Сөләймәнов, Ишмулла Дил­мөхә­мә­тов, Рәхмәтулла Бүләкәнов­тар­ҙың ҡурайҙа “Еҙ үксә” көйөн уйна­ғанда күҙҙә­рен осҡон­латып, яурында­рын һикертеп, аяҡтарын тибә биреп бейеп алыуын кү­ҙәтә. Маһир ҡурайсыларҙың энергияһы­нан дәртләнеп, шул исемдәге бейеү һала. Башҡорт халыҡ бейеүҙәренең бай элементтары бында художест­волы хореографик нескәлектәр менән сағыу ба­йы­тыл­ған. Бейеү профессиональ сәхнәнән төшкәне юҡ.
Ансамблдең репертуарын байытыу өсөн тағы эҙлә­неүҙәр, өйрәнеү-күҙәтеүҙәр дауам итә. Риф Мәскәү­ҙәге Дәүләт тарих музейында 1812–1814 йылғы Ватан һуғы­шында ҡатнашҡан яугирҙәрҙең үҙенсәлекле кейем өл­гөләрен эҙләп таба һәм аяҡ кейемдәрендәге тибенгегә иғтибар итә. Ырымбур ҡалаһының тыуған яҡты өйрәнеү музейында ла башҡорт кейем-һалымын ҡарап сыға. Башҡортостандың Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана фондында һаҡланған хореографияға ҡағы­лышлы китаптарҙы ентекле уҡый. Ҡазан дәүләт тарих музейындағы башҡорт ҡалҡаны ла уның иғтибарынан ситтә ҡалмай. Ниһайәт, Риф Ғәбитов “Башҡорт кәркәүе­ге” тигән бейеүҙе профессиональ сәхнәгә сығара. Унда 1812–1814 йылғы Ватан һуғышы осоронда башҡорт яу­гир­ҙәренең Польшаны аша сығыуы сағылған. “Башҡорт кәркәүеге” бейеүендә кантонлыҡ осорондағы башҡорт тормошо, шул заман кейеме сағы­лыш таба. Ул Рифтең тарихыбыҙға һаҡсыл ҡара­шын һәм уны бе­йеү теле менән образлы оҫта һүрәтләй белеүен раҫлай.
“Зилалай” бейеүе ҡатайҙарҙың Волга буйы халыҡ­тары менән тығыҙ аралашып йәшәүен күрһәтә. Этник аралашыу бейеү хәрәкәттәрендә еңелсә һиҙелеп ҡала.
“Байтал юрға бейеүе”ндә егеттәр­ҙең дәрт-дарманы, кәүҙәләрен ыҫпай, ғорур тотоуҙары, осоп-төшөп тыпыр­лау­ҙары йөрәктәрҙе елкендерһә, ҡа­тын-ҡыҙҙарҙың наҙлы, нә­зәкәтле хә­рә­кәт­тәре күҙҙе ҡамаштыра. Яу­гир­ҙәр ҡылысы ялтырап сыңлай, ярһып сапҡан ат тояҡтары тауышы ишетелгәндәй. Әйтергә кәрәк, Риф­ең бе­йеү­ҙәрендә башҡорт батыр­ҙарының яугир ҡа­тын-ҡыҙҙарға һаҡсыл ҡарашы са­ғыла, минеңсә, йыш ҡына улар ир ҡанаты аҫтына алына.
“Ысын башҡорт йөрәге” бейе­үен­дә тарпан аттай ярһыу, көслө ихтыярлы, үҙ-үҙен яҡлай һәм һаҡлай алған ажар башҡортто күрәбеҙ. Мифологик образы – бүре лә бында мөһим роль уйнай.
Хореографтың бөтә булмышын, ижади мөм­кин­лек­тәрен бер мәҡәләлә генә асырлыҡ түгел. Уның хыял диң­геҙе үтә тәрән. Бөтә ғаләмгә билдәле Майкл Флэтлиҙың “Lord of the Dance” шоуын өйрәнеүе лә уның яңы аҙымы. Ирланд бейеүендәге уртаҡ синхрон һыҙат­тарға баҫым яһап (беҙҙә “Ете ҡыҙ”ҙы иҫкә алығыҙ), ритм­лы тыпырлау һәм башҡа элементтарҙы сағыштырып, бе­йеү телендә халыҡтар берлеген, дуҫлығын аңлата. Уның да бит коллективтары бейегәндә сәхнәләр дерел­дәп, дөбөр­ләп тора, шау-шыуҙан үҙеңде аттар көтөүе, ғәм араһына килеп ингәндәй тояһың.
Ниһайәт, уның ҡәләм тирбәтә белеү оҫталығын да әйтеп үтәйек. Ул бына тигән журналист, бәлки, яҙыусы ла булып китер ине. Быға уның белеме, һәләте, иң мө­һиме — ҡара тырышлығы етерлек. Барлыҡ ҡитғаларҙа ла Риф Ғәбитов башҡорт милләтен, сәнғәтен данлап йөрөй, пропагандалай, мәҡәләләр баҫтыра. Киләсәктә үҙенең бейеү мәктәбенең тарихын да яҙыр тип өмөтләнәйек.
Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Риф Фәтих улы­ның ижади мөмкинлектәре сикһеҙ. 2000 йылда Фәйзи Ғәскәров исемендәге Башҡорт дәүләт академия бейеү ансамблен етәкләп, үҙен оҫта, талапсан, ижади ҡараш­лы етәксе итеп танытты. Һаман да ансамблдең репертуарын байытыу өҫтөндә эҙләнә. Рус балет театры, донъя хорео­графия үрнәктәрен өйрәнә. Уның иркен­лек­тә, иректә йә­шә­гән башҡорттоң тәбиғи булмышын заманса бейеүҙә са­ғыл­дыр­ған шоуы “Саптар” тип атала. Ғәбитовтың бейеүҙәре сәхнәгә һыймай башлауы күренә, киң майҙандар кәрәк уға.
Оҫтаның нисек барыһына өлгөрөүенә иҫең китә. Әле бер төбәктә, әле икенсеһендә уның исем-шәрифе ишетелеп кенә тора.
Риф Фәтих улын милләт яҙмышы ла борсой. Ул “Ба­тыр­ҙар клубы” ойошторорға теләй. Ир-егеттәрҙең буш ваҡытын әрәм итеп, эскелеккә бирелеп, үҙ-үҙҙәрен юҡҡа сығарыуы тынғы бирмәй уға. “Бөтә кешегә лә бейеүсе булырға тимәгән. Малайҙар халыҡ йырҙарын, ҡурай мо­ңон тыңлап, үҙ-үҙен яҡларлыҡ спорт төрҙәре менән шөғөл­лә­нергә тейеш. Уларҙың әхлаҡи һәм рухи күңелен нығы­тыр­ға кәрәк. Аҙаҡ үҙ юлдарын үҙҙәре һайлар. Әлегә был хы­ял, әммә уны тормошҡа ашырыр өсөн бөтә көсөмдө һа­ла­саҡ­мын”, – тине. Ысынлап, был – бик мөһим эш. Уны атҡа­рып сығырға Рифтең көсө лә, белеме лә, таланты ла етерлек.
Башҡорт халҡының һайлам ирҙәренең береһе Риф Фәтих улы үҙе хаҡында артыҡ һөйләп бармай. Юбилей кисәһендә беҙ уның тоғро ир, өс бала атаһы, дүрт ейәнгә олатай икәнен белдек. Светлана менән 34 йыл иңгә-иң терәшеп, матур йәшәй белгән ил ағаһы ул.


Вернуться назад