Ошо көндәрҙә Әлшәй районының Раевка ауылындағы мәҙәниәт йортонда III Төбәк сәсәндәр бәйгеһе ойошторолдо.
Сарала 16 райондан 58 һүҙ сәнғәте оҫтаһы, шулай уҡ М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетынан вәкилдәр ҡатнашты. Конкурстың положениеһына ярашлы, бәйгеселәр “Урал батыр” эпосын ғына түгел, шулай уҡ “Иҙеүкәй менән Мораҙым”, “Заятүләк менән Һыуһылыу”, “Ҡара юрға”, “Аҡһаҡ ҡола”, “Ҡуңыр буға”, “Салауат батыр” кеүек халыҡ ижады әҫәрҙәрен, бәйеттәр, мөнәжәттәр башҡарҙы. Иң йәше булған Рәмзил Аҙнағолов “Уралым” ҡобайырын әйтте, ә иң оло сәсәниә — 78 йәшлек Һылыубикә Усманова шиғри нәсихәттәр башҡарҙы.
Бәйгенең төп бүләген Әлшәй районынан “Урал батыр” эпосын оҫта һөйләгән Данил Базылов алды.