Иҫке Туймазы ауылында Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә ҙур өлөш индергән тыл хеҙмәткәрҙәре һәм шул осор балалары иҫтәлегенә һәйкәл асылды.
Тантаналы сарала һуғыш ветерандары, тыл батырҙары, хакимиәт вәкилдәре, уҡыусылар ҡатнашты. Стеланы асыу хоҡуғы райондың почетлы гражданы, теплицала йәшелсә үҫтереүҙе башлап йөрөгән Рәшит Ғәбдрәхимовҡа һәм район хакимиәте башлығы урынбаҫары Сергей Подоприхинға бирелде.
Тере сәскәләргә күмелгән һәйкәл алыҫ йылдарҙағы тарих биттәрен, Еңеү көнө хаҡына ғүмере, сәләмәтлеге менән иҫәпләшмәгән тыл ҡаһармандары исемен мәңгеләштереүҙән тыш, яҡташтар күңелендә оло ғорурлыҡ тойғоһон да һаҡлаясаҡ.
Туймазы районы үҙенең хеҙмәт династиялары менән элек-электән дан тота. Былтыр республикалағы тыл хеҙмәткәрҙәренә арналған берҙән-бер иҫтәлекле һәйкәл райондың Төмәләк ауылында асылғайны.