Шәжәрә байрамына нигеҙ һалған шәхес26.11.2014
Шәжәрә байрамына нигеҙ һалған шәхес Ғәҙәттә, ил өсөн иң ауыр осорҙарҙа халҡыбыҙ араһынан зиһенле, ҙур йөрәкле шәхестәр, батырҙар килеп сыҡҡан. Уҙған быуаттың ҡоролоштар алмашынған 90-сы йылдарында ла шул уҡ хәлде күҙәтергә мөмкин булды. Баймаҡ районының Таулыҡай ауыл Советы секретары Рамаҙан Ибраһим улы Сәғәҙәтов тарафынан 1992 йылда үтә ҡыйыу һәм тәрән мәғәнәле сара халыҡ иғтибарына тәҡдим ителде. Ул — шәжәрә байрамдарын ойоштороу.
Бындай фекер ҡайҙан, нисек башығыҙға килде, тигән һорауға ул түбәндәгеләрҙе һөйләне.
сс1992 йылда Рәсәй Президенты Б. Ельциндың ауыл хужалығында реформалар уҙғарып, колхоз-совхоздарҙы тарҡатып, улар урынына крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарын төҙөү тураһындағы Указы сыҡҡас, баяғы теләк тағы ла көсәйҙе. Бәлки, туғандар менән берәй хужалыҡ ойоштороп булмаҫмы, тип хыялландым.
Туған-ырыу араһында төрлө һөнәр эйәләре етерлек ине. Халыҡты йыйынға йәлеп итер өсөн уға «Шәжәрә байрамы» тигән исем бирҙем. Ошоға тиклем бер-береһенә яҡын туған икәнен белмәгәндәр ҙә арабыҙҙа булды. Архивтағы «ревизская сказка», ғаилә ҡомартҡыларын өйрәнеү күп нәмәләрҙе асыҡларға ярҙам итте. Нәҫел-нәсәбеңде белмәү, һанламау арҡаһында төрлө ғибрәтле хәлдәргә лә юлығылған. Мәҫәлән, коллективлаштырыу осоронда Исмәғил Яхин ауылда комсомол секретары, колхоз келәте мөдире булып эшләй. Бер саҡ колхозсы Абдулла Саппаровты Юлыҡ ауылына иген орлоғо алып ҡайтырға ебәрәләр. Орлоҡто үлсәп ҡараһалар, ике килограмм етмәгәне асыҡлана. Акт төҙөп, районға хәбәр итәләр һәм Абдулланы ҡулға алалар.
Юлда ул, һаҡсыларҙан ысҡынып, урманға ҡаса. Уға “халыҡ дошманы” мөһөрөн тағалар, ярҙамлашҡаны өсөн бер нисә туғаны репрессияға дусар ителә. Оҙаҡ йәшеренеп йөрөгәндән һуң, Абдулла 1934 йылда Исмәғилде атып үлтерә. Ирҙе төрмәгә ябалар. Сталинград өсөн барған һуғышта штрафбатта хеҙмәт итә һәм һәләк була. Хәҙер асыҡланыуынса, улар туғандар булған. Үҙҙәренең яҡын нәҫел-нәсәп, ҡәрҙәш икәнлеген белгәндә, моғайын, фажиғәгә тарымаҫтар ине.
“Ярар, беҙ йыйылышырбыҙ ҙа ул, ә ҡалған халыҡ ни эшләр?” тигән уй ҙа килде башҡа. Шулай бөтә араларҙы ла йыйыу кәрәклеген төшөндөм. Тәҡдимемде Таулыҡай ауыл Советы сессияһына сығарҙым. Ҡаршы төшкәндәр ҙә булды, Ленин исемендәге колхоз рәйесе Ирек Әнүәр улы Зәйнуллин тәҡдимемде хуплағас ҡына, эш алға китте. Үрге һәм Түбәнге Таулыҡай, Сыңғыҙ һәм Буранбай ауылдарындағы һәр араның абруйлы кешеләрен йыйып кәңәшләштек. Рамаҙан Үтәғолов, Зәкәриә Ишалин, Хөрмәт Баййегетов Өфөгә ҡат-ҡат архивҡа йөрөнө. Танылған ғалим Әнүәр Закир улы Әсфәндиәров яҡташтарына эскерһеҙ ярҙам итте. 1993 йылдағы колхоз һабантуйына 35 ара ныҡлы әҙерләнде. Ошо саралағы шәжәрә байрамы бик йәнле, йөкмәткеле ойошторолдо. Аралар кемуҙарҙан халыҡ йолаларын тергеҙеп күрһәтте, ҡул эштәре, аш-һыу конкурстарын ойошторҙо. Ауылдар тәртипкә килтерелде, төҙөкләндерелде, халыҡтың кәйефе лә, күңел торошо ла ыңғай яҡҡа үҙгәрҙе. Бәлки, шуғалыр ҙа Ленин исемендәге колхоз тарҡалманы, ул һаман да районға һәм республикаға өлгө булып тора.
Шәжәрә байрамына билдәле ғалимдар Әхмәт Сөләймәнов һәм Әнүәр Әсфәндиәров ағайҙарҙың килеүе абруй өҫтәне. Ауылдашыбыҙ Юлай Ғәйнетдинов Әнүәр Закир улы менән берлектә 2000 йылғы халыҡ иҫәбен алыр алдынан Башҡортостан юлдаш телевидениеһында «Шәжәрә» программаһын алып барҙылар. Шуның һөҙөмтәһендә төньяҡ-көнбайышта үҙҙәренең нәҫел тамырҙарын өйрәнеп, башҡорт икәнлеген асыҡлағандар һаны бермә-бер артты.
1994 йылда шәжәрә байрамдарын райондың бөтә хужалыҡтарында ла үткәрергә ҡарар ителде. Ул ваҡытта мин Салауат исемендәге колхозды һәм Ниғәмәт ауыл Советын етәкләй инем (Башҡортостанда шундай эксперимент барҙы).
Ниғәмәт, Үрге һәм Түбәнге Яйыҡбай ауылдары 16 араның шәжәрәһен әҙерләп күрһәтте. Күптәр туғандарын эҙләп тапты, тоҡомдарын барланы. Был саралар халыҡта ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы, берҙәмлекте көсәйтте. Үрге Яйыҡбайҙан Ильясовтарҙың беренсе урынды алған шәжәрәһен киләһе йыл район һабантуйына сығарҙыҡ һәм унда ла еңеү яуланыҡ...
...Рамаҙан Ибраһим улы башлаған эш башҡа ауыл, райондарҙа ла дауам итте. 1996 йылда Буранбай ауылында Буранбай сәсәндең тыуыуына 225 йыл тулыуға арналған ҙур йыйын үтте. Ижадсы иҫтәлегенә мәрмәр стела ҡуйылды. Таулыҡай ауылының 400 йыллығын үткәреү сараһына, республиканың ул ваҡыттағы Президенты М.Ғ. Рәхимов килде. 2007 йылдың декабрендә Буранбай ауылынан 92 кеше Өфөләге Конгресс-холда үҙенсәлекле концерт ҡуйып, бөтә халыҡты хайран ҡалдырып ҡайтты. 2009 йылда Таулыҡай ауылы «Төҙөк ауыл» республика конкурсында икенсе урынды яуланы.
Яңыраҡ Рамаҙан Ибраһим улының өйөндә булып, өсәүләшеп оҙаҡ һөйләшеп ултырҙыҡ. Өсөнсөбөҙ — Икенсе Этҡол ауылында бала саҡта бергә уйнап үҫкән, хәҙер абруйлы шәхес, сәйәсмән, композитор, тарихсы, «Шежере башкир и народные песни как дополнительные источники по истории Башкортостана» китабы авторы Борис Хәйретдинов ине.
Шәжәрә темаһы барыбыҙға ла таныш һәм яҡын. Мин, мәҫәлән, 1994 йылдан алып үҙебеҙҙең шәжәрәне өйрәнәм. 2009 йылда Башҡорт­останда үткәрелгән тәүге конкурста беҙҙең Бикмәтовтар шәжәрәһе еңеүсе тип табылды һәм III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында күрһәтелде.
Рамаҙан Ибраһим улы Сәғәҙәтов һәр эште уйлап, еренә еткереп башҡарырға өйрәнгән. Ҙур иркен өйөндә бөхтәлек, һарайы тулы мал-тыуар. Ҡатыны Рәсимә Зәки ҡыҙы — Бөрйән районының Байғазы ауылынан. Ҡыҙҙары Гөлгөнә, Гөлсинә, Роза, улдары Рәмил, БДУ-ның Сибай институтын тамамлап, төрлө тармаҡтарҙа уңышлы эшләй. Ейән-ейәнсәрҙәре лә ҡунаҡҡа йыш килеп тора.
Хәҙер Рамаҙан Ибраһим улы хаҡлы ялда. Колхозда профком рәйесе, ауыл Советы секретары, күп йылдар ауыл хакимиәте башлығы булып эшләгән ваҡыттары тураһында йылы иҫтәлектәр һаҡлай. Әммә, минең уйымса, башҡа уңыштарын һанап тормайынса ла, шәжәрә байрамын уйлап табып, уны республика кимәлендәге сараға еткереүе менән генә лә оло ихтирамға һәм тейешле баһаға лайыҡ ул.

Ирек БИКМӘТОВ,
Сибай ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайының
башҡарма комитеты рәйесе.


Вернуться назад