“Хәбәрһеҙ юғалған”дар табыла26.11.2014
“Хәбәрһеҙ юғалған”дар  табыла
Атаһы һуғышҡа киткәндә, Мәхмүзәгә ни бары 12 йәш була. Ғаиләләре ул ваҡытта Хәйбулла районының Сәғит ауылында йәшәй. Шул китеүҙән атаһы Шәрифйән Ҡәйепов тыуған иленә әйләнеп ҡайтмай. Ни бары ике хаты ғына килеп өлгөрә, аҙаҡ йөрәкте өҙгөләп, “хәбәрһеҙ юғалды” тигән “ҡара ҡағыҙ” килә...


Хәҙер инде 84 йәшен ҡыуалаған Мәхмүзә инәй Йылайыр районының Матрай ауылында ире Хөрмәт Теүәлев менән донъя көтә. Бәләкәйҙән колхозда эшләгән, тормоштоң бар ауырлығын үҙ елкәһендә татыған ул.
— Бала саҡтың ауыр михнәттәре артабан да дауам итте, — тип хәтерләй инәй. — Атайҙары, ирҙәре һуғышта һәләк булған ғаиләләр өсөн ниндәйҙер ташламалар булды, ә беҙҙең кеүек “хәбәрһеҙ юғалған”дарҙың ҡатындарына, балаларына бер ниндәй ҙә ярҙам күрһәтелмәне, кире­һенсә, ҡайһы саҡта ҡыйырһытып та ҡуя инеләр. “Атай” тигән һүҙҙе әйтә алмай үҫтем, шуға күрә сабыйҙарым атайлы булһын тигән теләгем ҙур ине. Аллаға шөкөр, Хөрмәт менән биш бала үҫтерҙек. Күптән ғаиләле булһалар ҙа, һаман шулар тип йән атабыҙ. Һуңлап булһа ла атайымдың хәбәрһеҙ юғалмағанын, ә батырҙарса һәләк булғанын белеү — минең өсөн ҙур ҡыуаныс.
Ә хәл былайыраҡ була. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһына 70 йыл тулыу айҡанлы үткә­релгән сараларҙың береһендә был дивизияның музейы хеҙмәткәре Хафиза Бикҡужина Липецк өлкәһенең Тербуны ауылындағы туғандар ҡәбер­легендә Хәйбулла районынан Шәрифйән Ҡәйепов ерләнгәнен хәбәр итә. Оҙаҡ йылдар эҙәрмәнлек эше менән шөғөлләнгән “Хәйбулла хәбәрҙәре” район гәзите мөхәррире Сәлимә Байгилдина был яугир тураһында мәғлүмәт туплай. Һөҙөмтәлә Шәрифйән Ҡәйеповтың 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһында хеҙмәт иткәнлеген асыҡлай, уның 1942 йылдың 10 июлендә хәбәрһеҙ юғалғанлығы тураһында “Хәтер” китабынан эҙләп таба. Дөрөҫлөк ҡасан да булһа тантана итә шул.






Вернуться назад