Йолаларға тоғролоҡ26.11.2014
Йолаларға тоғролоҡ
Ҡалабыҙҙың ғына түгел, бар республиканың даны булған был белем усағы балалар йорто булараҡ асыла. Илдә совет власы сәскә атҡан дәүерҙә ул етем, тормошта ауыр хәлдә ҡалған балаларҙы үҙенә һыйындыра. Үткән быуаттың 67-се йылынан алып мәктәп-интернат исемен йөрөтә башлай уҡыу йорто. 1993 йылдан төп йүнәлешен бер аҙ үҙгәртеп, һәләтле балаларға белем биреүгә күсә. Әммә, исеме төрлө дәүерҙә төрлөсә яңғыраһа ла, лицей-интернаттың есеме үҙгәрешһеҙ ҡала: ҡасандыр Ленин васыят итеп ҡалдырғанса, төплө белем, бынамын тигән тәрбиә биреүҙән туҡтамай. Уҡыу йортоноң үткәне, бөгөнгөһө һәм киләсәге, үҙенсәнлектәре тураһында ҡыҙыҡһынып, белем усағының директоры Илшат ҠӘЙЕПҠОЛОВҡа мөрәжәғәт иттек.


– Илшат Марат улы, байрамды ниндәй кәйефтә, ниндә­йе­рәк маҡсаттар ме­нән ҡаршы алаһығыҙ?
– Теүәл генә әйткәндә, юбилей ғинуар айында уҡ булды. Әммә данлыҡлы уҡыу йор­тоноң 90 йыллығы айҡан­лы бер сара үткәреп кенә ҡотолоу килешмәҫ, тип уй­ланыҡ. Шуға йыл дауамында уны төрлөсә байы­тырға тырыштыҡ. Улар осрашыу­ҙар, концерттар, конкурстар­ҙан ғибәрәт булды. Бынан тыш, интернатта эш­ләп киткән уҡытыу­сылар һәм тәр­биә­селәрҙе барлау үҙе үк колле­галарымдың фиҙакәр хеҙмәте булып тора. Шул уҡ ваҡытта лицейҙа ремонт эштәре баш­ҡа­рылды, йыһаз­дар яңыртылды. Ошо саралар ҙа юбилейға үҙенә күрә бер йәм өҫтә­мәй ҡалмай, әлбиттә.
– Лицей-интернат мәртәбәле уҡыу йорттары рәтендә тора. Инде быуатҡа яҡын тарихта бындай кимәлде һаҡлап ҡалыуы еңелдән түгелдер?
– Эйе, белем усағы уҡыу буйынса ла, тәрбиәүи эштә лә һәр саҡ алдынғы булған. Шөкөр, бөгөн дә был йолаға тоғробоҙ. Үҙ ваҡытында төрлө йылдарҙа интернатты етәк­ләгәндәрҙең хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ был йәһәттән. Мәҫәлән, 18 йыл директор булып эшләгән Сафиулла Нәҙерғолов заманында уҡыу йорто мәктәп-интернат статусын алған, яңы бинаға күскән. Бынан тыш, тағы бик күп үҫеш күрһәт­кестәрен атарға булыр ине. Аҡһылыу Ильясова иһә инновацион сәйәсәтте яҡшы алып барған. Тарихыбыҙҙа яңылыҡтар индергән, башҡорт телен төплө уҡытыуҙы яҡлаған яҡты шәхес булып ҡалған ул.
Зәлифә Ситдиҡова 13 йыл директор вазифаһын башҡарған дәүерҙә интернат бер тәжрибә майҙансығына әүерелгән. Профилле уҡытыу, балаларҙың белемен камиллаштырыу йәһәтенән бихисап эш башҡа­рылған ул етәкселек иткән йылдарҙа. Иң мөһиме – был шәхестәрҙең барыһын да бер нәмә берләштергән: халыҡ педагогикаһын, халыҡ тәрбиәһен ҡулланып эш иткән улар. Башҡа ерҙә этнопедагогикаға иғти­бар булмаған ваҡытта ла беҙҙә был күренеш юғалмаған. Шуның менән уҡыу йортобоҙ көслө. Үҙенсә­леге­беҙҙең сере лә шунда. Нисек кенә булмаһын, халыҡтан көслө, унан аҡыллыраҡ булыу мөмкин түгел. Эшебеҙҙә лә һәр саҡ ошо принципҡа таянабыҙ.
Айырым һүҙ быуындар бәйлә­неше хаҡында. Мәҫә­лән, башҡа мәктәпте тамамлаған уҡыусыны әлегеләре белмәүе ихтимал, ә беҙҙә 20-30 йыл элек “осор­ған ҡоштарыбыҙ” ҙа бөгөн­гө уҡыусылар ме­нән ихлас аралаша, белем усағын онот­майҙар. Ғө­мүмән, йәш быуын­ды тәрбиәләүҙә үҙ өлөшөн индерә, бер­ҙәмлектең, ғәҙел­лек­тең көсөн татырға өйрәтә.
– Ҡасандыр ошо уҡыу йортон тамам­лаған Рәшит Ниғмә­ти, Фатима Мос­та­финалай шәхестәр сығырлыҡ балалар бармы бө­гөнгө уҡыусылар араһында?
– Бая әйткәнемсә, бер туҡтауһыҙ үҙгәреш заманында йәшәһәк тә, яҡшы йолаларға тоғро ҡалабыҙ. Тимәк, әлеге шәхестәрҙе тәрбиә­ләгән алым да үҙгәрмәй: балаларҙың хоҡуҡтарын да, бурыстарын да берҙәй таный белгәндә генә, улар менән аңлашып, ҡанаттарын үҫтереп була, ҡалғаны инде уҡыусыларҙың үҙҙәренән тора – һәр кем дә йыһан карабында оса алмай бит. Шулай ҙа уҙған уҡыу йылы йомғаҡтары буйынса 17 уҡыусының 16-һы юғары уҡыу йортона инеүе үҙе үк күп нәмәгә ишаралыр. Шуныһын да өҫтәйек: уларҙың бишәүһе Башҡорт дәүләт медицина университетында түләү­һеҙ уҡый. Ә БДИ буйынса беҙ республикала математиканан (бөтә мәктәптәр араһында) – 5-се, рус теленән 12-се урында торабыҙ. Башлыса физика-химия профиле буйынса белем биреүебеҙ ҙә уңышлы һөҙөмтәгә килтерә.
…Әле үткән быуаттың 80-се йылдарында мәктәп ҡалала башҡорт телен уҡытҡан берҙән-бер белем усағы ине. Телебеҙгә, тамырыбыҙға ҡарата булған был һөйөү бөгөн дә, Аллаға шөкөр, йәшәп килә. Башҡа предметтар русса алып барылһа ла, башҡорт телен уҡыусылар туған тел булараҡ өйрәнә, мәҙәниәт, тарих менән ныҡлы ҡыҙыҡһына. Ғөмүмән, рух ныҡлығы белем усағында һүнмәне һәм һүнмәйәсәк тә! Күптән түгел булып уҙған “Ашҡаҙар таңдары” республика фестивалендә 16 йәшкә тиклемге ҡатнашыусылар араһында “Аҡ шоңҡар” фольклор ансамбленең 1-се урын яулауы үҙе үк быға дәлилдер. Хәйер, бала теүәл фәндәрҙе йотлоғоп өйрәнеү менән генә йәки тамырын, телен белмәй тороп, унан Ниғмәтиҙәй ҙә, Мостафиналай ҙа шәхес сығыуы икеле…

Рәмил МАНСУРОВ
әңгәмәләште.





Вернуться назад